Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.81K photos
1.51K videos
1 file
261 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында үткән быйылғы Ҡорот фестиваленән күренештәр🔥

Әйткәндәй, 2023 йылда хәйбуллалар 442,6 кг ҡорот әҙерләп, Рәсәй Рекордтар китабына ингәйне.
13🔥4👏3💘2
Ҡарға - ворона, һайыҫҡан - сорока, беснәк - синица (ҡарабаш турғай һүҙенең диалекты), бүҙәнә - перепел, турғай - воробей.

Башҡортса ҡош атамаларын һанайыҡ әле😉
7👍4💘2
🎉Ҡотлайбыҙ! 🎉

Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахмановты "Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләне.

Айрат Әхтәм улын был юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр, рәхмәтле тамашасылар теләйбеҙ!💌


Айрат Абушахманов ҡуйған ниндәй спектаклдәр иң-иң яратҡаны, күңелегеҙгә үтеп ингәне?
👏8👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌15 августа "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл тулыу айҡанлы флешмоб ойошторған.

Флешмобҡа шулай уҡ БР Милли музейы һәм Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡушылған.
13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Музыкаль ҡумтаны хәтерләтте әле Розалина һылыуҙың был видеоһы ❤️‍🔥
13👏2🥰1
Хәйерле көн

📍 Белорет районы, Уралтау һырты.

Фото: Елена Перминова
10👍5🔥2
БАРЫУ

Китеп бара...
Ҡайтып бара...
Бара кеше.
Барыуҙарҙан бер кинәнес
Таба кеше.
Алып йөрөр аяҡтары
Иҫән саҡта
Барып ҡайтыуҙан ғибәрәт
Барлыҡ эше.

Кемдер бара бөйөк эштәр
Атҡарырға.
Кемдер бара хәл белергә,
Былай ғына.
Барыһы ла бер үк юлда
Йөрөһә лә,
Алда торған уй-ниәттәр
Айырыла.

Барып етеп, яуланыла
Ҡуйған маҡсат.
Маҡсаттарға барған саҡта
Арымау шарт.
Һәр саҡ көтмәй барған ерҙә
Уңыш, еңеү,
Барыуҙарың бушҡа булып
Ҡуя ҡайсаҡ.

Барып, кемдер
Бәхет һарайҙары һала.
Һарай һалғас инде, шунда
Тороп ҡала.
Бара-бара кемдер
Бәхетенән яҙа,
Эҙләгәне уның булған
Икән янда.

Барыбыҙ ҙа ер йөҙөндә -
Барыусылар.
Бара-бара эҙләгәнде
Табыусылар.
Тик булмаһын
Барыр юлында аҙашып,
Төңөлөп, яҡты өмөттән
Яҙыусылар.

Теләһәк, теләмәһәк тә
Беҙ барабыҙ.
Бармайынса һис кенә лә
Юҡ сарабыҙ.
Аҙымлап үтер ерҙә
Булмағанды
Саҡрымдар аръяғында
Беҙ табабыҙ.

Көтөр кешеләр барында
Барайыҡ беҙ.
Барған ерҙә дуҫ-туғандар
Табайыҡ беҙ.
Юл сыҡҡанда
Фатихалар алайыҡ та,
Ер аҫтында юлдар юғын
Аңлайыҡ беҙ.

Мәхрүм итмәй
Һағынып көтөп алыусыны,
Һаҡла, Хоҙай, юлда китеп
Барыусыны.
Ҡабат ҡайтып күреү насип
Булһын һәр саҡ
Хәйерле юл теләп өйҙә ҡалыусыны.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
👍83🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яратҡан ағасыңа айыу арҡаһын ышҡып китһә, тиҙ генә ҡасыу яғын ҡарамай булмай икән 🤭

"Башҡортостан" милли паркында булған был хәл. Айыу тейеп киткән ағасҡа мышылар килә һәм йыртҡыстың еҫен һиҙеп, мыштым ғына ары китә.

Парк хеҙмәткәрҙәре яҙыуынса, йыртҡыс шулай "билдә һалған", был урынды башҡа хайуандар урабыраҡ үтергә тырыша. Урман хужаһына тап булып ҡуйыуҙан ҡурҡалар.
9👍3🔥2😱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
... Башҡортостан,
Баш осомда ҡояш,
Көйрәйемсе эңер еткәнсе.
Ғүмер тигәндәрең бигерәк ҡыҫҡа,
Һөйәйемсе янып бөткәнсе.💚

Тимер ЙОСОПОВ.

Видео: Адель Ибатуллина.
10🔥3👏1
📌 УРАЛ БАТЫРҒА ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫЛА

Учалы ҡалаһының үҙәгендә башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырҙы һынландырған тәүге ҙур һәйкәл ҡуйыла. Әле уны урынлаштырыу буйынса эштәр бара.

💯Был ҡала хакимиәтенең 2024 йылда "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге" конкурсында еңеүенә бәйле. Һәйкәлдең авторы - рәссам һәм скульптор Фәнил Мөслимов.

"Һәйкәл, һис шикһеҙ, ҡаланы биҙәп кенә ҡалмаҫ, ә тарихы "Урал батыр" эпосына тығыҙ бәйләнгән районыбыҙҙың брендына да әүерелер",

- ти был хаҡта Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

Фото: Илнур Ирәмәл.
🔥147👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кем был яҡтарҙы таный?

Яҙығыҙ, видео республикабыҙҙың ҡайһы төбәгендә төшөрөлгән, ниҙәр кадрға эләккән 📝
👍95🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ...

Башҡорт йәштәре хозур тәбиғәте без ҡосағында моңланып ултыра.


Видео: Нәркәс Хәмитова.
12🔥5🥰1
🌧️"Көн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ",

ти халҡыбыҙ.
Ямғырҙарға бошонмайыҡ, үтер💟
11🥰3