Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
671 subscribers
3.04K photos
1.61K videos
1 file
274 links
Download Telegram
Танынығыҙмы?
Ике тиҫтәгә яҡын ваҡыт үткән был фотоға, тип яҙған билдәле йырсы🔥
🔥6👀21
Мамонттың һуҡҡы тештәрен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күргегеҙ киләме?
"Шүлгәнташ" музейына барығыҙ!

Был табылдыҡтар музейға һаҡлауға һәм күргәҙмәгә ҡуйыу өсөн алып киленгән.
Уларҙы яҡут мәңге туңлығынан тапҡандар.

🔥Һуҡҡы тештәр 3,87 м. һәм 3,69 м. оҙонлоҡта, ауырлыҡтары 160 кг-нан ашыу.

Мамонттар Ер йөҙөндә 40 мең йыл элек йәшәгән. Беләһегеҙҙер, Шүлгәнташ мәмерйәһендә уларҙың һүрәттәре бар.

"Ышаныс күрһәткәне өсөн коллегабыҙ һәм яҡташыбыҙ Руслан Ишмөхәмәтовҡа айырыуса рәхмәтемде белдерәм. Табылдыҡты күрһәтеү өсөн "Шүлгәнташ"ты һайлау - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт.
Музейҙың ижади бүлеге махсус күргәҙмә әҙерләгән арала Мәскәү дәүләт университеты ғалимдары мамонттың ДНК-һын өйрәнә. Яҙғыһын уның тураһында күберәк мәғлүмәт беләсәкбеҙ",

- тигән Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

📍 Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары был шәп ҡомартҡыны яҡын арала барып күрә аласаҡ.
"Шүлгәнташ" музейы Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан.
6💯4🤝1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бик ҡыҙыу дүшәмбелә эш аҙағында моңло тәнәфес 🎶


Видео: Байегет Мөхәрләмов.
🔥123🥰1
Был малайҙар нимәлә йөрөй, кем белә? Һеҙ йөрөнөгөҙмө?

Был бик ҡыҙыҡ фотоны Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында 2009 йылда фоторәссам Иштимер Йосопов төшөрөп алған, тип яҙа райондың "Осҡон" гәзите.

Хәйерле иртә! ☀️
4👍2😁1
📌 Бөгөн Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Нинель Юлтыеваның тыуыуына - 100 йыл.

Ул 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуған.

Нинель Юлтыева балет артисы, педагог, балетмейстер. Ул ҙур ҡаршылыҡтар менән Ленинград хореография училищеһын, Ленинград консерваторияһын тамамлай - атаһы, күренекле башҡорт яҙыусыһы, журналист Дауыт Юлтый репрессияға эләгә, әсәһе Фатима 10 йылға төрмәгә ебәрелә.

Бына шундай ауыр яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һөнәри юлын 1941 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булараҡ башлай. Артабан оҙаҡ йылдар Ҡаҙанда, Ленинградта, Ҡаһирәлә, Каракаста эшләй.

💥Нинель Юлтыеваның исеме пролетариат юлбашсыһы Ленин фамилияһынан алынған. Дауыт Юлтый 1921 йылда башҡорт делегацияһы составында 9-сы Бөтөн Рәсәй Советтар съезына барғанда Владимир Ильи менән осраша һәм ҡанатланып ҡайтып, ҡыҙына шундай үҙенсәлекле исем ҡуша.

Нинель Юлтыева 2014 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
5👍2
📌 Мырҙалар ырыуы вәкилдәре ҡорға йыйыла,тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы төркөмө.

Йыйын 6 февралдә Салауат районы Арҡауыл ауылы мәҙәниәт йортонда үтә.

Унда ғалимдар, этнографтар ҡатнашлығында ырыу тарихы, мәҙәниәтен барлауға, киләсәккә аныҡ мәсьәләләр ҡуйыуға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторола.

📍 Мырҙалар ырыуы башҡорттары Салауат районының Ташауыл, Арҡауыл, 1-се Иҙелбай, 2-се Иҙелбай, Күҫәләр, Мәхмүт, Бишәүҙәр, Яубүләк, Көҫәпәй, Мәсетле, Ахун, Илтәй, Мөсәт, Янғантау һәм Комсомол ауылдарында йәшәй.

💯Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та мырҙалар ырыуы башҡорто.
👍61
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаярыу булһа ла, уйландыра торған күренеш был.

Видео:
Фәнил Ҡарасурин - Күршеләр.
😁61
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Социаль проектығыҙҙы 2 февралдән 3 мартҡа тиклем тәҡдим итә алаһығыҙ.


Кемдәр ҡатнаша ала?

Башҡортостанда теркәлеү үткән һәм 1 йылдан ашыу эшләгән коммерция булмаған ойошмалар.
Власть органдары коммерция булмаған ойошмаларҙың ойоштороусыһы булырға тейеш түгел.

💯Мөһим:
Бер ойошманан - бер ғариза
Грант күләме - 2,5 млн һумға тиклем
Проект 2026 йылдың 1 июненән 2027 йылдың 31 майына тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр: ғаиләгә ярҙам, мәҙәниәт, спорт, экология, фән, тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм башҡа социаль әһәмиәтле өлкәләр.

Тулыраҡ мәғлүмәт: грантыглавы102.рф/
Фонд хеҙмәткәрҙәре 4 февралдә осрашыу ойоштора, тулыраҡ: Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды

📍Әйткәндәй, 2025 йылда Фонд 196 миллион һумлыҡ 155 проектты бойомға ашырырға ярҙам итте. ә 2020 йылдан алып республиканың 55 районынан 990 проект грант аҡсаһы алған.
2👍2🤝1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уңған ҡыҙҙарҙан матур видео 🔥
Ә һеҙ көн буйы ниҙәр менән мәшғүл булдығыҙ?


Видео: Айла Хәсәнова.
2🤝2❤‍🔥1🔥1