Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.06K photos
1.61K videos
1 file
276 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Фарман ханым" тип аталған сағыу спектаклдең премьераһы булды!

Театр фойеһынан уҡ тамашасыларын һый менән ҡаршы алды - Фарман ханым етенсе улын өйләндерә! 🎉

Ә инде шаршау асылғас та ҡояшлы үзбәк донъяһына сумдылар - аласаларҙан күҙҙәр ҡамаша, ҙур ғаиләнең көнкүрешенә хайран ҡалаһың, ҡыҙыҡ-мәҙәк хәлдәргә көләһең🔥

Был сағыу музыкаль комедия үзбәк яҙыусыһы Сәит Әхмәт пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән. Уны Ҡырғыҙстандан саҡырылған режиссер Уланмырҙа Ҡарыпбаев ҡуйҙы.

Күңелле, еңел комедия - ял итеп ҡайтыу өсөн ғәләмәт шәп тамаша. 👏👏👏
Мотлаҡ барып күрегеҙ! 🔥
🔥95👏2
📌 Пушкин әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә иткәндәр.
"Китап" нәшриәте уны баҫтырып та сығарған һәм хәҙер Өфөләге махсус магазиндарҙа һатыуҙа бар.

Китапҡа поп һәм уның ялсыһы Балда, алтын әтәс, алтын балыҡ, Салтан батша, үлгән батшабикә һәм ете баһадир тураһындағы әкиәттәр ингән.
6👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге.

Был хаҡта Мәскәүҙә милли спорт премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан иттеләр. Еңеүсе статуэткаһын республика Башлығы Радий Хәбировҡа илдең спорт министры Михаил Дегтярев тапшырҙы.

"Был юғары награда - бөтә республиканың системалы эшенең һөҙөмтәһе: етәксе командабыҙҙың, спортсыларҙың - легендар һәм спорт менән яңы ғына шөғөлләнә башлағандарҙың, тренерҙарҙың, методистарҙың, физик культура уҡытыусыларының, яңы объекттар күтәрергә ярҙам иткән төҙөүселәрҙең. Һәм, әлбиттә, спорт яратҡан һәм ошо һөйөүҙе балаларына тапшырған Башҡортостан халҡының",

- тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Награда тапшырылғандан һуң, билдәле журналист, спорт комментаторы Дмитрий Губерниев Башҡортостан өсөн ҡыуаныуын белдергән🔥
9👍3🥰2
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
12🤗5🔥3
📌Бөгөн композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роза Сәхәүетдинова менән хушлаштылар.

Күренекле композитор 88 йәштә арабыҙҙан китте. Уның менән хушлашыу тантанаһы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.

70 йыл ғүмерен ижадҡа бағышлаған Роза Хәйҙәр ҡыҙынан һуң мәңгелек йырҙары ҡалды...
💔5
📌 "Кем киләсәк тураһында уйлай, шул кадрҙар тәрбиәләй"

"Башҡортостан геройҙары" программаһы - был һүҙҙәргә асыҡ дәлил. Илдең киләсәген хәстәрләгән программа дауам итәсәкме, унда ҡатнашыусылар ниндәй уй-ниәттәр менән янып йәшәй - Вәлитов-TV сығарылышын ҡарағыҙ.

https://vkvideo.ru/video-229671171_456239031
9👍3👎3👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәш башҡорт йырсыһы Baby Ti - Арыҫлан Тимеровтың йырҙары тиҙ арала хитҡа әүерелеүенең сере ниҙә?
Был турала бөгөн БСТ каналаныда сәғәт төнгө 11-ҙә күрһәтеләсәк "Дуҫтар" тапшырыуын ҡарап, белегеҙ!
🔥9👍73
8🔥5👍1
Былтырғы хәл йәнә ҡабатлана. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тәҡдим иткән "Щелкунчик" спектакленең Яңы йыл тамашаларына билет алыу өсөн сират.
Былтыр ул һатыуға сығарылғас та, бер көндә үк бөткәйне. Был бик үҙенсәлекле куренеш.
Беренсе сиратта, спектаклдең, ғөмүмән, театрҙың кимәленә юғары баһа. Икенсенән, иртәнге 7.00 сиратҡа торғандар, мәғлүмәти шау-шыу тыуҙырғандар икеләнеү уята. Сайт эшендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килгәс, күптәр кассаға килгән. Артабан бер билетты Авитоға ат хаҡы менән ҡуйыусылар ошо ҡатындарҙың артында тормаймы икән? Билетты 350 һумға һатып алып 3500 һумға һатыу ярайһы килем килтерә торған шөғөл.
Былтыр театр "Щелкунчикка" билеттарҙы бары паспорт менән, бер ҡулға тик ике билет принцибы менән һатыуға күскәйне. Сит интернет-сайттар аша тәҡдим ителгән билеттарҙы алмаһындар өсөн аңлатыу эше лә ойошторолдо. Сөнки был ысынлап та кем өсөндөр Яңы йыл алды бизнесы.
Яһалма ажиотажға бирешмәүҙең тағы ла бер юлы бар - спектаклде Яңы йыл каникулдарынан һуң ғинуар аҙағында, йә февралдә ҡарау)

Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүселәр ошо хәлдән сығып Мәҙәниәт министрлығына бысраҡ яғып маташа. Был осраҡта алтынға бысраҡ йәбешмәй тип ҡабатларға ҡала. Аңлашмаусанлыҡ тыуһа ла, ул опера һәм балет театрына реклама ғына.
6🔥3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә үткән «Беҙ - Баймаҡтар бит әле...» сараһынан күренештәр. Райондаштар йыйылышы булғайны.

Видео: интернеттан.
🔥105👍2
10👍3🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❤️Бөгөн беҙгә ғүмер биргән иң ҡәҙерле кешебеҙгә арналған байрам билдәләнә - Әсәйҙәр көнө.
Ошо уңайҙан илебеҙҙе алғы һыҙыҡта һаҡлаған яугирҙарыбыҙ ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.
10👍5👎1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ЙӘШӘ ГЕНӘ, ӘСӘЙ!

- Бирешмәйһең, әсәй, афарин, - тип,
Хуплап-йөпләп торам. Шулай ҙа
Олоғаяһың шул, әсәкәйем...
Шуға, ахыры, йөрәк тулай ҙа,

Борсола ла тора. Бер туҡтауһыҙ
Ҡайтҡым килә һинең яныңа,
- Әсәй көтә мине, әсәй көтә! –
Ошо уйым һеңгән аңыма.

...Тик әсәйем мине һәр саҡ көтә,
Тик ул мине уйлай, һағына,
Һалдат кеүек, ғүмерлеккә баҫҡан
Минең бәхетемдең һағына.

Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала,
Әсәйһеҙҙәр – етем һәр йәштә,
Бәлә-ҡазаларҙан ҡурсый беҙҙе
Әсәй тигән изге фәрештә.

Әсәй, һине гелән иҫтә тотам,
Янда булһаң – донъям түңәрәк!
Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,
Бәхет өсөн миңә һин кәрәк!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Видео
: Гөлгөнә Теләүсина.
12❤‍🔥5🥰4
Ҡыштың беренсе көнө менән! ❄️

📍 Ҡолсоғаҙыташ (Синие скалы), Белорет районы.

Фото: Елена Перминова.
14👍1🔥1
Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Рәис ҡыҙы Насырова бөгөн Кремлдә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" 2-се дәрәжә орденының миҙалы менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!

Гүзәл Насырова Радий Хәбиров осоронда район хакимиәте башлығы итеп ҡуйылған иң тәүге ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙең береһе. Уның өлөшөнә иң ҙур һәм ҡатмарлы район эләгә. Ярты Өфөнөң Иглин районы һәм ҡасабаһында йәшәүен иҫәпкә алғанда, хеҙмәт һалымдарын улар башҡалала түләй. Ә балалар баҡсаһы, мәктәп, спорт учреждениелары буйынса социаль талаптарҙы Иглин районы хакимиәтенән талап итә. Иглин ҡасабаһының йылдам үҫеше инженер инфраструктура буйынса ла ҙур талаптар ҡуя. Күҙаллауҙар һәм стратегик планлаштырыу тиҫтә йылдар алдан башланһа, бөгөнгө етәкселеккә күпкә еңелерәк булыр ине. Шулай ҙа тап социаль йөкләмәләр үтәлеше буйынса Иглин районы һуңғы бер нисә йылда ыңғай үҙгәрештәр күрһәтә.

Йәнә Гүзәл Насырова махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы һәм ҡыйыу башлыҡтарҙың береһе. Махсус операция биләмәһенә ул ай һайын тиерлек үҙе бара.

Күптән түгел Гүзәл Насыроваға ижтимағи йөкләмә лә өҫтәлде. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзын 28 йыл етәкләгәндән һуң, үҙ теләге менән ижтимағи ойошма эшен ҡалдырырға теләгән Рәшиҙә Солтановаға алмашҡа, Союз рәйесе итеп тап Иглин районы хакимиәте башлығы һайланды.
Съезд ултырышында Рәшиҙә Солтанова "Ниһайәт мин бынан 15-20 йыл элек күтәргән һорауҙар ғәмәлгә аша. Бынан алдағы республика етәкселәренә ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҫтереүҙән ҡурҡмағыҙ. Улар күпкә һөҙөмтәле эшләй тип саң ҡаҡтым, уны ишетеүсе һәм тормошҡа ашырыусы Радий Хәбиров ҡына булды. Район һәм ведомстволар етәкселәре вазифаһында хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар күп һәм улар барыһы ла һөҙөмтәле эшләй", тип белдергән.
🔥8💯32