Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌45 йыл элек Өфөбөҙ миллионлы ҡала статусын алған.
1980 йылдың 12 авгусында Өфөлә халыҡ иҫәбе миллиондан аша – яңы тыуған өс сабый бер юлы теркәлә һәм ҡала символына әүерелә.


Шуныһы ҡыҙыҡ:
Илдең күп кенә башҡа ҡалаларында миллионлы кеше тип тик 1-әр сабый ғына иҫәпләнһә, Башҡорт АССР-нда бындай балалар 3-әү булырға тейеш, тигән ҡарар ҡабул ителә: республикалығы төп милләттәр вәкилдәре – урыҫ, башҡорт, татар.

💥12 августа тыуған балаларҙан инженерҙар Евгения һәм Григорий Сошниковтарҙың улы Петр, ӨМЭБ (УМПО) хеҙмәткәрҙәре Шаһиҙә һәм Хәмит Зариповтарҙың ҡыҙы Лилиә, ашнаҡсы һәм техник хеҙмәткәр Мәнзүрә һәм Ринат Баҙаровтарҙың улы Салауат “миллионлы” тип табыла.

Өфө ҡалаһы бик тиҙ үҫешә: 1913 йылда бында 100 мең кеше йәшәһә, 1980 йылда 1 миллионға етә. Әлеге көндә баш ҡалабыҙҙа 1 166 098 кеше йәшәй.
8🔥1🤮1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нәркәс Сиражетдинова отпускынан сыҡҡан һәм "Ямғыр" йыры менән сәләмдәрен юллай 💌
14👍3🔥1
Хәйерле көн! 🌦️

📍 Мораҙым тарлауығы, Күгәрсен районы.

Парк 1998 йылда Оло Эйек йылғаһы үҙәнендә булдырыла һәм 23 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй.


Фото: Сергей Максимов.
13🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡыҫҡа ғына ял минуттарында яугирҙарҙың күңелен яҙып, мәғәнәле һәм матур йырҙар башҡара. Йырсы башҡорт шағиры Ирек Кинйәбулатовтың шиғырын яттан һөйләп, "Күрше хаҡы"н йырлай.

Күрше хәлен белешергә
Көн дә бына ваҡыт етмәй:
Күрешкәндә һөйләшергә
Ярты сәғәт ваҡыт етмәй.
Хат яҙырға туғандарға
Кисә етмәй, бөгөн етмәй;
Саҡырмаһа, дуҫ өйөнә
Барыу өсөн күптән етмәй.
Эш итергә төп эшеңде
Ваҡыт саҡ-саҡ етмәй ҡала.
Һөйгәнеңә әйтер һүҙ ҙә
Ваҡытында етмәй ҡала.
Йөрөгәнеңдә булмай ваҡыт
Үҙ-үҙеңде дауаларға.
Ауғас ҡына һағындыра
Сығып йөрөү һауаларға.
Һаман шулай йәшәйбеҙ бит
Аҡланыуҙан ары китмәй:
Ваҡыт етмәй!..
Көндәр етмәй, йылдар етмәй,
Ғүмер етмәй...

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.
1978 йыл.
10👍8🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🙃 Һөйөнсө!
15 һәм 29 августа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының оркестры Өфөләге Совет майҙанында сығыш яһай.

Асыҡ һауала үтәсәк концертта танылған спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр, донъя кимәлендә билдәле мюзиклдарҙан саундтректар яңғыраясаҡ.

Тамаша 19:00 сәғәттә башлана.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
7🔥2👏1
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
😁108💩4🥰2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🏡Бураларҙа уйнай торғайнығыҙмы?

Күмәк йыйылғанда баҫтырыш уйнаһаң, етеҙерәк малайҙар аша төшөп ҡаса торғайны. Бураны урап йөрөп һәр береһен "тотоп" бөтәһең бит инде.

Ҡыҙҙар айырым ғына "өлкән өй" уйнарға ла бура тирәһенә йыйыла. Унда өй, магазин да була ине әле.

Һеҙҙең бала саҡ илендә ниндәй урындар бар?
7👍3
📌Башҡортостандан 5 проект Президенттың тәбиғәт фондының беренсе конкурсында еңгән. Был проекттарға дөйөм 30,8 млн һум бүленә.

🔹"Башҡортостан" милли паркына "Ҡурсаулыҡ резервы" профессиональ йүнәлеш биреү үҙәген булдырыу өсөн 23,8 млн һум бүленә. Был аҡса һаҡлаулы тәбиғәт территорияларында эшләү өсөн белгестәр әҙерләү, балалар һәм йәштәргә профессиональ йүнәлеш биреүгә йүнәлтелә.

🔹АКБО "Мөһабәт Ирәмәл" ("Могучий Иремель") - "Ирәмәлде һаҡларға ваҡыт" проекты.

🔹Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе - төньяҡ-башҡорт реликт бал ҡорттары генофондын һаҡлау стратегияһын төҙөү өсөн.

🔹Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы - эре һәм уртаса һөтимәрҙәрҙең фото мониторингы өсөн.

🔹Сергей Ермоленко - "Фототоҙаҡ: кеше ҡулы теймәгән тәбиғәтте һаҡлау өсөн практик курс" проекты.

Проекттар 1 сентябрҙән алып бойомға ашырыла башлаясаҡ.
6👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, билдәле скульптор Салауат Щербаков атаһы һөйләгәндәр буйынса башҡорт халҡы һәм Урал тауҙары хаҡында "улар бер" ти.

