Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ниндәй телдә һөйләй ул?" -

тип һорайҙар был татлы телле тәтелдәкте ишетеүселәр.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының Рәсәй халыҡтары телдәре көнө уңайынан уҙғарылған конкурсында тәүге ҡатнашыусы был ҡыҙ.

Белорет районы Абҙаҡ ауылынан Сафия Мусаҡаева. 3 йәш. "Аҡйондоҙ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
11👍2🥰2
Һыҙылып таңдар атҡанда...


📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты

Фото: Елена Перминова.
11💘2
📌ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРЛЕК

💯Республика педагогтарының август кәңәшмәһе сиктәрендә ауыл һәм ҡала мәктәптәренә 200-ҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тапшырылды. Улар федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған ватан машиналары.

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, яңы уҡыу йылында республика мәктәптәренә йөрөп уҡыясаҡ 53 меңгә яҡын бала транспорт менән тәьмин ителә. Был маҡсатта 1590 мәктәп автобусы ҡулланыла.


“Яңы мәктәп автобустары – көн дә мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙҙың өҫтәлмә комфорты һәм хәүефһеҙлеге. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ, шуға автопаркты яңыртыу эшен өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан мәктәптәребеҙ бөтәһе 900-гә яҡын яңы автобус алды инде. Барлыҡ балаларҙы, ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә мөһим һәм кәрәкле хеҙмәттәре, балаларыбыҙға яҡшы мөғәләмәләре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Барыһына ла уңыштар!”

– тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә.

💯Әйткәндәй, 2022 йылдан алып Башҡортостанда 146 мәктәп бинаһы капиталь яңыртылған. Бынан тыш, һуңғы 5 йылда республикала яҡынса 33 мең урынлыҡ 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы асылған.

💥Быйыл 1-се класҡа 45 мең тирәһе бала уҡырға бара.
7👍5
📌Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” патриотик йыр конкурсы башлана.

Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арнала.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән.

Конкурста төрлө йәштәге авторҙар һәм башҡарыусылар сығыш яһай ала.

Ярым финалда Улан-Удэ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Һарытау кеүек ҡалаларҙан бөтәһе 19 ҡатнашыусы көтөлә. Иртәгә финалда “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙҙәр авторы" номинациялары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә.
8🔥2👏2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса кем ул?

Хәҙерге Башҡортостандың Учалы районына ҡараған Шәрип ауылында Хәбибулла исемле башҡорт йәшәгән. Уның Фәтхулла һәм Зәйнулла исемле улдары булған.

Зәйнулла - күренекле башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсүлев фамилияһы менән билдәле.

💯Ғайса - Фәтхулланың улы була. 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, полк муллаһы булған.

"Илсе Ғайса" башҡорт халыҡ йырының килеп сығышын тап уның шәхесенә бәйләйҙәр: бер туғаны Муса һәләк булғас ижад иткән, тип иҫәпләйҙәр.


Видео: Айназ Низаметдинов - Учалы егете ҡурайҙа уйнай.
🔥75💯4🙏32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаларығыҙға башҡортса китаптар һатып алаһығыҙмы?

З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең магазинында башҡорт телендә балалар әҙәбиәтен табырға мөмкин.

Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың "Балапандар күккә ынтыла" тигән бик матур китабы ла бар.

Видеола Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы был йыйынтығы тураһында һөйләй.

Әйткәндәй, "балапан" һүҙенең мәғәнәһен беләһегеҙме?


💯 Бөркөт, ҡарсыға кеүек ҡоштарҙың иң ныҡлы, көслө балаһы шулай атала.

Видео: "Китап" магазины төркөмөнән.
12👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
AY YOLA төркөмөнөң яңы йыры һәм клибы - UGEZ - Үгеҙ тип атала.

Премьераһы 2025 йылдың 5 сентябрендә 00:00 сәғәттә (мск) көтөлә.


Тәүге секундтарҙан уҡ - 🔥
👏10🔥3💘32
🌙"Ожмах әсәйҙәрҙең аяғы аҫтында" -

тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм.

