Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
ЯЛАН СӘСКӘЛӘРЕ 💜

Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым,
Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә.
Ялан сәскәләрен күргән һайын
Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.

Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан
Миңә гөлдәр бүләк итмәне.
Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә,
Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.

Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге,
Барыһы бар тик һин генә юҡһың
Юҡтағылай ялан сәскәһе.

Тәүге күкрәү булып килдең дә һин,
Алып киттең бәхет күгенә,
Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып
Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә.
11
📌 Өфөлә йөҙ шаҡмаҡлы шашка уйыны буйынса Рәсәй чемпионаты уҙа. Унда илдең 14 төбәгенән 80 яҡын уйынсы ҡатнаша.

🏆Ир-егеттәр араһында Башҡортостан шашкасылары 🥇Айнур Шәйбәков,
🥈Александр Георгиев,
🥉Марсель Шәрәфетдинов
алдынғылыҡты бирмәгән.

🏆Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина беренсе урын яулаған.

🥈Икенсе урында Саха Республикаһынан (Якутия) Сандаара Апросимова, ул былтыр Рәсәй чемпионы булған.

🥉Өсөнсө урында Удмурт Республикаһынан Маргарита Фёдорова, ул 2023 йылда Рәсәй чемпионы титулын алған.

Әйткәндәй, Тамара Танһыҡҡужина классик программала 9-сы тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яуланы.


📍 Шашка буйынса турнир бөгөн дә дауам итә: "шәп уйын" спорт дисциплинаһында ярышалар.
8👏3🔥1
Бөгөн киске сәғәт 8-ҙә "Самауырлы ритайым"да күрешкәнгә тиклем😉
5🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Талантлы йәштәребеҙҙән моңло күстәнәс 🍬

Видео: Динара Ғәлләмова һәм Айҙар Исхаҡов.
14👎2😁1
📌 Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында шәп сара ойошторола, ти.

Ҡорот яратаһығыҙмы? Хәйбулла ҡорото айырыуса тәмле һәм файҙалы ти, уны һатып алып тәм итер һәм үҙегеҙ яһап өйрәнер өсөн 16 августа Аҡъярға барығыҙ!
8👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәребеҙ үҙ тамырҙарын белә👍

Видео: tungawer

Әйҙәгеҙ әле ошонда үҙ ырыуығыҙҙы яҙығыҙ! 🔽
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҙҙарға сәскәләр бүләк итегеҙ! 🌼

Видео: Нәркәс Хәмитова.
18🥰5💘3🔥1
Хәйерле иртә! ☀️
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ҡыҙҙар бейергә өйрәтә: кисәге үткән "Самауырлы ритайым"дың бер күренеше был.

Кем барҙы?


💯 Беҙ шәп сарала булып, шәп кешеләр менән күрешеп ҡайттыҡ һәм... ғибрәтле бер хәлдең шаһиты ла булдыҡ, осраҡлы рәүештә.

Бер бәләкәй генә малай күп кеше араһында әсәһен юғалтып, алып барыусылар эргәһенә килеп ултырҙы. Шул уҡ минутта иғлан бирҙеләр. Әүрәтеп торһалар ҙа, телефон тотторһалар ҙа, оҙаҡ ҡына көтөп ултырған балаҡай балауыҙ ҙа һығып алды.

😱Башҡортса ла, русса ла бер нисә тапҡыр иғлан биреп, малайҙың, әсәһенең, атаһының исемдәрен әйтеп бер сәғәт тирәһе көткәндән һуң (һәр хәлдә, ваҡыт шулай үткәндәй тойолдо), ҡобараһы осҡан әсәй килеп етте.

📍 Быны нимә өсөн яҙабыҙ: ошондай күп кеше йыйылған байрамдарҙа һаҡлыҡ сараһы тураһында ла онотмағыҙ, йәмәғәт!

Бында бит кеше лә, транспорт та күп, яр буйы - йылға тәрән!

Шәп саранан ҙур фәһем булһын был осраҡ һәм бер ҡасан да ҡабатланмаһын. Һәр берегеҙгә именлек, күтәренке кәйеф теләп ҡалабыҙ. ❤️
12👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бесән-тур🔥

Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.
14🔥3🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Төҙөүселәр Өфө ҡалаһының бәләкәй 3D-моделен эшләгән.

