Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн иң мөләйем видео 🥰

Видео: Ләйсән Йәнекәева.
12🔥4🥰2👀1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн! 🌾
Ирәмәлдең сылтыр-сылтыр аҡҡан шишмә һыуҙарын ҡарап, эш башларҙар алда аңығыҙҙы буш уйҙарҙан, борсолоуҙарҙан арындырып алығыҙ!


💌Яңы аҙна тик изге хәбәрҙәр, изге кешеләр, изге ғәмәлдәр менән үтһен!

Видео: Илдар Шакиров.
11👍2🔥1
📌 "Шүлгәнташ" музейы үҙенсәлекле концертҡа саҡыра: Силәбе өлкәһенән "Урал эпосының художестволы оҫтаханаһы" коллективының "Тағанай" төркөмө килә.

Был коллектив рәссам, яҙыусы, тарихсы-реконструкциялаусы, музыкант һәм йырсыларҙы берләштергән.

Концерт 8 августа сәғәт киске 7-лә "Шүлгәнташ" музейы амфитеатрында үтә.
11🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы

©Башҡорт халыҡ мәҡәле

📍 Ишембай районы, Маҡар ауылы.

Видео: Артём Игначков.
9🔥3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Китабеннас" тапшырыуының "Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге"н төҙөүселәр тураһындағы 2003 йылғы бик ҡыҙыҡлы сығарылышы менән бүлешмәксебеҙ.

Тапшырыуҙы Сәрүәр Сурина етәкселегендәге ижади төркөм әҙерләп сығарған.
10🔥5👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Азамат" башҡорт халыҡ йырын Айҙар Исхаҡов башҡара ❤️‍🔥
❤‍🔥94🔥4👍2
Тормош тауы үрҙәрҙән һәм уйһыулыҡтарҙан тора, барыһын да үтеп сығырлыҡ көсөгөҙ булһын

📍 Күгәрсен районы, Мораҙым тарлауығы.

Фото: Сергей Шабалин.
12💘3
Үҙең кеүек үк йола-ғәҙәттәр тотҡан кешегә етмйҙер...
10
📌 Башҡортостан фильмы - еңеүсе

🏆"Йәй. Ҡала. Мөхәббәт" фильмы Әлмәттәге фестивалдә Гран-при яулаған.

Айнур Асҡаровтың фильмы "Каракуз фильм" тамашасылар һөйөүе халыҡ-ара кинофестиваленең Гран-приһына һәм дирекцияның "Кино ваҡыты" тигән махсус призына лайыҡ булған.

Фестивалдә фильмдың продюсеры Анастасия Асҡарова, режиссерҙары Айнур Асҡаров һәм Руслан Римович ҡатнашҡан. Улар был проектты бойомға ашарыу өсөн ҙур бер команда - Башҡортостандың талантлы режиссерҙары ҡатнашыуы тураһында һөйләгән.


📍 Әйткәндәй, быйыл көҙ "Йәй. Ҡала. Мөхәббәт" фильмы Рәсәй буйынса киң прокатҡа сығарыла.
7👍3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында "Атайсал" фильмы төшөрөлә.

📍 Ирәндек һырты күренештәре.
13💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәр ижадынан.

Видео: Розалина Ибраһимова.
👍96💘3
📌15 августа Riki Music лейблында МТС Лейблы ярҙамында «Башҡорт балы (Homay)» тип аталған яңы сингл - Смешариктар һәм AY YOLA төркөмө бергә яҙҙырған трек донъя күрәсәк.

🍯Билдәле булыуынса, Копатыч йәнһүрәттең "Халыҡтар дуҫлығы әлифбаһы" тигән махсус серияларында башҡорт балын тәм итеп ҡараған. Һәм был турала башҡаларға ла һөйләргә теләй.

🐝Яңы трек нигеҙендә AY YOLA төркөмөнөң хиты "Һомай" ята, шулай уҡ Смешариктарҙың "Хазина" тигән эпизодынан өлөштәр күрһәтеләсәк.

🐝Бөтә донъяға даны таралған башҡорт төркөмөн яратып тыңлаусылар араһында балалар ҙа күп булыуын иҫәпкә алып, был проект мәғрифәтселек күҙлегенән бик тә кәрәкле булыуын аңлайбыҙ.


🐝Шулай уҡ «РИКИ.ФАН» YouTube-каналында релиз менән бергә йырҙың клибы ла ҡуйыласаҡ.

🍯Ә бөгөндән, йәғни 5 августан Смешариктарҙың социаль селтәрҙәрендә татлы уйын бара: төркөмдәштәр Копатыч тәмләп ҡараған татлы башҡорт балын ота ала!
8🔥2👏2
ЯЛАН СӘСКӘЛӘРЕ 💜

Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым,
Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә.
Ялан сәскәләрен күргән һайын
Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.

Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан
Миңә гөлдәр бүләк итмәне.
Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә,
Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.

Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге,
Барыһы бар тик һин генә юҡһың
Юҡтағылай ялан сәскәһе.

Тәүге күкрәү булып килдең дә һин,
Алып киттең бәхет күгенә,
Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып
Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә.
11