Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.54K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Хәйерле көн
📍 Белорет районы, Кирәл тауы итәге

Фото: Анатолий Ермоленко.
10🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәр🔥

Видео: Илһам Иҙрисов.
9💘6👏5🤡3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Һүрәттәр йәнләнһә?"

- ти был роликтың авторы Хәйҙәр Сөләймән.

Ул Башҡортостан рәссамдарына хөрмәт итеүе, картиналарын ҡыҙыҡ өсөн йәнләндереп ҡарауы тураһында яҙған.

Оҡшаймы?
11👍5🔥1
📌Башҡортостанда торна иң күбе ҡайҙа икәнен беләһегеҙме?

Көҙ һайын республикала торналарҙың һанын иҫәпләйҙәр. Быйыл да был эш башланған.

Әлегә иң күп торна Ҡыйғы районында теркәлгән - Яңы Мөхәмәт ауылына яҡын урында 90 баш торна һанағандар.

Шулай уҡ Йүкәлекүл буйындаһәм Иҫке Мөхәмәт ауылы эргәһендә 3-әр, Ҡәҙер ауылында 4, Лағырҙа 6 торнаны тап иткәндәр.
10👍3🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Гармунсыға һүҙ әйтмәгеҙ, ҡушылып йырлағыҙ!💖

Видео: Кәрим Моратов.
10🔥5💘1
Алтын көҙ🍂🍁

📍Ирәкташ, Белорет районы
14
- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр,
- Утым да бар, ҡуҙым да.
Донъяларым гөрләп тора,
Улым да бар, ҡыҙым да...
- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр,
- Көсөм дә бар, кәрем дә бар...
Ҡуша ғына олоғаябыҙ,
Йәнем тартҡан йәрем бар.
Яҡты ҡояш нурҙарында
Йылт-йылт килә еләндәр.
Яҡты киләсәккә ҡарай
Йылғыр елә ейәндәр...

Тимер ЙОСОПОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кескәй бейеүселәр🔥
8💘6👏4🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кемдең һәйкәле янында, кем белә?
6👌3💯3💩1
Сөмбөлә байрамы менән! ☀️

🌾Бөгөн Сөмбөлә - көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе һәм уңыш байрамы билдәләнә. Был байрам 22-25 сентябрь көндәренә тура килә.

🌾"Сөнбөлә" тигән һүҙ ғәрәп теленән "башаҡ" тип тәржемә ителә, "сөмбөлә" тип уҡыла икән.

Хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙа һәм күп халыҡтарҙа көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе фольклор байрамы булараҡ ҡына ҡалған.
Ә бына Японияла Хиган тип атала һәм милли байрам булып тора.
7👍1🎉1
📌 Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһы 1909 йылда төҙөлгән, Поликарповтар йорто булған. 1982 йылдан унда ижади ойошма урынлашҡан.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тарихи бинаның реконструкцияһы быйыл тамамланды.

Бөгөн унда ниҙәр бар - БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән бергә Вәлитов-TV экскурсия яһаған.
6👍3👏1
📌 Видео менән эшләүселәр өсөн һөйөнөслө хәбәр: Мовавика ватан видеоредакторы хәҙер башҡорт телен дә белә!

Рәсәйҙең "Мовавика Видео" видеоредакторы автомат рәүештә субтитрҙар яһау функцияһын яһалма интеллект ярҙамында янырткан. Шуға хәҙер программа башҡорт, татар, урыҫ, белорус һәм тағы ла 80-дән ашыу телде аңлай. Уның ярҙамында видеолағы тауышты текстҡа әйләндереп, автомат рәүештә субтитрҙар эшләргә мөмкин.

Был эште күпкә еңеләйтә.

Хәҙер башҡортса видеолағы һәр һүҙҙе тыңлап, текст йыйып ултырырға кәрәкмәй. Әҙер субтитрҙы кәрәк саҡта төҙәтергә була.
7🔥2🥰2👍1
📌 Баш ҡалала яңы мурал - бинаға төшөрөлгән һүрәт эшләп яталар, ти. Был турала ufa_tyt ТГ-каналында хәбәр иткәндәр.

📍 Уны Октябрь проспекты, 16/2 адресы буйынса урынлашҡан бинаға төшөрәләр.

Сәй яһап торған башҡорт ҡыҙы һынландырылыуы асыҡ күренә 🔥

Беҙ ҙә төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, тип теләйбеҙ! 🥰


Фото: ufa_tyt
9🥰2👍1🔥1