Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.81K photos
1.51K videos
1 file
260 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Булыр бала бына шулай бәләкәйҙән билдәле инде ул 😇
👍7
СОЛТАН БУЛҺАМ...😁
6🔥1
📌Ошондай биҙәүесте тағып йөрөр инегеҙме?

Башҡорттарҙың иҫәпләп сигеү ысулы менән яһалған был төйрәместәр (брошь) бик үҙенсәлекле күренә.

Уны оҫтабикәләр боронғо башҡорт һарауыстары һәм башҡа иҫәпләп сигелгән әйберҙәр, биҙәктәр нигеҙендә эшләгән.
👏8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт атын данлап йыр яҙ һәм... атлы бул!😍

Темәс егете Илнур бына шундай шәп тәҡдим-конкурс иғлан иткән.

Талантлылар һәм моңлолар, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең башҡорт атына тағы бер шәп йыр арнағыҙ! 👏🌸
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🥰4👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәшит Назаровтың шиғырын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов уҡый.
12
Балалар менән бергә эшләгеҙ!

🍁Ялдарҙа күмәкләшеп бына ошондай сағыу, матур ҡул эштәре эшләргә була.

🍂Әлбиттә, балалар баҡсаһында йә мәктәптә хеҙмәт дәресендә оҫталарға мөмкин.

🍃Өйгә бирелгән эш булғанда ла хәҙер нимә яһарға беләһегеҙ, атай-әсәйҙәр 😉
9
Елмерҙәктә быйыл ҡурай юҡҡа ғына шулай уңмағандыр, һинең һәм минең күңелгә моң һалырға уйлағандыр...
🔥12👍7🥰4
🙏4🔥2👏1
Табиптарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!🌹

Бөгөн Халыҡ-ара табип көнө. Барлыҡ аҡ халатлы фәрештәләребеҙҙе ошо айҡанлы тәбрик итәбеҙ!

💌Ергә Ҡояш кәрәккәндәй, кешелеккә кәрәкле һөнәр эйәләренә һаулыҡ, рәхмәтле пациенттар, һәр ауырыуҙы йүнәлтер көс теләйбеҙ!

Табип-Ҡояш

Йөрәк әрней, йөрәк һыҙлай –
Тынғы тапмай үрһәләнәм,
Йәнем тулай, гүйә юлсы,
Таш ҡаяға үрмәләгән.
Аҫта - упҡын.
Өҫтә – Ҡояш.
Тая, тая табандарым,
Ҡайҙа арҡан ташлар дуҫым,
Ҡайҙаһығыҙ, туғандарым?!
Барыһы ла теге ярҙа
Үҙ хәстәре менән була.
Теремен бит.
Һис хафа юҡ.
Тик ысҡына хәҙер ҡулдар.
Үпкәләмәм.
Үрмәләйем,
Ҡояшымды күрәһем бар,
Улҡайымдың, ғәзиземдең
Сикәһенән үбәһем бар…
Тамсы тама…
Эй мөғжизә!
Ҡояш үҙе миңә килә,
Ысыҡтарҙы тамсы итеп,
Шифалы һыу тәнгә бирә.
Сөм күк күкте ябынған да
Ҡояш үҙе ҡулын һуҙа,
Йылмайыуы – йәнгә сихәт,
Йөрәгемә өмөт тула.
Бына инде менеп еттем,
Тамсыларҙан ҡеүәт алып,
Аҫта упҡын. Баш осомда
Мәрхәмәтле нурын һибеп,
Ҡояш балҡый. Ҡояш балҡый!

Лилиә Һаҡмар шиғыры.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
4🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
#хужабикәҡолағына

Иң тәмле бәлеш ҡамыры😋

Ҡамыр: 250 грамм ҡаймаҡ, 100 грамм иретелгән аҡ май, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы сода. Самалап он.
🔥6🥰3