Ата-әсәй ҡолағына😉
Балалар баҡсаһына йә мәктәпкә йөрөгән балаларығыҙға көҙҙән файҙаланып, ошондай сағыу ҡул эштәре яһарға өйрәтә алаһығыҙ!

🥰3
ТИРМӘЛӘР ХАТАЛЫМЫ?
Бер кеше Өфө ҡалаһында тирә-яғы төҙөкләндерелеп, киң йәмәғәтселеккә яңыраҡ асылған һыу биреү башняһы эргәһенә ҡуйылған тирмәләрҙең дөрөҫлөгөнә шик белдергәйне ошо көндәрҙә.
Был өфөлө “Википедия”ға таянып, тирмәләргә һуғылған тамғалар
Был яңылыҡты “Тайфун Ҡоролтаевич” та үҙендә баҫтырып, һәр ваҡыттағыса, тапҡыр комментарий ҙа биреп ҡуйғайны.
“Ағиҙел” башҡорт художество берекмәһе тарафынан эшләп урынлаштырылған был тирмәләрҙәге тамғаларҙың башҡорт халҡына һәм, ғөмүмән, боронғо төркиҙәргә хас булыу-булмауын ошо өлкәне өйрәнгән, “Башҡорт тамғалары һәм уларҙың атамалары” ғилми хеҙмәте авторы, филология фәдәре кандидаты Вадим Толомбаевтан белештек.
Ғалим һүҙҙәренә таянып, ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙан да ҡарап, әлеге тирмәләрҙәге билдәләрҙең хаталы түгеллеген һәм бер ниндәй ҙә англосаксон рундарына ҡыҫылышы булмауын аңлайбыҙ.
Белегеҙ, яңы йәмәғәт урынын барып күрмәгән дә, әммә бәйләнер урын тапҡан айырым кешеләрҙең ялғаны был. Кемгәлер һыу биреү башняһы эргәһендә тирмәләр ҡуйылыуы урынһыҙ булып күренгән. Ә халыҡҡа уңайлыҡты хәстәрләгән, ниндәйҙер матур ял итеү урыны эшләгән кешеләрҙең хеҙмәте күҙгә лә эленмәгән. Вәт!
Әйткәндәй, был урын Өфөлә Телеүҙәк артындағы Алтай урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан. Мотлаҡ барып ҡарағыҙ, сөнки унан тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә!
Бер кеше Өфө ҡалаһында тирә-яғы төҙөкләндерелеп, киң йәмәғәтселеккә яңыраҡ асылған һыу биреү башняһы эргәһенә ҡуйылған тирмәләрҙең дөрөҫлөгөнә шик белдергәйне ошо көндәрҙә.
Был өфөлө “Википедия”ға таянып, тирмәләргә һуғылған тамғалар
“англосаксон руналары, төрки һәм булғар халыҡтарында улар ҡулланылмаған”, тип иҫбатлай. Был яңылыҡты “Тайфун Ҡоролтаевич” та үҙендә баҫтырып, һәр ваҡыттағыса, тапҡыр комментарий ҙа биреп ҡуйғайны.
“Ағиҙел” башҡорт художество берекмәһе тарафынан эшләп урынлаштырылған был тирмәләрҙәге тамғаларҙың башҡорт халҡына һәм, ғөмүмән, боронғо төркиҙәргә хас булыу-булмауын ошо өлкәне өйрәнгән, “Башҡорт тамғалары һәм уларҙың атамалары” ғилми хеҙмәте авторы, филология фәдәре кандидаты Вадим Толомбаевтан белештек.
“Был билдәләр яҙылышы буйынса башҡорттарҙың ырыу билдәләре - тамғалар менән тулыһынса оҡшаш. Әгәр ҙә беҙ алфавит тураһында әйтһәк, бындағы ике хәреф кенә (уларҙы билдәләнем) бер аҙ шик тыуҙыра. Улар боронғо төрки алфавитының дөйөм ҡабул ителгән хәрефтәре араһында юҡ. Әммә был билдәләрҙең оҡшаш төрҙәре ҡайһы бер боронғо төрки рун яҙмалары ҡомартҡыларында осрай”, - тип һығымта яһаны Вадим Зәйнулла улы. Ғалим һүҙҙәренә таянып, ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙан да ҡарап, әлеге тирмәләрҙәге билдәләрҙең хаталы түгеллеген һәм бер ниндәй ҙә англосаксон рундарына ҡыҫылышы булмауын аңлайбыҙ.
Белегеҙ, яңы йәмәғәт урынын барып күрмәгән дә, әммә бәйләнер урын тапҡан айырым кешеләрҙең ялғаны был. Кемгәлер һыу биреү башняһы эргәһендә тирмәләр ҡуйылыуы урынһыҙ булып күренгән. Ә халыҡҡа уңайлыҡты хәстәрләгән, ниндәйҙер матур ял итеү урыны эшләгән кешеләрҙең хеҙмәте күҙгә лә эленмәгән. Вәт!
Әйткәндәй, был урын Өфөлә Телеүҙәк артындағы Алтай урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан. Мотлаҡ барып ҡарағыҙ, сөнки унан тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә!
❤4👍1😴1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
- Ҡурай!
- Әү!
- Ҡайҙа үҫтең?
- Урманда.
Ҡурайсы Марат Тулыбаев.
Денис Өмөтбаев видеояҙмаһы.
- Әү!
- Ҡайҙа үҫтең?
- Урманда.
Ҡурайсы Марат Тулыбаев.
Денис Өмөтбаев видеояҙмаһы.
❤5
Хәтәр, ивет?
Был сувенир "Шүлгәнташ" музейында һатыла, тип хәбәр иттеләр.
Уны Өфө дизайнеры Тимур Сабитов эшләгән.😎
Оҡшаймы?
Был сувенир "Шүлгәнташ" музейында һатыла, тип хәбәр иттеләр.
Уны Өфө дизайнеры Тимур Сабитов эшләгән.
Оҡшаймы?
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
“Hazina” этно-проекты тураһында беләһегеҙме?
Улар - "Бишбармаҡ-шоу"ҙа ҡунаҡта, иртәгә көндөҙгө сәғәт 4-тә яңы сығарылыш көтөлә.
Был ҡыҙыҡты күрмәй ҡалмағыҙ!

