Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
673 subscribers
2.88K photos
1.55K videos
1 file
265 links
Download Telegram
Хәйерле көн! ☀️Сағыу көҙ төҫтәре уңып, ҡар ҙа яуыр мәл етер, бар донъя аҡҡа күмелер. Һәр миҙгелдең матурлығын күреп, ҡыуанып йәшәр өсөн сәләмәт булығыҙ!

📍 Ишембай районы, Һәүәҙе тауы.
7💯6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостан Ҡурайсылар берлеге ағзалары ҡурай йыйған.

"Көҙ - ҡурай йыйыу осоро. Матур йола буйынса, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар берлеге ағзалары урмандан йыйып алырға сыҡты. Быйыл Әбйәлил районына барҙыҡ",

- тип яҙған берлектең рәйесе, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев.
👍11
📌 Салауатыбыҙ ҡайтты!

Әлкә ауылы эргәһендәге "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплекста Салауат Юлаевҡа арналған кенотаф асылды.

Батыр тоҡомдары Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстониянан, Балтик дингеҙ ярынан алынған тупраҡ менән капсуланы кенотаф аҫтына һалды.
12👍3
Баш ҡалабыҙҙан төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булыуын теләп, сәләм юллайбыҙ!🥰

Галле ҡалаһы туҡталышына яҡын күп ҡатлы йорттарҙың береһендә башҡорт ҡыҙын һынландырып бөтөп, күрше йортта башҡорт уҙаманын төшөрөргә тотонған рәссамдар.🔥

Бер нисә көндән һөҙөмтәһен күрербеҙ, моғайын.


Фото: ufa_tyt
💯10🤗3🥰2
📌Башҡортостанда "СВОи яңы мөмкинлектәр" программаһы башлана - үҙ эшен асырға теләгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ике айлыҡ акселератор.

Бал программаға түбәндәгеләр инә:

🔹 алдынғы вуздарҙың уҡытыусылары һәм эшҡыуарҙар ҡатнашлығындағы бизнес-белем биреү;

🔹 дәүләт ярҙамы саралары буйынса вебинарҙар, модулдәр һәм эксперттар сессияһы;

🔹 МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ихтыяждарын билдәләү маҡсатындағы киң тикшеренеү;

🔹 эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләгән ветерандарҙы берләштереү;

🔹 онлайн-форматта ла белем алырға мөмкин.

📍 Ғаризалар 2025 йылдың 5 октябренә тиклем ҡабул ителә.


Барлыҡ мәғлүмәттәр буйынса һылтанма: свобизнес.рф/
👍54💩3🔥1
Бына шундай мөһим көн икән бөгөн - Бөтә донъя йөрәк көнө.

💟 Был иҫтәлекле дата һәр кемгә үҙенең һаулығын - йәшәү дәрте биреп һулҡылдап типкән йөрәген һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында иҫкәртеп тороу өсөн булдырылған.

💯Ә беҙ башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә тупланған аҡыл менән бүлешергә булдыҡ:

🔸Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.

🔸Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән алыр.

🔸Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.

🔸Йөҙ ҡартайһа ла, йөрәк ҡартаймаһын.

🔸Йөрәк ашъяулыҡ түгел, һәр кем алдында йәйеп булмай.

🔸Ҡолаҡтан кергән һалҡын һүҙ, йөрәккә етһә, боҙ булыр,
Маңлайҙан аҡҡан әсе тир, табанға төшһә, тоҙ булыр.

🔸Тауҙай арҡаһы булғандың таштай йөрәге булыр.

🔸Эсең янһа - боҙ яла, йөрәгең янһа - тоҙ яла.
9🔥4
Шишәмбе бәрәкәтле булһын! 🥰

Көҙгө Нөгөш һоҡланғыс😍🔥
11🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡатмарлы заманалар, әммә бөгөн Ҡибла яғына ҡарап, Өфөнөң - Башҡортостандың баш ҡалаһында бынаулайтып ултыра кем? Салауат. Парк - Салауаттыҡы, проспект Салауаттыҡы, урам Салауаттыҡы, район Салауат, ҡала Салауат, иҫ китмәле, хоккей клубы Салауат, бизнес-үҙәк Салауат, ҡайҙа ҡарама - Салауат. Шундай тарихты үтеп тә, Салауатты һаҡлап ҡалыу һәм бөгөн шулай итеп күтәреү - ул иҫ китмәле",
- ти Башҡортостандың халыҡ артисы, AY YOLA төркөмө ағзаһы Ринат Рамаҙанов.

📍 Ул - "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплексында Салауат Юлаевҡа арналған кенотаф ҡуйыусыларҙың береһе һәм был эште нисек атҡарып сығыуҙары тураһында һөйләгән.

Видео: "Салауат Юлаев. Реставрация" төркөмө.
🔥135
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорт юлдаш телевидениеһында яңы проект - "Дуҫтар"

Һәр йома төнгө сәғәт 11-ҙә "Дуҫтар" тигән шоу күрһәтеләсәк. Уның алып барыусылары - йәштәр, саҡырылған ҡунаҡтар - билдәле кешеләр.

Үткән йомала тапшырыуҙың беренсе сығарылышы күрһәтелгән. Унда билдәле йырсы Илгиз Абдрахманов ҡатнашҡан.

Кем ҡараны-күрҙе?
🔥112
📌 Ҡояшлы ямғыр скверы барлыҡҡа килде.

Өфө ҡалаһының Октябрь районында, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты эргәһендә, Ҡояшлы ямғыр скверы ултыртылды. Был турала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр иткән.

🔹Гимназия уҡыусылары һәм шағирҙың улы Азамат Ғарипов менән берлектә Октябрь проспекты 136/1 һәм 136/2 йорттары араһында яңы ағастар ултыртҡандар.
🔹 Барлығы 40 төп - "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә эшләнгән. Бында сағыу сәскәләр сәселгән, уңайлы эскәмйәләр ҙә ҡуйылған.

"Үҙенсәлекле "Йәшел Башҡортостан" акцияһы республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Уның төп маҡсаты - ағас ултыртыу ғына түгел, ә быға халыҡтың да ҡыҫылышы булһын өсөн эште бергә атҡарыу. Һәм Башҡортостан бөгөн бөтә илгә матур өлгө булып тора!"

- тип яҙған сәхифәһендә Эльвира Ринат ҡыҙы.
10👎1