🔹Масштабы - 1:2000, майҙаны – 42 квадрат метр, бер фатир кеүек.

🔹Быны 120 кешенән торған Команда атҡарып сыҡҡан.

🔹Бейектән баш ҡалабыҙҙағы 10 мең бина, юлдар, парктар һәм ихаталар күренә.

"Иң мөһиме, был - һис кенә лә уйынсыҡ түгел. Өфө макеты етди маҡсатта булдырылған - уны ҡала төҙөлөшөндә ҡарарҙар ҡабул иткәндә ҡулланасаҡтар. Ҡалала яңы объекттар төҙөлгән һайын был моделдә лә улар өҫтәлә барасаҡ",

- тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

📍 Макетты ҡарарға теләүселәрҙең барыһы ла күрә алһын өсөн уны ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.
8👍1🔥1
📌 Физкультурасы көнөндә олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Өфөлә зарядка эшләтәсәк

9 августа Өфөләге "Тулҡын" мәҙәниәт һәм ял паркы территорияһында "Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек" төбәк-ара форумы үтә. Ул Физкультурасы көнөнә арнала.

Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина форум ҡунаҡтарына һәм ҡала халҡы өсөн зарядка үткәрәсәк.

"Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек" форумына спортсылар, тренерҙар, власть, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен, атай-әсәйҙәр һәм балалар йыйыласаҡ.

Төш мәлендә сараның тантаналы өлөшө башлана, спорт ветерандарын һәм тренерҙары тәбрикләгәндән һуң, футбол һәм шахмат, волейбол ярыштары башлана. Бынан тыш, спортҡа һәләттәре булған балаларҙы үҫтереү буынса кәңәшмә, оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ.

Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала, инеү бушлай.
81👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күңелем әрней,күңелем ярһый
Гармунымды бер һуҙам әле,
Йәшлегемде моңдарға һалып
Бер уйнап уҙам әле,
Бер йырлап уҙам әле.
9🔥6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аяҡ менән уҡ атып, сәпкә тейҙерә алаһығыҙмы?

💯 Күптәр юҡтыр, ә бына Лилиә Ҡолсәйетова исемле һылыу башҡорт ҡыҙы ата, тейҙерә!

Бәләкәйҙән цирк гимнастикаһы менән шөғөлләнгән ҡыҙ аяҡ менән уҡ-һаҙаҡ тотоп, баштүбән тороп сәпкә тейә.


Лилиә Ҡолсәйетова "Самауырлы ритайым"да һоҡландырғыс сығыш яһап, барыһын да таң ҡалдырҙы. Афарин! 👏👏👏
12🔥4👏3
📌 Спидвей - нимә ул һәм ҡайҙа үҫешкән?

Хәйерле көн, бөгөн һеҙгә спидвей тураһында һөйләргә булдыҡ.


📸Тәүҙә иғтибарығыҙға Оксана Игнатьеваның фотоһын тәҡдим итәбеҙ:

📍 Октябрьский ҡалаһы, Нефтсе паркы, спидвейға һәйкәл.

💯Элек Башҡортостанда спидвей - мотоспорт төрөнөң береһе айырыуса Октябрьский ҡалаһында үҫешкән булыуын белә инегеҙме?

🔹1962 йылдың авгусында Октябрьский ҡалаһының "Нефтсе" стадионында мототрек асыла. Был тантана совет һәм Австрия мотоуҙышыусыларының халыҡ-ара ярышына тура килә.

🔹Икесе йылына Өфө һәм Октябрьский спортсыларын берләштергән "Девон" командаһы ойошторола.

🔹Башҡортостан спидвейсылары араһында Риф Юлбарисов, Михаил Ворсин, Усман Ғиләзетдинов, Михаил Старостин, Айрат Фәйзуллин, Ринат Мәрҙәншин, Флүр Кәлимуллин, Игорь Зверев, Денис Ғиззәтуллин, Максим Кәлимуллин, Андрей Карпов тигән спортсыларҙың исемдәре билдәле.

🔹Бөгөн дә был спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Октябрьский ҡалаһында спидвей тергеҙелә, ярыштар үтеп тора.
9🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йома сәйе тәмле булһын!

Видео: Динә Ағзамова.
10🔥2