Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️

Видеола ҡоштар осор бейеклектән Бөрйән районы🫶
10💘3
Еләктән бөйөрөктәр🍓

#Уңған_килендән_рецепттар

Ҡамыр өсөн:
300 г ауыл ҡаймағы (йә магазин ҡаймағы)
100 мл кефир, йә һөт, йә йогурт
1 йомортҡа
1 балғалаҡ тоҙ
0,5 балғалаҡ аш содаһы
он (~3-4 стакан)

Эслек өсөн:
300-350 г еләк
шәкәр
май

Әҙерләү:
Йомшаҡ ҡаймаҡҡа кефир, йомортҡа, тоҙ ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Соданы онға ҡушып болғатығыҙ ҙа, иләк аша үткәреп, шыйыҡ массаға ҡуша-ҡуша, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Әҙер ҡамырға 20 минутлап ял бирегеҙ.

Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп йомроҡастар әүәләгеҙ. Һәр береһен уртаса ҡалынлыҡта йәйеп, эслек өсөн әҙерләнгән еләкте һалығыҙ, өҫтөнә тәм буйынса шәкәр һибегеҙ. Теләгәндә әҙерәк май киҫәге һалығыҙ. Яҡынса 20-22 бөйөрөк сығасаҡ.

Бөйөрөктәрҙе 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерегеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
🙏61
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үәт әй, шәп баҫа! 🔥

Урал Тимеров видеоһы.
🔥9🥰51
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялығыҙ нисек үтә? 🫶

Лилиә Сәғитова видеоһы.
8🔥3👌2
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,
Күҙемдәге нурғынам,
Йөрәгемде моңға төргән
Йырлап туймаҫ йырғынам,
Ҡыҙым минең, ҡыҙғынам,
Баҙлап торған ҡуҙғынам.
Шул ҡуҙыңды йәндәй һаҡлап,
Башҡаларҙан ҡыҙғанам.
Һүндермәйсә утыңды,
Һаҡлап йылы ҡотоңдо
Йәшәтһәсе яҙмышҡайың
Ҡурсып тормош һутыңды.
Берҙән-берем, бер генәм,
Көтөп алған гөл генәм.
Бишектән үк сер бүлешеп,
Көлөп ятҡан үҙгенәм.
Төҫөм минең, ҡыҙсығым,
Кинәнер уйынсығым.
Мин бит Әсә, ҡыҙ балала -
Өмөтөм, йыуанысым.

Светлана НАСЫРОВА.
10💘5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, һоҡланайыҡ бергә!

Видео: Лилиә Ғибәҙәтова.
🔥85🤨1
Хәйерле көн!
Кемдәр эшләй - уңышлы эш аҙнаһы, кемдәр отпускыла - яңы көс-дәрт тупларлыҡ шәп ял итегеҙ! 🥰

📍 Ҡыҙыл шишмә (Красный Ключ), Нуриман районы, Башҡортостан.

Ҡыҙыл шишмә - Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла иң ҙур эсәр һыу сығанаҡтарының береһе.
5👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ЙӘЙ БАШЫ

Ниңә ауыр былай күңелеңә,
Барыһын да белгән йоҫоҡҡа?..
Мәңге тормай яҙ – яҙ, наҙ көйө,
Көрһөнмәсе, ҡарап офоҡҡа.

Ваҡыт инде ҡыҫҡа был ғүмерҙә
Һәр миҙгелдең ҡәҙерен белергә.
Миләшкәйең ҡойһа сәскәләрен,
Гөлйемешкәй бағыр был ергә.

Тик тоғро ҡал барлыҡ таңдарыңа,
Ялған шауҙа ҡалма аҙашып.
Тынмаҫ борон һандуғасты тыңла,
Тыуған саҡта йомарт йәй башы!..

Рәми ҒАРИПОВ.
6🔥5
🎸«ҠошЮлы» республика башҡорт бард фестивале быйыл 14-се тапҡыр ойошторола.

🔥11-13 июлдә гитарала уйнап, йырларға һәм уларҙы тыңларға яратыусылар Ейәнсура районында "Аманат" кафеһы эргәһендә урынлашҡан яланда йыйыласаҡ.

Фестивалгә теләгән һәр кем килә ала, ә бына конкурсанттар финалға һайлап алыу турын үткән.

Ойоштороусыларҙың төп талабы: иҫерткес эсемлектәр булмаҫҡа тейеш.

📍 Адресы: Ейәнсура районындағы "Аманат" кафеһы эргәһендәге "ҠошЮлы" яланының координаттары - 52.126740, 56.734265.

Унда һәр кем үҙаллы транспорт юллап бара ала, йәки ойоштороусылар тәҡдим иткән автобусҡа сығырға була.

