Ҡышҡы Ирәмәлде йыш күрһәтә инек, бына йәйгеһен дә күрегеҙ 😍 Илнур Байегетов фотоһы.
Хәйерле көн! 🌿
Хәйерле көн! 🌿
❤12
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорттар урман эргәһенән барһа - урман тураһында, тау буйлап барһа - тау тураһында, йылға булап барһа йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән сағыштыра, ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра",- тип яҙа 19-сы быуатта йәшәгән рус этнографы, фольклорсы, крайҙы өйрәнеүсе Руф Игнатьев.
Видео: интернеттан.
🔥15👎1
📌БАШҠОРТОСТАНДА ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ КАНТОН СИСТЕМАҺЫ БӨТӨРӨЛӨҮГӘ - 160 ЙЫЛ
🔰Башҡортостанда кантон системаһы 1798 йылдан 1865 йылға тиклем булған.
💯Уны башҡорт ихтилалдарын булдырмау, Урта Азияға баҫып инеү плацдармы булдырыу өсөн индерәләр.
📍 Идара итеүҙең кантон системаһы рәсми рәүештә 1798 йылдың 10 апрелендә указ менән индерелә.
📍 Указға ярашлы:
🔹башҡорттар һәм мишәрҙәр хәрби-хеҙмәтле ҡатламға күсерелә;
🔹 башҡорттар, мишәрҙәр, Ырумбур һәм Урал казактары йәшәгән территория кантондарға бүленә;
🔹 башҡорт һәм мишәр кантондары башлыҡтары генерал-губернаторға туранан-тура буйһона;
🔹 кантондарҙа вазифалы кешеләр башҡорт һәм мишәр аҡһөйәктәре булған, улар һалымдан азат ителгән.
📍 Төп хәрби йөкләмәнән тыш, кантондар халҡының бурыстары:
🔸түләүһеҙ хеҙмәт йөкләмәһе - юлдар һәм күперҙәр төҙөү, яңы сик һыҙыҡтары үткәреү һәм төҙөкләндереү, Ырымбур сик һыҙығы нығытмаларына аҙыҡ түлек һ.б. йөк ташыу, ағас әҙерләү, Ырымбур губернаһы ҡалаларын төҙөкләндереү, ғәскәр хужалығында эшләү һ.б.,
🔸юл - юлдарҙы, күперҙәрҙе йүнәтеү һәм тотоу,
🔸ылау - чиновниктарға хеҙмәт ихтыяждары өсөн ат һәм ылау биреү,
🔸элемтә - почта, курьерҙар йөрөтөү һ.б., 1834 й. аҡсалата почта йыйымына алмаштырыла,
🔸фатир - ситтән килгән командаларға көтөүлектәр биреү, лазареттар, ат аҙбарҙары төҙөү һ.б. йөкләмәләр үтәргә тейеш була.
💯1865 й. 2 июлендәге “Башҡорттарға идара итеүҙе хәрби ведомствонан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” Дәүләт Советы Ҡарарына ярашлы, кантон системаһы бөтөрөлә, башҡорттар һәм башҡалар дөйөм өйәҙ һәм крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары менән мировой аралашсылар буйһоноуына күсә.
Ырымбур губернаһын Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүлгәндән һуң, 1866 й. 1 февраленә ҡарай Ырымбур, Өфө, Вятка губерналарында, Пермь губернаһында, Һамар губернаһында йәшәгән кантон халҡын граждандар ведомствоһына күсереү тамамлана.
📍 Идара итеүҙең кантон системаһын бөтөрөү Крәҫтиән реформаһының бер өлөшө була.

❤6👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Аяз айыу кемдең тауышы менән һөйләй?
"Балалар" проектының йәнһүрәттәрендәге Аяз исемле айыу Лилиә Йылҡыбаева тауышы менән һөйләшә икән!
Йәнһүрәтте тауышландырыу барышынан бер ҡыҙыҡ видео таптыҡ, ҡарағыҙ 😉

❤14
📌Был көндәрҙә Өфөгә бөтә илдән йәш ғалимдар йыйылды - XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар һәм студенттар советтары съезы үтә.
"Торатау" конгресс-холында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ Беларусь һәм Ҡытай илдәренән 1300 ҡатнашыусы йыйылды. Улар 4-се июлгә тиклем эшләй.
Республикала йәш ғалимдарға бер нисә төр ярҙам саралары булдырылған, шулай уҡ федераль проекттарҙа ҡатнашҡан вуздарға аҡса бүленә, "Йәштәр һәм балалар" милли проект сиктәрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлә.
- тине Радий Фәрит улы һәм барыһына ла уңыштар теләне.

"Мин Санкт-Петербургҡа аспирантураға 1991 йылда, ил өсөн ябай булмаған осорҙа уҡырға индем. Һәм тормошон фән менән бәйләгән йәш кешегә нимә мөһим, ул ниндәй ауырлыҡтар кисереүен яҡшы аңлайым",- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Республикала йәш ғалимдарға бер нисә төр ярҙам саралары булдырылған, шулай уҡ федераль проекттарҙа ҡатнашҡан вуздарға аҡса бүленә, "Йәштәр һәм балалар" милли проект сиктәрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлә.
"Һуңғы йылдарҙа беҙ республиканың фән һәм юғары уҡыу йорттарын үҫтереүгә күп көс һалдыҡ, уның ландшафына етди үҙгәрештәр индерҙек. Һәм бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ араһынан берәйһе ҡалырға һәм тормошон Башҡортостан менән бәйләргә теләһә, бик шат булырмын. Һөнәри үҫештең индивидуаль юлын төҙөрбөҙ, шәхсән ҡушыласаҡмын тип вәғәҙәләйем",
- тине Радий Фәрит улы һәм барыһына ла уңыштар теләне.
❤8👍2
Хәйерле көн! 🍓
Әллә эйәләшкән бер болот тәҡәтегеҙгә тейәме? 🤭
Ошонда комментарийҙарҙа фотоларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ! 🥰
Фото: Екатерина Перминова, Башҡортостан.
Еләк-емеш йыяһығыҙмы?

❤9