This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн иртән Өфөнөң Шәфиев урамындағы 218-се балалар баҡсаһына мышы ҡунаҡҡа килгән.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, октябрь аҙағына тиклем мышыларҙың кеше йәшәгән ергә, трассаға йышыраҡ сығыуы күҙәтелеүе ихтимал. Был уларҙың ҡарығыу осоро менән бәйле, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы.
❗Мышыға яҡын бармағыҙ һәм ҡыуырға тырышмағыҙ. Ашығыс телефон номерына шылтыратып, белгестәрҙе саҡырығыҙ.

👍5❤3👀2
“Беҙ янығыҙҙа. Беҙ бергә. Беҙ рәхмәтлебеҙ”,
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин.“САВАБ” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә ойошма Махсус хәрби операцияла яугирҙарыбыҙ ғүмерен ҡотҡарыусыларға ярҙам күрһәткән – ялан госпитале табиптарына кәрәкле техника бүләк иткән.
Күп функциялы ҡорамал, монитор һәм кәрәкле техниканан торған комплектты МХО-ла һеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатыны Рүнизә ханым мөрәжәғәтенән һуң йыйғандар.
“Был ябай техника ғына түгел, был беҙҙең иғтибар, хәстәрлек, рәхмәтебеҙ. Ихлас ышанам: һаҡлаусы, ҡотҡарыусы һәм хеҙмәт итеүселәр тураһында хәстәрлек күреү – ул имандың сағылышы”,
- ти Айнур хәҙрәт һәм иң изге теләктәрен еткергән.
❤6👍3👎1
📌 Урал батырға һәйкәл асылды!
Бөгөн Учалы ҡалаһында башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырға арналған һәйкәл тантаналы рәүештә асылды.
Уның авторы - Фәнил Фәтҡулла улы Мөслимов.
Бөгөн Учалы ҡалаһында башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырға арналған һәйкәл тантаналы рәүештә асылды.
Уның авторы - Фәнил Фәтҡулла улы Мөслимов.
👍7❤6🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Иртәгә! Һеҙ әҙерме?
20 сентябрҙә Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Тимур Ямалов концерт ҡуя.
20 сентябрҙә Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Тимур Ямалов концерт ҡуя.
Кем бара?
🔥7❤4👏3
📌 "Янғантау" геопаркы Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән алып ҡайтылған тупраҡ менән капсула күмеү сараһына саҡыра
26 сентябрҙә Башҡортостанда башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың хәтер көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан уның тыуған ауылы Тәкәйҙә тантаналы сара уҙғарыла - батырҙың тоҡомдары тарафынан Балтика диңгеҙе буйынан алып ҡайтылған тупраҡ һалынған капсуланы ҡәбер ташы аҫтына күмәсәктәр.
📍 Сара 26 сентябрҙә сәғәт иртәнге 11-ҙә башлана.

Был Салауат һәм уның атаһы Юлайҙың хәтерен мәңгеләштереү, тыуған яҡтарына "ҡайтарыу" өсөн эшләнә.
📍 Сара 26 сентябрҙә сәғәт иртәнге 11-ҙә башлана.
❤10👍3👀1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ниһайәт, ялдар!"
- тигән бул.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤9🔥4👍2💘1
Хәйерле көн ⛅
📍 Белорет районы, Кирәл тауы итәге
Фото: Анатолий Ермоленко.
📍 Белорет районы, Кирәл тауы итәге
Фото: Анатолий Ермоленко.
❤10🔥4