Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Татыу ғаилә - ил күрке.

Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Туғыҙбай ауылында йәшәүсе милләттәштәребеҙ.

Фото авторы: Фотограф Gylsym | Челябинск
🔥4👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"ҠАРА ҺЫУҘАР" - СӘХНӘЛӘ

🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында яңы спектакль үҙенең тамашасыларын көтә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейына арнап "Ҡара һыуҙар" поэмаһын билдәле режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе.

10 октябрҙә спектаклде тәүге тамашасылары - ижадташтарына күрһәттеләр.

📍Ә киң йәмәғәтселек иғтибарына уны 20 октябрь - шағирҙың тыуған көнөндә тәҡдим итәсәктәр.

Спектаклдә һәр быуын кешеһен борсоған бик күп философик һорауҙар күтәрелә.

📍"Һөйөү нимә?" тигән һорауға яуап эҙләргә барығыҙ: тыуған илде, үҙеңде, кешелекте, ғаләмде, йәреңде...

Видео - спектаклдә төп ролде башҡарыусы талантлы актёр Динислам Сафин сәхифәһенән.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💙Был видеолағы кескәйҙәр Өфө ҡалаһының 40-сы Башҡорт балалар баҡсаһының 6-сы төркөмө тәрбиәләнеүселәре булыр.

🤍Балаларҙың ата-әсәләре һәм тәрбиәсе Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина тырышлығы менән Республика көнө айҡанлы бына шундай матур ҡотлау яҙҙырғандар.

💚Яңылыҡты "Ҡурай-тв" төркөмөндә күрҙек.
👍104
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Мир без границ" төркөмөнән.
👍54🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле ял иртәһе!💟

Видеола: Гөлнәзирә Зәлилованың Айһылыу исемле ҡурсағы.
8
❄️Һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәһенә ваҡыт еттеме?

🔥Ә бына башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин өмәгә барған.

"Ҡаҙ өмәһе - беренсе ҡар яуғанда үткән башҡорт байрамы. Йәки" ҡаҙ ҡауырһыны" (өйрәк) байрамы, унда ҡаҙҙарҙы ҡышҡыға әҙерләйҙәр. Мамығын яҫтыҡҡа йолҡоп алалар. Әммә был йолала иң мөһиме - кешеләрҙең бер-береһе менән аралашыуы, быуындар бәйләнеше. Фотоларҙа мин бер туған апайымда ҡунаҡта",

- тип яҙған сәхифәһендә Эльбрус Ниғмәтуллин.

Ҡарағыҙ, Ҡоншаҡта күпме ҡар яуған, һеҙҙең яҡта нисек?

Ҡаҙ өмәһе үтәме һеҙҙә?
👍8
Бал ҡорттары ла ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә 🐝

Белорет районы Ноҡат ауылынан Азамат Заһитуллин солоҡ ҡорттарын ҡышҡа әҙерләүе хаҡында яҙа.

Төркөмдәштәр, ә һеҙҙең арала ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр бармы?
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күңелдәргә май булып яғыла был баланың һөйләгәне😍

Өфө ҡыҙы Заһиҙә Юлдашбаева.

Видео: билдәле уҡытыусы һәм журналист, шағирә Земфира Аҡбутина сәхифәһенән.
👍14🔥3