🔥4👏2
✅“Мин робот түгел” билдә ҡуй: CAPTCHA нисек барлыҡҡа килгән?
📍Капча – ул беҙ сайтҡа үтер өсөн яҙған сәйер символдар ғына түгел. Был сайтты спам һәм фейк аккаунттар булдырған автоматлаштырылған боттарҙан һаҡлау ысулы ла.
📍Ҡыҫҡартылған һүҙ “Компьютерҙарҙы һәм кешеләрҙе айырыу өсөн Тьюрингтың тулыһынса автоматлаштырылған тесты” тигәнде белдерә.
⬆️Башта
💥2000 йылда Карнеги-Меллон университетынан Луис Фон Ан командаһы CAPTCHA-ны кешене машинанан айырыу өсөн уйлап таба.
Кеше үҙгәртелгән символдарҙы тиҙ айыра, ә компьютер быны булдыра алмай.
⬆️Үҫеш
💥2009 йылда киң йәмәғәтселек иғтибарына reCAPTCHA тәҡдим ителә, ул кеше булыуыңды тикшереүҙән тыш, бының өсөн түккән көсөңдө китаптарҙы һәм рәсми ҡағыҙҙарҙы цифрлаштырыуҙа ла ҡуллана.
Система ҡулланыусыларға ике һүҙ тәҡдим итә: шуның береһе компьютерға билдәле, ә икенсеһе – танып булмаған сканланған текстан алынған. Был китаптарҙы цифрлаштырыуҙы тиҙләтә.
💥2014 йылда Google тағы ла уңайлыраҡ система - No CAPTCHA тәҡдим итә. Инде “Мин робот түгел” тигән билдә генә ҡуйырға кәрәк. Шикле осраҡта унда өҫтәлмә эштәр бирелә, мәҫәлән, һүрәттәрҙән светофорҙарҙы эҙләргә тәҡдим ителә. Был эштәр кешене тикшереүҙән тыш, пилотһыҙ автомобилдәрҙә ҡулланылған AI-ларҙы өйрәтергә ярҙам итә.
⬆️AI һәм CAPTCHA
Яһалма интеллект үҫешеү менән CAPTCHA алдында яңы һынауҙар тыуа. Заманса нейрон селтәрҙәр уны тулыһынса таный ала, шуға капча ла ҡатмарлаша бара.
Хатта ҡайсаҡ кеше ул ҡушҡан эште үтәй ҙә алмай...
✅Капчала светофорҙарҙы табып, пилотһыҙ автомобилдәр үҫешенә өлөш индереүегеҙҙе белә инегеҙме?
😎 - Эйе
😱 - Нимәәә?

