Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаларының дөйөм йыйылышында филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин ойошма эргәһендә Аҡһаҡалдар советы ҡороп булмаҫмы, тип тәҡдим итте.
Ғалим был быуындар бәйләнешен һаҡлау, тәжрибә һәм фекер уртаҡлашыу өсөн кәрәк, тип иҫәпләй.
7👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Баймаҡ районы егеттәре әрме хеҙмәтенә бына шулай бейеп йүнәлә 👏

Райондан 20 йәш егет әрме сафтарына алынған. Улар араһында Билал ауылынан Айнур Әхмәтов та бар - тап ул дәртле бейеүе менән барыһының да күңелен күтәргән.

Ошо көндәрҙә ваҡытлыса хеҙмәткә алынған барлыҡ егеттәрҙең бурыстарын еңел һәм уңышлы үтәп ҡайтыуын теләйбеҙ! 🫶


Видео: "Сибай. Подслушано в Зауралье" төркөмөнән.
🔥11👍43👏2💩2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Йырсы Rnt яңы йыр тәҡдим итә - "Замана" тип атала.

"Аҡһаҡал ролендә барыһы ла яратҡан Хөрмәтулла Үтәшев. Ул ижад юлым башланғандан алып мин төшөргән тректарҙа ҡатнаша, рәхмәт!"

- тип яҙған йырсы.

Нисек?
8💘5🤣4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰
"Барыбыҙҙың да алдында яуаплы, илебеҙ өсөн, уның суверенлығы, беҙҙең киләсәк өсөн мөһим бурыстар тора. Бөгөн, бына тиклем булмағанса, берләшеү һәм берҙәмлек кәрәк, шул иҫәптән идеологик фронтта ла.

Республикала ҙәби һүҙгә, бөтә беҙҙең мәҙәни тормошҡа ярҙам итеү курсы  дауам ителәсәк һәм, мөмкин булғанса киңәйтеләсәк. Беҙ һеҙҙең ижади башланғыстарҙы күтәрмәләйәсәкбеҙ",

- тигәйге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Яҙыусылар союзы ағзаларының дөйөм йыйылышы барышында.

Ойошманың рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
5👍4🔥3😁1
📌 Йылайыр районында "Бесән туйы" тип аталған бик матур сара үткән.

🔥Иң оло ҡатнашыусы Сәғирә Солтановаға 82 йәш, 2-се фотола.

🔹Халыҡ Мәҡсүт һәм Йомағужа ауылдары араһындағы Таллыҡ яланына йыйылып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан. Берәүҙәр бесән һәм бесәнселәргә арнап шиғырҙар ижад иткән, икенселәр иң тәмле сөсө икмәк бешереп алып килгән, иң тәмле айран эшләгән.

🔹Шулай ҙа сараның төп йәме салғы һаплау, таған аҫып сәй ҡайнатыу һәм әлбиттә, бесән сабыу ярыштарында булған.

Был турала район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итә.

- Борондан килгән йолаларыбыҙҙы иҫләп, берләшеп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Иң мөһиме тыуған ереңде яратырға, уны һаҡларға, тәрбиәле итеп тоторға кәрәк.
Беҙгә ҙур мөмкинлек бирелгән: йыйылып аралашырға, бесән эшләргә, бесәндең еҫен белергә. Беҙгә бирелгән байлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер беребеҙгә ҡыуанып йәшәмәһәк, беҙҙең көс тә булмаҫ ине.
Хәҙер бесән бешеп еткән ваҡыт. Йыл да бесән мул булыуын теләйем. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһындар. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур. Аралашып, ял итеп, еребеҙҙән көс-ҡеүәт алып ҡайтығыҙ",
- тип яҙған Борис Николаевич сәхифәһендә.

Ысынлап та, гүзәл күренеш, эйе бит? 🥰
👍92🥰2💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️

Видеола ҡоштар осор бейеклектән Бөрйән районы🫶
10💘3
Еләктән бөйөрөктәр🍓

#Уңған_килендән_рецепттар

Ҡамыр өсөн:
300 г ауыл ҡаймағы (йә магазин ҡаймағы)
100 мл кефир, йә һөт, йә йогурт
1 йомортҡа
1 балғалаҡ тоҙ
0,5 балғалаҡ аш содаһы
он (~3-4 стакан)

Эслек өсөн:
300-350 г еләк
шәкәр
май

Әҙерләү:
Йомшаҡ ҡаймаҡҡа кефир, йомортҡа, тоҙ ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Соданы онға ҡушып болғатығыҙ ҙа, иләк аша үткәреп, шыйыҡ массаға ҡуша-ҡуша, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Әҙер ҡамырға 20 минутлап ял бирегеҙ.

Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп йомроҡастар әүәләгеҙ. Һәр береһен уртаса ҡалынлыҡта йәйеп, эслек өсөн әҙерләнгән еләкте һалығыҙ, өҫтөнә тәм буйынса шәкәр һибегеҙ. Теләгәндә әҙерәк май киҫәге һалығыҙ. Яҡынса 20-22 бөйөрөк сығасаҡ.

Бөйөрөктәрҙе 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерегеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
🙏61
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үәт әй, шәп баҫа! 🔥

Урал Тимеров видеоһы.
🔥9🥰51
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялығыҙ нисек үтә? 🫶

Лилиә Сәғитова видеоһы.
8🔥3👌2
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,
Күҙемдәге нурғынам,
Йөрәгемде моңға төргән
Йырлап туймаҫ йырғынам,
Ҡыҙым минең, ҡыҙғынам,
Баҙлап торған ҡуҙғынам.
Шул ҡуҙыңды йәндәй һаҡлап,
Башҡаларҙан ҡыҙғанам.
Һүндермәйсә утыңды,
Һаҡлап йылы ҡотоңдо
Йәшәтһәсе яҙмышҡайың
Ҡурсып тормош һутыңды.
Берҙән-берем, бер генәм,
Көтөп алған гөл генәм.
Бишектән үк сер бүлешеп,
Көлөп ятҡан үҙгенәм.
Төҫөм минең, ҡыҙсығым,
Кинәнер уйынсығым.
Мин бит Әсә, ҡыҙ балала -
Өмөтөм, йыуанысым.

Светлана НАСЫРОВА.
10💘5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, һоҡланайыҡ бергә!

Видео: Лилиә Ғибәҙәтова.
🔥85🤨1
Хәйерле көн!
Кемдәр эшләй - уңышлы эш аҙнаһы, кемдәр отпускыла - яңы көс-дәрт тупларлыҡ шәп ял итегеҙ! 🥰

📍 Ҡыҙыл шишмә (Красный Ключ), Нуриман районы, Башҡортостан.

Ҡыҙыл шишмә - Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла иң ҙур эсәр һыу сығанаҡтарының береһе.
5👍5