Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Әлифба" йәнһүрәтенең икенсе сезоны донъя күрә.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән һәм йәнһүрәттең 2-се сезонында 60 серия буласағы, сығарылыш һандарға һәм ваҡыт төшөнсәһенә арналыуын белдергән.

"Муха" студияһы төшөргән йәнһүрәт БР Башлығы Гранттары фонды иҫәбенә донъя күрә.

"Яңы сериялар социаль селтәрҙәрҙә сығасаҡ (https://vk.com/multalifba). Әлегә беренсеһен күрһәтәм. Беҙ малайҙар менән ҡараныҡ", - тип яҙған сәхифәхендә республика етәксеһе.
6🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ГАРМУНСЫМА

Гармуныңды ҡулға алһаң,
Тылсымлана тирә-яҡ.
Гүйә, бер ҙур концерт һымаҡ,
Күмәкләшеп тыңлаһаҡ.

Тошоп берҙе бейеһәң дә
Артып китә дәрт-дарман.
Йырлатаһың, бейетәһең,
Һинең бәхет - гармундан.

Үҙеңдең дә көсөң, дәртең
Артып торһон, гармунсым!
Бар донъямды йәмле иткән
Мөхәббәтле тылсымсым!

Зарина БАҒЫШАЕВА.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️

Видео: Наилә Яхина.
8🥰4👏2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡаф тауҙарын яңғыратып ҡурайҙа уйнаған 💘

Дағстандағы Гоор ҡалаһы эргәһендәге "Троль теле" йәки халыҡта "Ҡыҙҙар ҡаяһы" тип йөрөтөлгән ҡаялар башынан, диңгеҙ кимәленән 1715 метр бейеклектән моң таралған. Ҡушылып тыңлағыҙ, ҡарағыҙ! 🔥
🔥10🥰52👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
😍Үҙебеҙҙең республикабыҙҙан да хозур тәбиғәтле төбәк юҡтыр!



📍 Ҡариҙел районы, Павловка һыуһаҡлағысы.

🔍Был ҡыҙыҡ:

🔹 Оҙонлоғо - 150 км (Муллаҡай ауылынан Павловка ҡасабаһына тиклем);

🔹Иң киң урыны 1750 метрға тиклем етә (уртаса — 770 м);

🔹Уртаса тәрәнлеге — 11,7 метр, плотина тирәһендә — до 35 метр;

🔹Һыуһаҡлағыста ноябрҙән майға тиклем боҙ ята, февраль-март тирәһендә уның ҡалынлығы 70-80 сантиметрға етә;

🔹СССР заманында карстлы территорияла төҙөлгән беренсе ҙур һыуһаҡлағыс була;

🔹Һыуһаҡлағыс 1950 йылдарҙа төҙөлә башлай, 1959-61 йылдарҙа һыу тултырыла.

Видео: Геннадий Бердников.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Заһир Зәйнетдиновтың ҡыҙы Айлин өзләргә өйрәнгән!

Атаһына ҡушылып моңланып ултырған ҡыҙға һоҡ теймәһен. 😇
7👍7
Хәйерле көн!💚

Йәй ғүмере ҡыҫҡа шул, әммә һәр көнө үҙенсә йәмле.

📍 Архангел районы, Тирәкле ауылы.

Фото: Влад Новиков.
9👍4
📌24-28 сентябрҙә Өфөлә "Ҡурсаҡ-фест" беренсе халыҡ-ара ҡурсаҡ театры фестивале үтә.

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Сара Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм "Беҙҙең киләсәк" мәрхәмәтлек фонды тәҡдиме менән Мәҙәни башланғыстарҙың президент фонды ярҙамында ойошторола.

"Ҡурсаҡ-фест" программаһына Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Сыуаш, Марий Эл, Донецк Халыҡ Республикаһы, Ырымбур, Владимир, Яр Саллы, Ҡаҙан ҡурсаҡ театрҙарының һәм үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры спектаклдәре ингән.
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌧️Өфөлә ямғыр, ә һеҙҙә нисек?
🥰9💘2
📌АТАЙҘАР УЛДАРЫ МЕНӘН БЕРГӘ БАТМАН ЭШЛӘГӘН

🔹Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы үткән ялдарҙа бик үҙенсәлекле сара ойошторған - атайҙар улдары менән бергә үҙ ҡулдары менән йүкә батман оҫталаған.

🔹Оҫталыҡ дәресе Белорет районының Ноҡат ауылында үткән. Унда 15 атайлы-уллы команда ҡатнашҡан.

🔹Тәүҙә Белорет районының әүҙем ир-егеттәрен, күп балалы атайҙарҙы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп үткәндәр. Шунан төп эшкә тотонорҙан алда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатҡандар.

🔹Атайлы-уллы ҡатнашыусылар көн дауамында батман яһаған. Һәр эштең үҙенсәлектәре була, бында ла айырыуса таһыллыҡ талап ителгән - кемдәргәлер хатта өҫтәмә түмәр кәрәк булған. Әлегә батмандарҙың ҡайырын һыҙырмағандар - ағас кибергә тейеш.

"Бына шулай, көн буйы гаджеттарһыҙ йөрөп уландар менән боронғо һөнәрҙе үҙләштерҙек. Ир-егеткә ағас эшен белеү зарур. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән халыҡ.
Малайҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән батмандарҙы ғорурланып тотоп алып ҡайтып китте. Уны өйҙә ҡулланасаҡтар. Батманда гөлйемеш, файҙалы үләндәр (мәтрүшкә, бөтнөк, йүкә сәскәһе һ.б.) яҡшы һаҡлана. Әсәйҙәр һәр ваҡыт был һауытты улы һәм ире эшләгәнен, ә малайҙар берәй ун-егерме йылдан үҙ балаларына һәм ейәндәренә күрһәтеп, эшләү тарихын һөйләйәсәк",

- тип яҙған сәхифәһендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров.

💯Шулай уҡ Зариф Закир улы Белорет районының Ирҙәр ҡоро бүлексәһенә, Азамат Заһитуллин һәм уның хәләл ефетенә, Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәтенә, Ноҡат ауылы халҡына рәхмәттәрен белдергән. Сөнки был быуындарҙы ялғар мөһим сара уларҙың дөйөм тырышлығы менән ойошторолған.

📍 Әйткәндәй, "Ирҙәр ҡоро"ноң киләһе сараһы 9 августа Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында үтәсәк. Бында балалар менән өмә һәм күл тирәләп күмәкләп йүгереү ҡаралған.
🔥72🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 27 июлдә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Был көндә һәр районда тантаналы саралар үтте, илебеҙҙең дингеҙ сиктәрен һаҡлаусылар тәбрикләнде.

Ейәнсура районы үҙәгендә лә йола буйынса күркәм сара ойошторолған.
Бында Байыш ауылы уҙаманы Инзур Аҡкужин моңло йыр башҡарған.🔥

Видео: "Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура" төркөмөнән.
7👍2
📌 Ағиҙел ҡалаһында "Һыбайлылар" тип аталған мурал төшөрөлдө.

Ул генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов командованиеһындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына бағышланған.

Мурал авторы - Кирилл Ильин. Уның эш процессы "ФормАРТ" фестиваленең рәсми сайтында күрһәтелгән.

📍 Әйткәндәй, августа Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән ҡатнашыусыларҙың эштәре буйынса тауыш биреү ойоштороласаҡ. Бөтә яңылыҡтар фестиваль сайтында formartpfo.ru
8🔥4👍2