Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
📌“Ер ҡото” төбәк-ара патриотик этно-мәҙәни фестивале дүртене тапҡыр ойошторолдо. Ул быйыл Мишкә районы үҙәгендә үтте.

Унда республиканың Махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың туғандары һәм яҡындары, йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр йыйылды. Улар өсөн медицина һәм психологик ярҙам күрһәтергә әҙер белгестәр, юридик консультациялар эшләне.

Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ буйынса белем биреү семинары, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, спорт ярыштары, балаларға уйындар ойошторолдо, халыҡ дауалаусылары ҡабул итте.

💯Дәүләт думаһы депутаттары Римма Үтәшева, Наталья Орлова, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һ. б. «Берҙәм Рәсәй» Партпроектының «Сәләмәт киләсәк» йәмәғәт советының асыҡ ултырышын уҙғарҙы. Бынан һуң республиканың алдынғы белгестәре килгән МХО яугирҙарына, уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай консультация үткәрҙе һәм медицина ярҙамы күрһәтте.

💯Фестиваль авторы һәм етәксеһе, “Ватан һаҡсылары” фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, бында ҡатнашҡан бөтә гражданлыҡ йәмғиәте институттарының төп маҡсаты – МХО-ла ҡатнашҡан һәр яугирға һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.

“Ер ҡото” фестивале барышында “Ватанды һаҡлаусылар”ҙың юридик десанты эшләне. Унда Рәсәй Социаль фонды, Хәрби комиссариат, БР Нотариаль һәм Адвокаттар палатаһы, БР буйынса Суд приставтарының федераль хеҙмәте, Дәүләт юридик бюроһы, Рәсәй юристары ассоциацияһы, Башҡортостандағы “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары, психологтар, табиптар һ.б. эшләне.
Акция барышында 250 һорау килгән. Күбеһе МХО-ла ҡатнашыу өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәр, социаль ярҙам саралары, мираҫ, торлаҡ һатып алыуҙың отошло юлдары, яугирҙарға реабилитация шарттары, протез буйынса, документтар, хәрби пенсияға индексация кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Йөҙҙән ашыу ветеран һәм МХО-ла вафат булған яугирҙың ғаилә ағзалары үҙ һорауҙары яуаптар алды”,

- тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
7💯3🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌28 июнь - Йәштәр көнө уңайынан баш ҡалала Baby Ti - Арыҫлан Тимеров, Elman, Марат Яруллин, Inst Rinna кеүек йәш йырсыларҙың сағыу концерты ойошторолдо.

Ағиҙел ярым буйында халыҡ бик күп йыйылды.

Иғтибарығыҙға Baby Ti төшөргән видеоны тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, үҙегеҙҙе лә табырһығыҙ әле 😉

Был 1-се өлөшө. Икенсеһе ➡️
7🔥3🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Йәштәр көнө. Өфө. Ағиҙел буйында Baby Ti сығыш яһай. Икенсе өлөшө.

Беренсе өлөшө ⬇️
6👍3🔥1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау өсөн майҙан кәртәләп алына.

Кисәге эштәрҙе Башҡортостан Мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ уначальнигы Салауат Ҡолбахтин килеп тикшергән, подрядсы ойошмаларҙың етәксе белгестәре лә урында.

Милли батырыбыҙ һәйкәлен реставрациялау ҡаты күҙәтеү аҫтында барасаҡ.
5👏4👍3🤬2🤡2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кемдең эш көнө аҙағына етеп килә?

Йылмайығыҙ тағы ла!


Видео: Нәркәс Хәмитова.
👍85💘4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰"Совет майҙанын төҙөкләндергәндә һәр ваҡыт эштән ҡасып шунда бара торғайным. Һәм күмәкләп тырышып, беҙ унда яҡшы урын эшләнек. Хәҙер бында ҡасасаҡмын. Бик алыҫ та түгел",

- ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

🔸Радий Фәрит улы быйыл төҙөкләндерелә башлаған Ленин паркы күренештәре менән бүлешкән. Әле унда эштәр гөрләй: парк тулыһынса яңыртырға тейеш, әммә шул уҡ ваҡытта тәбиғәт һәм мәҙәниәт объекттарына һаҡсыл ҡараш та етди.

