This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Өфөләге "Планета" сауҙа үҙәгенең ҡыйығында Айнур Асҡаровтың "Йәй. Ҡала. Мөхәббәт" фильмын күрһәтәләр.
Шулай уҡ фильмды төшөрөүселәр һәм актерҙар менән осрашыу була: Айҙар Аҡманов, Анастасия Речистер, Эмир Пайдем һәм Светлана өләсәй һәм башҡалар килеүе көтөлә.
📍 «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге, №4 сығыу урыны тапҡыры
⏰ Башлана сәнғәт 20:30
🎫 Инеү бушлай
Сығанаҡ: @ufa_tyt

👍7
Йома мөбәрәк булһын! ☀️
📍 Ғафури районы, Мәмбәт ҡаяһы.
🏞️Бейек уңыш һәм бәхет тауҙарына аҫтан ғына һоҡланып тормаҫлыҡ, үрмәләп менерлек һәм моратығыҙға ирешерлек ихтыяр көсөгөҙ булһын!
📍 Ғафури районы, Мәмбәт ҡаяһы.
❤4🔥2🙏2💘2🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Оҙон-оҙаҡ бала саҡ 💘
Был кадрҙар менән "Башҡорт аты - Башҡортостан бренды" документаль фильмы авторҙары бүлешкән. Әлеге ваҡытта уны Баймаҡ районында төшөрәләр.
Проектҡа нигеҙ һалыусы - Рита Өмөтбаева, режиссеры - Альбина Ғәликәева, тиелгән.
Был кадрҙар менән "Башҡорт аты - Башҡортостан бренды" документаль фильмы авторҙары бүлешкән. Әлеге ваҡытта уны Баймаҡ районында төшөрәләр.
Фильм Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамын алған.
Проектҡа нигеҙ һалыусы - Рита Өмөтбаева, режиссеры - Альбина Ғәликәева, тиелгән.
❤🔥7👍4💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БЕСӘН
Болон йәмләр үлән - кәбәндәрҙә,
Ҡалҡып ҡына килә йәш ҡурпы,
Сабынлыҡты ялмап томан ала -
Елбәҙәккәй генә аҡ ҡырпыу.
Киске тауыш китә әллә ҡайҙа-
Ат бышҡыра, сыңлай зыңғыры,
Кемдер кемгә хәбәр бирә буғай -
Арғы яҡта ҡуя һыҙғырып.
Эңер көйләй ана, сөр-сөр итә,
Юл буйына килә оҙатып,
Бесән еҫе, урман, йылға еҫе...
Ҡояш бата, шәфәҡ ҡуҙлатып.
Шатлыҡтар ҙа була икән моңһоу,
Бесән бөттө, иңдән эш төштө,
Томандарҙың дымы ултырҙымы -
Керпегемдән өҙөлөп йәш төштө.
Томан арттарында тороп ҡалды
Иңле-иңле бакуй һалыуҙар,
Салғыларҙы сыңлатып яныуҙар,
Күбә һуғып арыу-талыуҙар...
Июль, июль...Инде малым да юҡ,
Кәрәк түгел бесән сабаһы,
Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом,
Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы.
Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй
Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер:
Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең
Булған икән йәшлек рәхәте.
Һынай ине бесән һәр берәүҙе,
Әйтәм әле берҙе биш итмәй:
Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме -
Сабынлыҡта элгән бишектәр...
Гүзәл СИТДИҠОВА.
2014
Видео: интернеттан.
Болон йәмләр үлән - кәбәндәрҙә,
Ҡалҡып ҡына килә йәш ҡурпы,
Сабынлыҡты ялмап томан ала -
Елбәҙәккәй генә аҡ ҡырпыу.
Киске тауыш китә әллә ҡайҙа-
Ат бышҡыра, сыңлай зыңғыры,
Кемдер кемгә хәбәр бирә буғай -
Арғы яҡта ҡуя һыҙғырып.
Эңер көйләй ана, сөр-сөр итә,
Юл буйына килә оҙатып,
Бесән еҫе, урман, йылға еҫе...
Ҡояш бата, шәфәҡ ҡуҙлатып.
Шатлыҡтар ҙа була икән моңһоу,
Бесән бөттө, иңдән эш төштө,
Томандарҙың дымы ултырҙымы -
Керпегемдән өҙөлөп йәш төштө.
Томан арттарында тороп ҡалды
Иңле-иңле бакуй һалыуҙар,
Салғыларҙы сыңлатып яныуҙар,
Күбә һуғып арыу-талыуҙар...
Июль, июль...Инде малым да юҡ,
Кәрәк түгел бесән сабаһы,
Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом,
Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы.
Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй
Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер:
Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең
Булған икән йәшлек рәхәте.
Һынай ине бесән һәр берәүҙе,
Әйтәм әле берҙе биш итмәй:
Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме -
Сабынлыҡта элгән бишектәр...
Гүзәл СИТДИҠОВА.
2014
Видео: интернеттан.
❤9🔥7👍5💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Июль айындағы һуңғы шәмбе-йәкшәмбегә әҙерһегеҙме, дуҫтар?🤯
Матур ял итегеҙ!
🥰8🔥4💘2❤1