Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
❤️Музейҙағы бал ҡорттары тере!

Билдәле ҡатай башҡорто, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Рәнис Алтынбаев бөгөн Башҡортостан Милли музейында «Рәмил Килмәмәтов. Башҡортостан хаҡында һөйөү менән» тигән фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашҡан.

Ул был саранан ҡыҫҡа ғына видео һәм фотолар менән бүлеште: музейҙа таныулы фоторәссамыбыҙ Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтовтың (1949-2019) иҫ киткес фотоһүрәттәренән тыш, бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы башҡа күргәҙмәләр ҙә эшләй икән.

🐝“Бөрйән бал ҡорто” тигән күргәҙмә залында бал ҡорттары тере!

📌Быны үҙ күҙҙәрегеҙ менән мотлаҡ барып күрегеҙ!
👍5🔥3
Бөгөн Өфөлә Үҙәк баҙар эргәһендәге транспорт ҡуласаһы уртаһына ошондай һыуһар ҡуйғандар, тип хәбәр ителә.

Оҡшаймы?

❤️ - Эйе, шәп булған!
😱- Ҡот осҡос!
6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!

Байрам ялдары башланырға бер генә эш көнөн үткәреп ебәрәһе ҡалды.

Уңышлы булһын!💕
9🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ИР ҠАНАТЫ АТ БУЛА

©Башҡорт халыҡ мәҡәле

Видеола: Силәбе өлкәһенән милләттәшебеҙ Рифат Яруллин Башҡортостанда ял иткәнендә Аҡ морон ҡушаматлы атта бына шулай ел етмәҫ ергә елдергән.
🔥7👍3
📽️БАШҠОРТ ФИЛЬМДАРЫНА ЯРҘАМ БҮЛЕНДЕ

🎬Башҡортостан Башлығы Гранттар фондының кинематография өлкәһендәге 50 млн һумлыҡ бүләк фонды булған конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Конкурсҡа килгән 15 ғаризанан 5-һе һайлап алынған.

🎥Еңеүселәр 4 тулы метражлы Фильм төшөрөү өсөн 15 млн һум һәм анимациялы сериалға 5 млн һум ярҙам алды.

📌 Был кинокартиналар 2025 йылда донъя күрәсәк:

«Әлифба: һандар һәм ваҡыт» анимациялы сериалы, ул 3-7 йәшлек балаларға башҡорт телен өйрәтә;

"Ҡалдырма беҙҙе" художестволы фильмы. Айгиз Баймөхәмәтов повесына нигеҙләнгән фильм балалар йортонда тәрбиәләнгән үҫмерҙәрҙең аяныслы тарихын һөйләйәсәк;

"Бер керештән уҡтар" ("Стрелы с одной тетивы") художестволы фильмы ысын булған хәлдәргә ҡоролған. Ул илһөйәрлек, республиканың һәм илдең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеүгә йүнәлтелгән;

"Башҡорт аты" - Башҡортостан бренды" фильмы башҡорт атын һәм милли мәҙәниәтте популярлаштырыу хаҡында;

" Атайсал" изге ғәмәлдәр" фильмы үҫмерҙәрҙә эшһөйәрлек һәм традицияларға ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостанда кинематографияға ярҙам итеү маҡсатындағы был конкурс икенсе йыл рәттән үткәрелә.

📌 ҮҘЕБЕҘҘӘ ТӨШӨРӨЛГӘН ФИЛЬМДАРҘЫ ҠАРАЙҺЫҒЫҘМЫ?
👍7😍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары Республика көнөнә бүләк әҙерләгән 😍
👍6🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнө уңайынан Өфөлә Ағиҙел буйында бөгөн колоннада асылды.

Бына шундай тағы бер архитектура объекты барлыҡҡа килде баш ҡалабыҙҙа.

Видео: "Вся Уфа" төркөмөнән.
👍6😍32
ТАМЪЯН ЫРЫУЫ БАШЛЫҒЫНА АРНАП

📌Әбйәлил районы Юлдаш ауылы ерендә Тамъян ырыуы башлығы, тархан һәм башҡорт халҡының Рус дәүләтенә ҡушылыуын башлап йөрөгән шәхестәрҙең береһе Шәғәле Шаҡман иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған.

Тантаналы сарала Шәғәле Шаҡман нәҫеленән Денис Сәйетғәлин һәм Тамъян ырыуы ҡорбашы Ишморат Әминев сығыш яһаған.

Был турала райондың “Осҡон” гәзите төркөмөндә хәбәр ителә.

Иҫтәлекле таҡтаташ теләгән һәр юлаусы туҡталып, шәхестең рухын иҫкә алып китһен, тигән ниәттә юл буйындағы убала ҡуйылған.
🔥6
РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ - ЕҢЕҮ-БҮЛӘК!

📌Грэпплинг буйынса Астанала үткән донъя чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы спортсылары еңеүҙәр яуланы. Был хаҡта "Башҡортостан бөгөн" ТГ-каналында хәбәр ителә.

📌Донъяның 30 иленән 1300-ҙән ашыу спортсы төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияһында көс һынашҡан.

Башҡортостан спортсылары еңеүҙәре менән һөйөндөрҙө:

🥇Алһыу Ғәлиева Grappling һәм Grappling Gi буйынса 1-се урын (Өфө, тренеры Иҙрисов Ислам).
🥇Илһөйәр Сәйфетдинова Grappling буйынса 1-се урын (Бөрйән районы, тренеры Усманов Нур).
🥈Гаджи Гусейнов Grappling Gi буйынса 2-се урын (Өфө, тренеры Иҙрисов Ислам).
🥉Денис Мырҙабаев Grappling Gi буйынса 3-сө урын (Стәрлетамаҡ районы, тренеры Мырҙабаева Аделина).
🥉Регина Сәйфетдинова Grappling Gi буйынса 3-сө урын (Бөрйән районы, тренеры Усманов Нур).
🥉Ильяс Алмаҡаев Grappling буйынса 3-сө урын (Өфө, тренерҙары Алмаҡаев Ринат һәм Зинәтуллин Арсен).

Башҡортостан Республикаһы көнөнә бына шундай юғары өлгәштәре менән матур бүләк яһаған спортсыларыбыҙҙы һәм уларҙы ошо уңышҡа илткән тренерҙарҙы ҡотлайбыҙ!🌹

Киләсәктә яуланыр үрҙәр тағы ла юғарыраҡ булһын! 🏆
👏3🏆3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кәзәнән АСМР видео😁

Тәмле көйшәй бит, ҡоромағыр!
😁65👍1