Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Копатыч башҡорт балы тураһында бына нисек йырлаған! 🔥

AY YOLA төркөмөнөң киң билдәлелек яулаған "Һомай" йыры "Смешарики" йәнһүрәте өсөн бына шулай үҙгәртелеберәк алынған.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БАШҠОРТ АТЫ

Дала күрке ҡылғандарҙы ярып,
Йылға ярҙарынан уң яҡлап.
Батырҙарҙың тоғро пар ҡанаты,
Башҡорт аты саба уйнаҡлап.
Сысҡан һыртлы, һиҙгер ҡолаҡ,
Саҡма тояҡ, ҡыҫҡа тороҡло
Ебәк ялын елгә елберләтеп,
Текә сәсеп килә ҡойроҡто.
Нисә быуат ошо аттар менән,
Кеше яҙмыштары бәйләнгән?
Оло яуҙар, утлы юлдар үтеп,
Бер бөтөнгә улар әйләгән.
Ажғыр бурандар ҙа өркөтмәгән,
Кәртә була алмаған уларға.
Ҡырыҫ тәбиғәткә яраҡлашып,
Тоғро ҡалған ғорур Уралға.
Йәшәйештең ерҙә үҙ ҡануны,
Һынауҙары ғәҙел, ҡаты ла.
Ер йөҙөндә башҡорт бөтмәниһә,
Мәңге йәшәр башҡорт аты ла...

Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ.
13👍1
Яңы аҙна уңышлы үтһен!

📍 "Башҡортостан" милли паркы.
Фото: Марина Әхмәҙуллина.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауылда ямғыр, тигән Алита һылыу.
Ямғырлы көндәрҙең дә үҙ матурлығы бар, шулай бит?
10👍2😍2🔥1
Ниндәй көндәрҙе нығыраҡ яратаһығыҙ?
Anonymous Poll
81%
Ҡояшлы☀️
25%
Ямғырлы 🌧
8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында һыбай уҡ атыу һәм ҡара ҡаплан - боронғо төрки һуғыш сәнғәте буйынса ярыштар үткән.

🎬Был үҙенсәлекле сара тураһында милләттәшебеҙ Альберт Исмаил видеорепортаж төшөргән.

📍 Ярыштар Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә арналған.

🔹Сараны республика спорт федерациялары ярҙамында Ҡырмыҫҡалы районы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторған.
🔹Унда Башҡортостандан тыш Мәскәү, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән, Сыуаш, Татарстан, Бүрәт республикалары, Ярославлдән ҡатнашыусылар йыйылған. Улар өсөн 4 көнлөк белем биреү семинары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.

🔹Ҡатнашыусылар һыбай уҡ атыу һәм ҡара ҡаплан буйынса ярышҡан.

Ҡара ҡаплан бер нисә төр оҫталыҡты һынарға ярҙам иткән: атака барышында һыбай уҡ атыу, һөңгө, балта, бысаҡ һәм суҡмар сойорғотоп ҡаршылыҡтарҙы үтеү, ҡылыс менән сабыу, сыбыртҡы шартлатыу, хәрәкәт иткәндә традицион йәйәнән уҡ атыу.


🏆Ҡара ҡаплан буйынса абсолют еңеүсе - Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков.

🥇1 урын - Ҡырмыҫҡалы районынан Асҡар Ишбирҙин,
🥈2 урын - Белорет районынан Илназ Үҙәнбаев һәм Әбйәлил районынан Нуриман Хәйруллин,
🥉3 урын - Силәбе өлкәһенән Ибраһим Хәбибуллин яулаған.

🏹Үҫмерҙәр араһында:

🥇1 урын - Ҡырмыҫҡалы районынан Нурислам Шәймәрҙәнов,
🥈2 урын - Ғафури районынан Ишморат Шәймәрҙәнов,
🥉3 урын - Өфө ҡалаһынан Рауил Фәйзуллин.

🏹"Иң яҡшы яугир экипировкаһы" номинацияһында Камил Шәрәфетдинов еңгән, уның кейеме һәм әйберҙәре башҡорт яугирының тарихи һынланышын иң теүәл сағылдырған.
8🔥4👍2
📌 Өфө сәйәхәтсеһе, Урал тауҙарының амбассадоры Олег Чегодаев Төньяҡ Боҙло океанға (Кара диңгеҙенә) тиклем барып еткән!

Сәйәхәтсе "Чагодаевтың Урал одиссеяһы" тип аталған проекты сиктәрендә Ағиҙелдең үрге ағымынан алып Төньяҡ Боҙло океанға кәмәлә (каяк) йөҙөп барып етергә маҡсат ҡуйып, 16 апрелдә Белорет районы Тирлән ауылы тирәһенән ҡуҙғалып киткәйне.

📍 Бына 11 августа, 118 көн эсендә Олег Чегодаев кәмәлә 4853 км ара үтеп, ниһайәт, Кара диңгеҙенә еткән.

"Артта Кара диңгеҙе, тимәк, #уральская_одиссея_чегодаева проектының бер өлөшө тамам. Әммә планеталағы иң матур ил, Уралдың көньяғынан төньяғына тиклем йылғалар буйлап үткән юл тураһында меңәрләгән фото, фильмдар һәм китап алда әле!"

- тип яҙған Олег Чагодаев сәхифәһендә.

Ҡотлайбыҙ һәм яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!🔥

📸Иғтибарығыҙға Олег Чагодаевтың юлда төшөргән фотоларын тәҡдим итәбеҙ.
8👍4🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...


Рәми ҒАРИПОВ шиғырын Стәрлетамаҡ театры актеры Фәнил Ҡарасурин һөйләй.
11👍7