🔸Һуңғы тапҡыр бында үткән быуаттың 80-се йылдарында капиталь ремонт яһалған булған.

"Төҙөүселәргә реконструкциянан һуң парк Башҡортостандағы иң яҡшыһы булһын, тигән маҡсат ҡуйҙым. Киләһе йыл Республика көнөнә асылыр, тип ниәтләйбеҙ",

- тип яҙған сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров.
👍11👏2😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Фәрхиназ ялдарға ҡул болғай һәм дүшәмбене ҡаршылай. Барыһына ла ҡарағанда, доға менән",

- тип яҙа үҙенең "ИИ так видит" тигән ТГ-каналында Гөлназ Ғәлимуллина-Макеева.

🔸 Беҙгә бик матур фотолары һәм ҡыҫҡа метрлы кинолары менән таныш Гөлназ ханым яһалма интеллект ярҙамында Прокудин-Горскийҙың фотоһүрәтен йәнләндергән!

📸Был фотола Фәрхиназ Борханова төшкән.

"АҠШ Конгрессы китапханаһы фондын өйрәнгән туғандар бик ҡыҙыҡ факт менән бүлеште: Фәрхиназ һунар иткән, тимерселек менән шөғөлләнгән, ат дағалаған, баҡыр биҙәүестәр яһаған һәм хатта тимер юлы төҙөү өсөн ҡоралдарҙы ослау буйынса дәүләт заказы үтәгән. Үҙемдең "Монисто" документаль фильмымда мин Прокудин-Горскийға һылтанам",
- тип яҙған Гөлназ Ғәлимуллина-Макеева.
8💯4
"Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн"
алғы һыҙыҡта булғандарҙы ҡотлайбыҙ! 💟
8
Audio
Фларид Бирғәлиндең "Йәш егеттәр дәррәү күтәрелде" йыры.
🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө ял минуттарында һеҙгә Алиса Йомағәлиеванан моңло күстәнәс - башҡорт халыҡ йыры "Нуғайбәк" 🩷
🔥145
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌧Бындай күңелде болоҡһотоп торған ямғырлы көндә ғаилә ағзаларығыҙҙы шатландырып, тәмле еләк бәлеше бешереп алығыҙ!
Һеҙгә Светлана Насированың рецебын тәҡдим итәбеҙ.🍓

ЕЛӘКЛЕ БӘЛЕШ

🍓Ҡамыр: 1 йомортҡа + 3-4 ҡалаҡ шәкәр = ныҡ итеп туғыйбыҙ, + 1 ҡап ирегән аҡ май + ярты балғалаҡ сода + он. Йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.

🍓Эслек:
йәнегеҙ теләгән еләк. Мин баҡса еләге һалдым.

🍓Өҫлөк: 1 йомортҡа + 4-5 ҡалаҡ шәкәр = ныҡ итеп туҡыйбыҙ + 250 гр. магазин ҡаймағы + 2 ҡалаҡ он + балғалаҡ осонда сода = ныҡ итеп болғайбыҙ.

🍓Ҡамырҙы майлы табаға ҡул менән йәйәбеҙ. Унан һуң еләк һалабыҙ, уның өҫтөнә тигеҙ генә итеп - шыйыҡ өҫлөк.

🍓Алдан ҡыҙҙырылған 180 градуслы мейестә ярты сәғәттәй бешерәбеҙ!
Ииииииҫ киткес тәмле була!
7🍓4
Ҡышҡы Ирәмәлде йыш күрһәтә инек, бына йәйгеһен дә күрегеҙ 😍 Илнур Байегетов фотоһы.

Хәйерле көн! 🌿
12