Автобус менән барып ҡайтыр өсөн башта Яндекс-форма тултырырға кәрәк. Юл хаҡы бер яҡҡа 1000 һум (барып ҡайтыу өсөн 2 мең һум була).
Автобус 11 июль сәғәт 12.00-дә Пушкин урамы, 86 ( Йәшлек House) эргәһенән ҡуҙғала.

forms.yandex.ru/u/686907a9...

🏕️
Иркен яланда палаткалар ҡороп, усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып ашарға бешереп, гитара ҡылдары ыңғайына моңланып, көндә һыу инеп, төндә йондоҙҙар күҙәтеп, егеттәр ҡыҙҙар күҙләп ҡайта торған сара был. Мотлаҡ барығыҙ! 🫶
6🔥5
🌾Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл - ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре гөрләй.

🌿Иглин районында 2025 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, 3000 гектарҙа ауыл хужалығы ерҙәре сабып алынған. Был дөйөм күләмдең 15.1 процентын тәшкил итә, бөтәһе 19 993 га майҙанда сабылырға тейеш.

🌿Бесән 1360 тонна әҙерләнгән, бөтәһе 8300 тонна кәрәк. Сенаж 6550 тонна йыйылған, 26 мең тонна ниәтләнә.

🌿Бер баш малға яҡынса 3.37 центнер аҙыҡ әҙерләнгән, 17.80 центнер булырға тейеш.

Былар тураһында Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова хәбәр иткән һәм ауыл хужалығы эшсәндәренә уңлы эш, матур һауа торошо теләгән.
👍62
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында капиталь ремонт бара. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова яҙып сыҡты.

💯Август уртаһына белем усағының уҡыу корпусында капиталь ремонт тамамланырға тейеш, ти.

Эштәр "Йәштәр һәм балалар" милли проекты менән "БР мәғарифының ктэп системаһын модернизациялау" төбәк проекттары сиктәрендә атҡарыла.

Эльвира Айытҡолова Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов менән бергә эш барышын барып күргән.


"Уҡыу корпусының фасады яңыртылып ҡына ҡалмай, ә тәү сиратта йылытыла. Ашханала ла яңыртып ҡороу башланған, иҙән плиткаһы алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, яңы өҫтәлдәр һәм ултырғыстар ҡуйыласаҡ.

Уҡыусылар һәм уҡытыусыларға кәрәкле ҡорамалдар һатып алына, шул иҫәптән интерактив таҡталар. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм Ватанды һаҡлау ҡағиҙәләре, хеҙмәт дәрестәре кабинеттарына кәрәкле әйберҙәр һәм күрһәтмә әсбаптар менән йыһазландырыла. Тағы ла 1 сентябрҙә гимназия уҡыусылары интернат һәм мәктәп биналарына яңы асфальт буйлап барасаҡ. Территорияны тәртипкә килтереү эштәре августан башланасаҡ",

- тип яҙған Эльвира Ринат ҡыҙы.
👍91
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандағы иң матур 7 урын "Гуляй смело" төркөмө күҙлегенән:

🔹Еләкташ (Малиновая гора)
🔹Айғыр
🔹Ҡыҙыл шишмә
🔹Атыш шарлауығы
🔹Уҡлы ҡая
🔹Ҡыраҡа һырты
🔹Сыбарҡая (Айские притёсы)

Ялдарҙа ғаилә һәм дуҫтар менән сәйәхәт ҡылырлыҡ тағы ниндәй урындар бар? Яҙығыҙ 😉
🔥92
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Юлда булғандарға - хәйерле юлдар, эштә - уңышлы көн, ялда - күңелле минуттар, һәр кемгә - һаулыҡ, бәхет һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ! 🥰

Видео: Салауат Юнысов.
📍 Өфө - Белорет юлы
10💘3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тайфун Ҡоролтаевич Учалы районында үткән "Олотау йыйыны"нда булған икән.
Ҡарағыҙ, нисек күңелле үткән!🔥


Сара Рәсәйҙең спорт мастеры Ғәлин Ғайсар Хәлидәр улы иҫтәлегенә бағышлап 7-се тапҡыр ойошторола.
Быйыл унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия футбол һөйөүселәре йыйылған.

48 ир-егеттәр командаһы араһында:
🥇Беренсе урын - Ырымбур өлкәһенең "Домбаровский" командаһы
🥈Икенсе урын - Силәбе өлкәһенең "Ишалино" командаһы
🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Северный" командаһы (әбйәлилдәр)

🔥Чемпиондарға башҡорт тоҡомло ат һәм 300 мең һум аҡсалата бүләк биргәндәр.

12 ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһында:
🥇Беренсе урын - Силәбе өлкәһенең "Көньяҡ Урал" командаһы
🥈Икенсе урын - Башҡортостандан "Мамочки ФК Уфа"
🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Элита" (учалылар) алған.

🔥Чемпиондарға һыйыр һәм 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылған.
6🔥6👍3👏1