Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡайҙалыр Әбйәлил ҡырҙарында...

Видео: Салауат Хафизов.
11🥰1👏1
Хәйерле көн! 🍄‍🟫
Ямғырҙар йыш булғас, быйыл бәшмәктәр ҙә уңды инде.


Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы һәм йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйһегеҙме? Әллә һатыуға йыяһығыҙмы?

Фото: Елена Перминова.
9👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һыуҙар булып аға...


Видеола Ғәфүр Хәсәнов, әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ. Яҡшы хәбәрҙәр ишетергә насип итһен.🙏
🙏105🔥2
📌 Ҡаҙағстанда 16-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында үткән донъя чемпионатында "ҡаҙаҡ жамбыһы" буйынса Гүзәл Буранғолова шәхси зачетта 2-се урын яулаған.

Үәт, мәргән ҡыҙ! Афарин! 👏
11👍1
📌22-27 августа Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре үтә.

💯Үҙегеҙҙең район-ҡалала үтәсәк саралар теҙмәһен ошо һылтанма clck.ru/3NkcwC буйынса ҡарарға мөмкин.

💥Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле сығыштары:

🔹 Нефтекама, Мәҙәниәт һәм ял паркы, 23 август, 13:00;
🔹 Өфө, “Торатау” конгресс-холы, 24 август, 16:00 (“Мираҫ” ансамбле менән бергә);
🔹 Күмертау, Советтар майҙаны, 25 август, 18:00;
🔹 Салауат, МЙ “Нефтихимик”, 26 август, 18:00;
🔹 Өфө, Совет майҙаны, 27 август, 18:00.

💥Стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәренең “Ҡыҙыл йондоҙ” ижади бригадаһы, А.В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле сығыштары:

🔹 Стәрлетамаҡ, Ҡала мәҙәниәт һарайы, 16:00;
🔹 Сибай, Балалар ижады үҙәге, 23 август, 16:00;
🔹 Белорет, Ҡала мәҙәниәт һарайы, 24 август, 15:00;
🔹 Өфө, Совет майҙаны, 25 август, 18:00;
🔹 Октябрьский, Октябрьский музыка колледжы, 26 август, 17:00;
🔹 Өфө, Совет майҙаны, 27 август, 18:00.
5🥰1🤔1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рияз һәм Булат "Етегән" төркөмөнөң билдәле йырынан өҙөктө төрлө телдәрҙә башҡара🔥

Башҡорт телен белһәң, тағы ла нисә төрлө телдә һөйләшкән кешене аңларға мөмкин? Кем белә?
11👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған башҡорт ауылдарының метрика китаптарын Башҡортостанға алып ҡайтып, реставрация яһаған һәм цифралы форматҡа күсергән.

Был мөһим документтарға ғалимдар 2022 йылда иғтибар иткән. Мәғлүмәт иҫке төрки телендә яҙылған.

Был хеҙмәт 100-ҙән ашыу башҡорт ауылының тарихын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән. Исемлектә булмаған тиҫтәләгән ауылдар атамаһы ла табыла.


Тулыраҡ БСТ-Яңылыҡтар сюжетында.
9👍1
Имен торһон донъялар 🤲

Изге йомала теләгән яҡшы теләктәребеҙ ҡабул булһын🥰

📍 Бөрйән районы, Мәндәғол ауылы.
10💘2🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, этнограф, тарихсы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре һәм публицист Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған көнөнә арналған түңәрәк ҡор үткән.

🔥Сарала уның бүләсәре Динә Өмөтбаева-Мөлкәмәнова үҙе ижад иткән шиғырҙы һөйләп ишеттергән.


🔹Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы 1841 йылдың 21 авгусында донъяға килгән.
🔹Ваҡытында бик мәртәбәле исемдәргә лайыҡ булған, 1883 йылда Мәскәүҙә Диниә назараты делегацияһы составында император Александр III коронацияһында ҡатнашып, императорҙың биҙәлгән алтын альбомында ғәрәп каллиграфияһы һәм рус яҙыуы менән ҡотлау һүҙҙәре яҙып ҡалдырған шәхес.
🔹Бөгөн дә беҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың аҡыллы һүҙҙәрен хәтерҙә тотабыҙ.

Видео: БР Милли әҙәбиәт музейы
10💘2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Яҡташыбыҙ Илнур Әхмәтшиндың рухлы йырын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн, изге йомала, бергәләп теләк теләйек: тыуған ил һағында булған барлыҡ ул-ҡыҙҙарыбыҙ фәрештә ҡанаты аҫтында булһын, имен-аман Башҡортостаныбыҙға әйләнеп ҡайтырға насип итһен!
11🙏2👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💯Былтырғыны быйыл һөйләмәйҙәр, тиһәләр ҙә, "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивален хәтергә төшөрмәй булмай!

Былтыр Баймаҡ районының йөҙөк ҡашына әүерелгән был сара август урталарында үткәйне. Унда 11 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Быйыл "Башҡорт аты" 6 сентябрҙә үтә.
Сара 4-се тапҡыр ойошторола.


📍 Нисек барып етергә?


🚗 Машинала: Сәрмән - Баймаҡ, Ира - Магнитогорск йәки Магнитогорск - Ира трассалары буйлап килегеҙ.

📍 GPS-координаттары: 52.6493197, 58.3256030 (Өфөнән – 410 км алыҫта).

🚌 Автобуста: Баймаҡ ҡалаһына тиклем килергә һәм фестиваль үткән ергә йөрөгән махсус маршрут автобусына күсеп ултырырға (3 км юл).

"Башҡорт аты" буйынса һорауҙар булһа, ойоштороусыларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Бөтә мәғлүмәт бында:

bashkort-aty.ru
vk.com/bashkortat
+7(347)2163404

Видео: ZAINETDIN, "Башҡорт аты - 2024".
6👍4🔥2💘1