Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнө менән!

Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн - 11 октябрь, Республика көнө уңайынан режиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмы аша быға илткән тарихты хәтергә төшөрөп алайыҡ.

Был фильмды ҡараған инегеҙме?
Ә ҺИН ЙӘШӘ!

Фотоһүрәттә Белорет районындағы Яланғас һырты, авторы: Владислав Ясаков.
👍6
Карта - күҙҙең яуын алыр бер нағыш😍

Өфөлә БР Милли музейы майҙансығында "Сигелгән Башҡортостан" Республика фестивале 9-10 октябрь көндәре уҙғарылғайны.

📌 Фестивалдә Межгорье һәм Сибай ҡалалары, Әлшәй, Балаҡатай, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Краснокама, Туймазы һәм Хәйбулла райондарынан оҫтабикәләр үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан.

📸Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев үҙ сәхифәһендә ошо саранан күренештәр менән бүлешкән: район биләмәләрен нағыш аша сағылдырған эштәрҙең фотолары.
🔥41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов уҡый.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры төркөмөнән алынды.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💙Исемдәрең матур икән
🤍Кем ҡушты?
💚Видео: Тимур Шәрипҡолов.
👍43
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ ХХ быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән милләттәштәребеҙгә ниндәй баһа бирәһегеҙ?

"Беренсе республика" фильмынан өҙөк, режиссеры Булат Йосопов.
👍3
1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында Закондар ҡабул ителгән.
Татыу ғаилә - ил күрке.

Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Туғыҙбай ауылында йәшәүсе милләттәштәребеҙ.

Фото авторы: Фотограф Gylsym | Челябинск
🔥4👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"ҠАРА ҺЫУҘАР" - СӘХНӘЛӘ

🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында яңы спектакль үҙенең тамашасыларын көтә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейына арнап "Ҡара һыуҙар" поэмаһын билдәле режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе.

10 октябрҙә спектаклде тәүге тамашасылары - ижадташтарына күрһәттеләр.

📍Ә киң йәмәғәтселек иғтибарына уны 20 октябрь - шағирҙың тыуған көнөндә тәҡдим итәсәктәр.

Спектаклдә һәр быуын кешеһен борсоған бик күп философик һорауҙар күтәрелә.

📍"Һөйөү нимә?" тигән һорауға яуап эҙләргә барығыҙ: тыуған илде, үҙеңде, кешелекте, ғаләмде, йәреңде...

Видео - спектаклдә төп ролде башҡарыусы талантлы актёр Динислам Сафин сәхифәһенән.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💙Был видеолағы кескәйҙәр Өфө ҡалаһының 40-сы Башҡорт балалар баҡсаһының 6-сы төркөмө тәрбиәләнеүселәре булыр.

🤍Балаларҙың ата-әсәләре һәм тәрбиәсе Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина тырышлығы менән Республика көнө айҡанлы бына шундай матур ҡотлау яҙҙырғандар.

💚Яңылыҡты "Ҡурай-тв" төркөмөндә күрҙек.
👍104
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Мир без границ" төркөмөнән.
👍54🔥1