Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
📌Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле беренсе концерт миҙгелен "Шүлгәнташ" музей комплексы амфитеатрында сығышы менән тамамланы.

Башҡорт халыҡ йыр-моңонан торған, илаһи ҡурай тауышы менән сорнаған гүзәл тамашаны яуып торған ямғыр биҙәне, ниндәйҙер сихрилек өҫтәне генә.


Белеүегеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар дәүләт ансамбле республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2024 йылдың апрелендә булдырылды.
Ә инде коллективтың Республика көнөнә арналған тәүге концерты барышында 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде.
👍7💘31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре башланған.

Генераль подрядсы эште майҙанды кәртәләп алыуҙан башлаған.

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Салауат Юлаев һәйкәлен күреп ҡалырға ашыға. Ошо көндәрҙә территорияға инеү ябыла.

Барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың һәм һәйкәлде реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының ҡаты контролендә.
👍106🔥5😡4🤔1
🍓Хәйерле көн!

Елена Перминова фотоһүрәттәре йәйҙең йәмен йыйған үҙенә. Ул Белорет районында төшөргән.

Ҡоштар, еләк-емеш, сәскәләрҙең ниндәйе юҡ.😍
13👍4🤗1
📌“Ер ҡото” төбәк-ара патриотик этно-мәҙәни фестивале дүртене тапҡыр ойошторолдо. Ул быйыл Мишкә районы үҙәгендә үтте.

Унда республиканың Махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың туғандары һәм яҡындары, йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр йыйылды. Улар өсөн медицина һәм психологик ярҙам күрһәтергә әҙер белгестәр, юридик консультациялар эшләне.

Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ буйынса белем биреү семинары, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, спорт ярыштары, балаларға уйындар ойошторолдо, халыҡ дауалаусылары ҡабул итте.

💯Дәүләт думаһы депутаттары Римма Үтәшева, Наталья Орлова, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һ. б. «Берҙәм Рәсәй» Партпроектының «Сәләмәт киләсәк» йәмәғәт советының асыҡ ултырышын уҙғарҙы. Бынан һуң республиканың алдынғы белгестәре килгән МХО яугирҙарына, уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай консультация үткәрҙе һәм медицина ярҙамы күрһәтте.

💯Фестиваль авторы һәм етәксеһе, “Ватан һаҡсылары” фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, бында ҡатнашҡан бөтә гражданлыҡ йәмғиәте институттарының төп маҡсаты – МХО-ла ҡатнашҡан һәр яугирға һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.

“Ер ҡото” фестивале барышында “Ватанды һаҡлаусылар”ҙың юридик десанты эшләне. Унда Рәсәй Социаль фонды, Хәрби комиссариат, БР Нотариаль һәм Адвокаттар палатаһы, БР буйынса Суд приставтарының федераль хеҙмәте, Дәүләт юридик бюроһы, Рәсәй юристары ассоциацияһы, Башҡортостандағы “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары, психологтар, табиптар һ.б. эшләне.
Акция барышында 250 һорау килгән. Күбеһе МХО-ла ҡатнашыу өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәр, социаль ярҙам саралары, мираҫ, торлаҡ һатып алыуҙың отошло юлдары, яугирҙарға реабилитация шарттары, протез буйынса, документтар, хәрби пенсияға индексация кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Йөҙҙән ашыу ветеран һәм МХО-ла вафат булған яугирҙың ғаилә ағзалары үҙ һорауҙары яуаптар алды”,

- тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
7💯3🔥1