Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
261 links
Download Telegram
🌽Башҡортостанда кукуруза бына шулай үҫә. Йәкшәмбе иртәһе менән!
7💘2🔥1💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя 🌏

Видео: madina.
9💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ә һеҙҙең ҡарамаҡҡа ниндәй һүҙҙәрҙе айырып билдәләргә мөмкин?

Видео: Сулпан Юлай.
8👍2💘2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Имен-аман торһа был донъялар
Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй...


Видео: Сыңғыҙ Ғәлимов.
14👍9🔥4
📌 Хәйбулла районында кисәге Ҡорот байрамы үткән. Унда республиканан һәм күрше өлкәләрҙән ҡорот эшләүсе оҫтабикәләр йыйылған.

Күргәҙмәгә килтергән ҡороттарҙың ниндәйе генә юҡ! 🔥

Фотоларҙан ҡараһаң да ауыҙ һыуы ҡойола, хайран ҡалырлыҡ. Ә инде үҙ күҙҙәре менән күргәндәр һәм был ризыҡты ауыҙ иткәндәр, һис шикһеҙ, бәхетле.
11👍7👎2💩1
Яңы аҙнаны яҡшы уй-ниәттәр менән башлайыҡ! 🥰

📍 Әбйәлил районы, Яманҡаянан асылған күренеш, Яҡтыкүл.
12🔥2👏1💘1
🌸ҺЫРҒАНАҠ ЙӘШЛЕК СЕРЕН БЕЛГӘН ЕМЕШ

Был хаҡта белә инегеҙме? Баҡтиһәң, был әскелтем емештә витаминдар шул тиклем күп һәм ул ҡартайыуға ҡаршы тәбиғәттән бирелгән сараларҙың береһе булып тора.


🔥Һырғаныҡтың көсө ниҙә?

🔹С витамины әфлисундарға ҡарағанда 10 тапҡырға күп – иммунитетты нығыта, елһенеүҙе кәметә, тиренең ҡартайыуын яйлата.

🔹Е витамины һәм каротиноидтар – тиренең һығылмалығын һаҡларға ярҙам итә.

🔹Омега-7 – бик һирәк осрай торған кислота, ул лайлалы тиресәләрҙе тергеҙә, тире һәм ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһай.

🔹В төркөмө витаминдары – нервы системаһы, дәрт һәм татлы йоҡо өсөн кәрәк.

🔹Антиоксиданттар һәм флавоноидтар – елһенеүҙе кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, йәшкә бәйле ауырыуҙарҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.

🔥Һырғанаҡ ни өсөн 40-45 йәштән үткәндәр өсөн файҙалыраҡ?

Сөнки организм витаминдарҙы ауырыраҡ үҙләштерә, стресҡа тиҙ бирешә, тире һығылмалығын юғалта.

💯Һырғанаҡ:

🔹 ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте нығыта
🔹тире, сәс, тырнаҡ торошон яҡшырта
🔹гормондар балансын тота
🔹күҙәнәктәрҙең ваҡытынан алда ҡартайыуын һаҡлай
🔹организмдың һаҡланыу көсөн арттыра.

Нисек ҡулланырға?

🔸Һырғанаҡ майы – көнөнә 1 балғалаҡ эсергә (курс менән, бигерәк тә көҙ-өыш осоронда);
🔸Һырғанаҡ емеше – үҙен генә йәки бутҡаға, смузи, сәйгә ҡушып ашағыҙ;
🔸Һырғанаҡ һәм балдан сәй – тәмле һәм ауырығандан һуң көс йыйырға ярҙам итә;
🔸Һырғанаҡ битлектәре – бит һәм баш тиреһенә эшләргә була, һырғанаҡ майын кремға ҡушып, тиреһе кипкән ҡулға һөртөргә мөмкин.

📍 Гастрит, юғары кислоталылыҡ булғанда һаҡ ҡулланырға. Ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙары булғанда һырғанаҡ ҡулланыу кәңәш ителмәй. Емешкә аллергия булғанда ла һаҡ булығыҙ.

💥Ә һеҙ һырғанаҡ яратаһығыҙмы?
10👍3🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында үткән быйылғы Ҡорот фестиваленән күренештәр🔥

Әйткәндәй, 2023 йылда хәйбуллалар 442,6 кг ҡорот әҙерләп, Рәсәй Рекордтар китабына ингәйне.
13🔥4👏3💘2