Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.03K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
ТАҢ АТА

Таң ата, таң ата,
Ниндәй шәп тамаша.
Уйнаған нурҙарҙан
Күҙҙәрем ҡамаша.
Таң ата, таң ата
Күк тауҙар яғынан:
Ал таңдар атҡанда
Мин һине һағынам.
Әле лә иҫемдә
Томанлы бер иртә.
Хәтерҙән ебәрмәй,
Үткәнгә гел илтә.
Йәшендең томанда —
Шул яҡта күҙҙәрем.
Өмөттәр ҡалдырып,
Юғалды эҙҙәрең.
Томандар таралды
Күк тауҙар һыртына.
Мин барам һаман да
Эҙҙәрең артынан.

Рәмил ҠОЛДӘҮЛӘТ.

💙Хәйерле иртә! Шаҡайҙың тәүге эш аҙнаһы уңышлы үтһен!
9❤‍🔥2🥰1
📌 Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында "Самауырым - еҙ аяҡ, тирә-яғы сынаяҡ" исемле самауыр байрамы үтте, тип хәбәр итә "Таң" гәзите.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала төрлө ауылдарҙан 12 команда ҡатнашҡан.


Һабантуйҙа кеүек гөрләп торған был көндә ауыл урамы - самауырҙарҙың ниндәйе генә юҡ, өҫтәлдәр милли аш-һыуҙан һығылып тора, йыр һәм таҡмаҡ әйтеүселәр ҙә табылған.

Еңеүселәрҙе билдәләүе бик еңелдән булмай - бөтәһе лә лайыҡлы.

🏆Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәтенең "Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары" командаһы - Гран-при.

🥇Ғәҙелгәрәй ағинәйҙәренең "Сәйхурҙар" командаһы;
🥈 Исламбайҙан "Исламбай һылыуҙары", Кейекбайҙан "Йырлы самауыр" командалары;
🥉"Байназар самауырҙары", "Ҡәйнәләр самауыры"(Мәндәғол), "Самауырлы тимербикәләр" (Тимер) командалары.
10🔥2👍1😇1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә лә байрам булды! 🔥
"Толоп" фестивале ойошторолдо.

Саранан күренештәр һәм тулыраҡ мәғлүмәт - БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышында.
3🔥2
Беҙҙең егеттәр - донъя чемпиондары 🔥

Фехтование буйынса Туниста үткән донъя Кубогында Өфө егеттәре Әмир Фәхретдинов һәм Ростислав Хамдамов команда беренселегендә еңеү яулаған.

💥Улар Мысыр, Ҡытай һәм Бөйөк Британия командаларын ышаныслы еңгән.

Әйткәндәй, Әмир һәм Ростислав айырым сығыштарҙа ла һынатмаған - алтын өсөн үҙ-ара ярышып, береһе алтын, икенсеһе көмөш миҙал яулаған. Башҡортостан спортсылары на тиңләшеүсе табылмаған, тигән һүҙ был 👏

Егеттәрҙең тренеры - Тимур Арыҫланов, улар Өфөлә 2024 йылда асылған Фехтование үҙәге базаһында шөғөлләнә.

"Беҙ булдырған инфраструктура ярҙамында донъя спортында яңы йондоҙҙар ҡабыныуы мөһим. Был әле башы ғына, тип ышанам",

- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.

Рапирасы егеттәребеҙгә лайыҡлы наградалар тапшырғанда Рәсәй Гимны яңғыраған. Афариндар, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ! 🫶
1🔥1