Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Хәйерле көн! 🍂

Фото: Елена Перминова.
8🔥2🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌"Башкиравтодор" - республиканың төп предприятиеларының береһен һаҡлап ҡала алғандар.

Был турала кисә республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Төбәкте юлдар менән тәьмин итеүсе һәм 5 мең кешегә эш биреүсе предприятие республика етәкселеге, федераль именлек һағы һәм прокуратураның килешеп эшләүе һөҙөмтәһендә бөгөн банкротлыҡтан ҡотола алған. Республика етәксеһе "Башкиравтодор" яйлап эш хаҡтары буйынса бурыстарын да ҡайтарыр, аяҡҡа баҫыр, тип ышаныслы белдерҙе.
🔥7👍5👏4😁32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында йәшәүсе башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының уңғанлығы кейемдәрендә уҡ сағыла: сигеүле алъяпҡыстар һәм балитәктәр, зауыҡлы яға, шулай уҡ биҙәлгән ҡушъяулыҡ.

Әйткәндәй, борон ептәргә һәм туҡымаға төҫ биреү өсөн тәбиғи буяуҙар ҡулланылған.

Башҡорттар төҫтәрҙе шулай алған:
❤️ҡыҙыл - бөрмәкәй (русса подмаренник йәки марена),
💛һары - һыйыр теле (серпуха),
💚йәшел - артыш һәм көкөрт үләне (плаун).

Буяу сағыуыраҡ ултырһын һәм уңмаһын өсөн көл менән эсеүташ (квасцы) ҡулланғандар.

Минераль буяуҙарҙан хромлы тимер тотонолған.

Этнограф Светлана Шитова яҙыуынса, башҡорттарҙа ҡыҙыл, охра төҫөндәге һары һәм йәшел төҫтән торған йәйғорло теҙмә өҫтөнлөк иткән. Кейемдә ҡара туҡымалар менән аралаштырған осраҡта улар айырыуса сағыу күренгән.

Видео: "Гөлдәр" төркөмөнән.
10🔥4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!❤️

Видео: Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов тормош иптәше менән.
13🔥7🥰5
📌Айыҡ ауылға трактор килгән!

Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы халҡы был ваҡиғаға ҡыуанып, урамға сыҡҡан.


Өр-яңы техника "Айыҡ ауыл" республика конкурсында өсөнсө урын яулаған өсөн бирелгән 2.5 млн һум аҡсаға һатып алынған.

Беҙ ҙә ауылдаштарҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм техника мәнфәғәттәренә яҙһын, тип теләйбеҙ!
👍87👏2
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
9🔥5🥰3🙏3💘1
Әбейҙәр сыуағы башланды, көҙгө ҡояш ялтырап йылытып, тора. Уңышлы көн теләйбеҙ!

📍 Нуриман районы.
9
📌 Эльбрус Ниғмәтуллин 27 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, милләттәшебеҙ Эльбрус Хәмит улы баҡсаһынан алған мул уңыш ҡыуаныстары менән бүлешкән.

"Ғаиләбеҙ менән 27 кг 600 грамлыҡ ҡабаҡ үҫтерҙек. Бер орлоҡтан 12 ҙур ҡабаҡ үҫте. Дөйөм ауырлығы 150 килограмдан ашыу",

- тип яҙған ул сәхифәһендә.

📍 Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә көҙгө уңыштар менән бүлешегеҙ!

Фото-видеолар көтәбеҙ, ҡайһы яҡтан булыуығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ🥰
👍64🔥2💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һәр миҙгелдең үҙ йәме 💛
10👍3🥰2💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Туҡмасы һөткә буялған"

ашты ярата торғайнығыҙмы? 🤭

Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.
10💘1
📌Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашалар

Ил сиген һаҡлап вафат булған "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының өлкән лейтенанты Илдар Суфияров менән хушлашыу сараһы 18 сентябрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында сәғәт иртәнге 10-да ойошторола.

Илдар Филорет улын күреп белгәндәр һәм геройҙы хөрмәт иткән һәр кем хушлашыу тантанаһына килә ала.


"Башҡортостан" полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводы командиры Илдар Суфияров 2024 йылдың апрелендә Махсус хәрби операция зонаһында һәләк була. Ҡаһарман үҙ посын ташлап китмәй, һан буйынса күпкә көслөрәк дошманға ҡаршы ут аса һәм тамам яҡынлашҡастары, граната шартлатып, үҙе менән тағы өс ВСУ һалдатының ғүмерен өҙә.

Үткән йылдың октябрь айында РФ Президенты Владимир Путин Указы менән Илдар Суфияровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның дүшәмбеһендә үткән оператив кәңәшмәне герой хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ менән башланы.
10🔥4🙏4💔1💘1
"Тора- тора мендем башына",

- тип сәләм юллаған төркөмдәштәребеҙҙең береһе Фирүзә Ҡотлова-Мәхмүтова.

Ә һеҙ сәйәхәттәр яратаһығыҙмы һәм республикабыҙҙың ҡайһы иҫтәлекле урындарын барып күрергә кәңәш итер инегеҙ?

Бигерәк тә өлкән йәштәгеләр һәм балалар өсөн уңайлы урындарҙы яҙып китегеҙ әле😉
8👍2👏1