❤3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Танынығыҙмы?
Йығылып ятып ҡарай торғайнығыҙмы?
Йығылып ятып ҡарай торғайнығыҙмы?
❤3😁2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ТЫЛСЫМЛЫ ҺАНДЫҠ БУЛҺА, нимә һорар инегеҙ?
Билдәле актер Илгиз Таһиров кеүек аҡса түгер инегеҙме-юҡмы?😁

👏4👍3🔥1
Forwarded from БИШБАРМАҠ ШОУ
Дуҫтар! Яңы сығарылыш, был юлы беҙҙә ҡунаҡта "Хазина" этно проекты булды😍😍😍
Ҡарайбыҙ!
https://vk.com/wall-38277591_9774
Ҡарайбыҙ!
https://vk.com/wall-38277591_9774
VK
Башкирская Открытая Лига КВН. Запись со стены.
Дуҫтар! "Бишбармаҡ- шоу"-ҙа өр яңы сығарылыш! Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэға ... Смотрите полностью ВКонтакте.
🔥5
ТАТАР ХАЛҠЫНЫҢ 1812 ЙЫЛҒЫ ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҠАТНАШЫУЫ ТУРАҺЫНДА ЯҢЫ КИТАП СЫҠҠАН
Ғилми хеҙмәтте ғалим Хәлим Абдуллин яҙған, тип хәбәр ителә “Татарҙар тарихы” төркөмөндә.
🔥Был яңылыҡ социаль селтәрҙәрҙә “Тиҙҙән “Төньяҡ башҡорттары” ул башҡорттар түгел, ә... Тиерҙәрме?” тигән комментарий аҫтында таралып, кире фекерҙәр ҙә тыуҙырып өлгөрҙө.
✅“Татары в Отечественной войне и заграничных походах русской армии 1813-1814 гг” тигән был китап әлегә Башҡортостан тарихсылары ҡулына килеп эләкмәгән, шуға уның 27 сентябрҙә үткән исем туйына арналған мәҡәлә буйынса ғына һүҙ йөрөтә алабыҙ.
📌“Китаптың үҙен күрмәйенсә, фекер яҙып булмай. Бында Башҡортостан, башҡорт тарихына бәйле фальсификация күренмәй”, - тип яуап бирҙе билдәле журналист, тарихсы Азат Ярмуллин.
📍Ҡәҙерле дуҫтар, төрлө аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн бындай яңылыҡтарға тәнҡит күҙлегенән сығып ҡарайыҡ һәм ҡыҙыуҙан һүҙ әйтмәҫкә тырышайыҡ.
💯Беҙ - дөрөҫлөк яҡлы, шуға татар халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған был ғилми хеҙмәт ҡулға килеп эләккәс тә, белгестәрҙең фекерен һорашасаҡбыҙ!
🌻Быға тиклем һеҙҙең иғтибарға “Төньяҡ амурҙары” тигән даны күтәрелгән башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тәҡдим итә торабыҙ.
❗#ВатанЯугиры тигән хештег аҫтында сығасаҡ киләһе яҙмаларҙы иғтибар менән күҙәтеп барығыҙ! 👀

❤4👍3
БӨТӘ ДОНЪЯ ЙЫҺАН АҘНАЛЫҒЫ БАШЛАНДЫ🌖
💫4-10 октябрҙә Бөтә донъя йыһан аҙналығы үтә. Уны 1999 йылдан алып билдәләйҙәр.
🚀1957 йылдың 4 октябрендә Ерҙең беренсе яһалма юлдашы “Спутник 1” йыһанға осорола, ул ғаләмде өйрәнеүгә юл аса. Ә 1967 йылдың 10 октябрендә Йыһан тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
🚀Бының айҡанлы Өфө ҡалаһы планетарийында саралар 5 октябрҙә башлана.
🌏Сәғәт иртәнге 11-ҙә “Йәш йыһан яулаусылар” күргәҙмәһе асыла һәм Космомәктәп етәксеһе, Рәсәй Космонавтикаһы ассоциацияһы һәм Рәсәйҙең хәрби-тарихи йәмғиәте ағзаһы Алексей Аликастың “Ғаләмғә ҡағылыу” тигән сығышы көтөлә.
Шулай уҡ тулы көмбәҙле программа күрһәтеләсәк.
🚀Сарға инеү бушлай, әммә Өфө ҡалаһы планетарийы төркөмөндәге пост аша алдан теркәлеү үтергә кәрәк.
☀Йыһан серҙәрен сисергә теләгәндәр өсөн аҙналыҡтың башҡа көндәрендә лә бик мауыҡтырғыс саралар ҡаралған, тип хәбәр ителә.

🥰4
ПУШКИН ӘКИӘТТӘРЕ БАШҠОРТСА БРАЙЛЬ ШРИФТЫ МЕНӘН НӘШЕР ИТЕЛГӘН📚
📌Был турала Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһынан хәбәр иттеләр.
✅Александр Пушкин әкиәттәрен Айһылыу Йәғәфәрова тәржемә иткән.
✅Китап ҡабарынҡы төҫлө һүрәттәр менән биҙәлгән, был күҙе күргән кешеләрҙе лә ҡыуандыра.
✅Техник эшкәртеү үткәндән һуң китаптар үҙәк китапханаға һәм уның Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарына тараласаҡ.

❤3👍3🔥1