Әсәйҙәргә шылтыратыр һәм хәлдәрен белешер, ҡосаҡлар, рәхмәт һүҙҙәрен әйтер, ә кемдәргәлер - яҡты рухтарын иҫкә алыр көн булһын әле бөгөн.

Фото: ETHNO FRAMES, модель Хәмдиә Ҡунаҡҡолова.
13🥰1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иртәлә генә торам, юлға сығам,
Ҡурай киҫеп алам ҡамыштан...


Видео: Салауат Юнысов.
13👍2🔥2💘2👏1
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын уҡығанығыҙ һәм унда йәшеренгән мәғәнәләр хаҡында уйланғанығыҙ бармы?

Был - ябай әкиәт кенәме, әллә ниндәйҙер оло сер һаҡлаған һәм быуындан-быуынға белем тапшырған әҫәрме?


Был һорауҙарға яуапты "Киске Өфө" гәзитендә журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың ғалим, этнограф Зәкирйән Әминев менән әңгәмәһендә табырға мөмкин.

Интервью 2016 йылда донъя күргән һәм бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә бай.
Мәҫәлән, арыҫлан йәки йылан затының боланды йотоусы тураһындағы әкиәтте ишеткәнегеҙ барҙыр. Был күренеш күк есемдәренең хәрәкәтенә бәйле аңлатыла икән!

📍 Өҙөк:

"Е.Е. Кузьмина грифондың боланды йотоу мотивының ҡасан, ҡайҙа барлыҡҡа килеүен анализлап, уны календарға бәйләп, ышандырырлыҡ дәлилдәр менән аңлатҡайны үҙенең баяғы мәҡәләһендә. Баҡтиһәң, грифондың, арыҫландың һәм башҡа йыртҡыс заттың болан кеүек үлән емшәр йәнде ботарлауын тасуирлаған миф бынан 5 мең йыл элек шумерҙарҙа формалашып, ул календарь менән бәйле булып сыҡты. Шумер астрономдары күк есемдәренең күсеп йөрөүен күҙәтеп, Ай ҡасан батыуын, Ҡояш ҡасан ҡалҡыуын, йондоҙҙарҙың, планеталарҙың хәрәкәтен, уларҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәрен өйрәнеп, үҙҙәренең хужалыҡтарын алып барыу өсөн календарь төҙөүгә өлгәшкән булған. Шул дәүерҙә шумерҙар йәшәгән ерҙәрҙә февралдең егермеләрендә төнгө күктә Арыҫлан йондоҙлоғо ҡалҡҡан саҡта Болан йондоҙлоғо юҡ була. Ошо күренеште шумерҙар арыҫлан боланды ботарлап ырғытҡан, тигән миф аша сағылдырған. Шумерҙарҙан календарь менән бәйле был мотивты аҙағыраҡ хәҙерге Иран ерҙәрендә йәшәгән халыҡтар үҙләштерә, унан инде беҙҙең дәүерҙәргә тиклем етенсе быуаттарҙа Алғы Азияға яу менән килгән скифтар был мотивты үҙҙәре менән тыуған илдәренә алып ҡайта һәм ул Евразия ҡитғаһында киң таралып китә. Ваҡыт үтеү менән был эпизод әкренләп кенә февралдән мартҡа күсә. Хәҙер уны көнсығыш халыҡтары Наурыҙ байрамы тип 22 мартта билдәләй. Шулай итеп, көтмәгәндә Урал батыр эпосының бер эпизодының мәғәнәһе табылды. Факттарҙы әкренләп, бөртөкләп сүпләй торғас, эпостағы икенсе эпизодтарҙың мәғәнәләре лә асыла, аңлашыла башланы", - ти Зәкирйән Әминев.

Артабан ошонда уҡырға була:

https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=3036
7👍4🔥3
📌 Самауырлы ритайым - "Башҡорт аты-2025" Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә!

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк фестивалдең кисен йырлы-моңло сара биҙәйәсәк.🔥
🔥76💘4👍1