Скульпторҙың атаһы Дәүләтхажи Ишкилдинде балалар йортонда тәрбиәләнгәндә Александр тип йөрөтә башлайҙар. Ул сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Ҡолсом ауылынан. Бөйөк Ватан һуғышын үткән ҡаһарман.
6🔥3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Атайсал" фильмын төшөрөү эштәре тамамланып килә, тип хәбәр итә ижади төркөм.
Күрһәтеүгә әҙер булғанын түҙемһеҙлек менән көтөргә ҡала ❤️‍🔥
12👍3🔥2👏1
Сәләмәт тән үә саф булһа күңелдәр,
Мөләйем һүҙле булһа татлы телдәр,
Халыҡтар разый булһа һәр эшеңдән,
Зарар уйламаһаң һәр гиз эсеңдән,
Ошо тормошҡа ҡылһаң һин ҡәнәғәт,
Бәхетлеһең, бәхет шунан ғибәрәт.

Ғатаулла ҒӘЛИЕВ.

Бәхетле булығыҙ! 🩷
7
📌 Ырыуым – Күбәләк, нәҫелем ҡалмаҡтар араһына барып тоташа. Әле һигеҙ быуынымды беләм. Быларҙы мин Мортаза олатай төҙөгән ҡомартҡы шәжәрә аша өйрәндем. Тик ысын башҡорт балаһы булыу өсөн был ғына етмәй икән. Үҫә төшкәс, мәҙәниәт дәрестәрендә ер-һыу атамалары тарихын өйрәнә башлағас, күп нәмәне белмәүем асыҡланды. Шуға үҙ еремдә ышаныслы баҫып торор, ныҡлы тамыр йәйер өсөн йәшәгән еремдең тарихын өйрәнергә, белергә ҡарар иттем. Беҙ уҡытыусым менән бергәләшеп яҡын-тирәләге һәр бер урындың атамаһын, һәр ҡайһыһының үҙенә күрә хикмәтле тарихы барлығын белдек.

Байым ауылы биләмәһенә ингән ун ауылда ла матур-матур исемдәр йөрөткән урындар бик күп. Шуларҙың байтағының тарихын өйрәнеп өлгөрҙөк тә инде. Тәүҙә ололарҙан белешеп, электән олатайҙарҙан ҡалған яҙмаларҙан эҙләнеп, Күбәләк ырыуы төйәк иткән ер-һыу атамаларын таптыҡ, хәлдән килгәнсә уларҙың легендаларын йыйҙыҡ. Атамалар иҫ киткес күп, мауыҡтырғыс икән! Һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә тарих һөйләй.

Күбәләк ырыуының бер нисә генә ауылындағы ер-һыу атамаларына күҙ һалайыҡ әле:
🔹Байым – Сахияр үҙәге, Сусҡа һаҙы, Балтабай, Ҡыҙылъяр, Тирәк араһы, Кесе Ҡыҙыл, Соңғорҙоҡ...
🔹Аһылай – Ямангир, Ҡолдобай, Янсыҡты, Өскөл, Биҙгенде, Мәрйәүлгән, Һайыҫҡан, Кесерткән, Ҡабыҫта, Ямангир, Нәлбикәташ, Кәбәнташ...
🔹Рәхмәт – Тәрәнуй, Ташморон, Һыуһар ҡойоһо, Тайбатҡан, Киләй, Ҡантүбә, Ҡутан...
🔹Яйҡар – Бисура һаҙы, Хәсрәт урамы, Әбей ҡойоһо, Йылҡыүлгән, Әүлиә түбәһе...
🔹Туйыш – Хәспей төбәге, Иҫке йорт, Төлкөтау, Ҡараташ, Ҡәҙермәт, Ҡалмаҡ...
🔹Мораҡай – Бәлә, Ҡаҙаҡорошҡан, Кәзәосҡан, Ямантау, Көркәк тауы...

Илназ СӘЙЕТҒӘЛИН,
Байым мәктәбенең IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы. 24 май, 2022 "Йәшлек" гәзите.


📍 Дуҫтар, үҙегеҙ йәшәгән төбәктә ниндәй үҙенсәлекле ер-һыу атамалары бар һәм ни өсөн - яҙығыҙ! 💌
10👏1
📌 Өфө ҡалаһының макетын ҡайҙа барып күрергә?

14 - 24 августа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем Арт-КВАДРАТ биләмәһендәге Лофт ивент-холында ҡарарға мөмкин.
Инеү бушлай.
6👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үҙеңә ышан 💝

Видео: Nara Play
12💘2
📌Бөгөн Башҡортостан тәбиғәтен һәм башҡорттарҙың көнкүрешен тәүгеләрҙән булып мәңгеләштереүсе рәссамдарҙың береһе – Василий Степанович Сыромятников тыуған көн.

Василий Степанович хәҙерге Миәкә районы Елдәр ауылында 1885 йылдың 14 авгусында донъяға килгән.


🔹Беҙ уны “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы”, “Ҡатын-ҡыҙҙар яғындағы ҡунаҡтар” “Башҡорт ҡыҙы байрам кейемендә”, “Баймаҡ алтын-баҡыр заводы” һ.б. картиналары буйынса беләбеҙ.

🔹Шулай уҡ рәссам Өфө күренештәрен дә бик матур төшөргән, башҡорт халыҡ ижады буйынса зарисовкалар яһаған.

📍Василий Сыромятниковтың “Ҡатын-ҡыҙҙар яғындағы ҡунаҡтар” картинаһы 1928 йылда АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Диего ҡалаһында үткән күргәҙмәлә ҡуйыла һәм бик оло ҡыҙыҡһыныу уята.

🔹Василий Сыромятников 1979 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
10👍1🔥1