Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.05K photos
1.61K videos
1 file
275 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уңған ҡыҙҙарҙан матур видео 🔥
Ә һеҙ көн буйы ниҙәр менән мәшғүл булдығыҙ?


Видео: Айла Хәсәнова.
10🤝3❤‍🔥2🔥1
Йортоғоҙға ырыҫ һәм ҡот килһен🫶

Башҡорттарҙа ҡусҡар биҙәк (һүрәттә) нәҡ шуға булышлыҡ итә, тип иҫәпләнгән. Ҡуш мөгөҙҙәр малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡта муллыҡты, үрсеүҙе аңлатҡан.

Фото: Гүзәл Зарипова. "Әсәй-бесәй" буямынан.
12
📌Бөгөн совет кинорежиссеры, РСФСР-ҙың һәм Үзбәк ССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, "Салауат Юлаев" фильмын төшөрөүсе Яков Протазановтың тыуыуына - 145 йыл.

Ул 1881 йылдың 4 февралендә Мәскәүҙә тыуған. 1945 йылда 64 йәшендә үлеп ҡала.

Яков Протазанов йөҙҙән ашыу фильм төшөргән һәм башҡорт халҡының милли геройына арналғаны - һуңғы эштәренең береһе.

💥"Салауат Юлаев" аҡлы-ҡаралы фильмы 1940 йылда яҙыусы Степан Злобин әҫәре буйынса төшөрөлә һәм 1941 йылдың 21 февралендә киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителә. Әйткәндәй, быйыл фильм да "юбилейын" билдәләй - экрандарҙа күрһәтелеүенә 85 йыл тула.
👍64🔥2
📌112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы февраль айында үтәсәк сараларҙа ҡатнашырға саҡыра.

Музей Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27 адресы буйынса урынлашҡан.
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
9👍2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңло тәнәфес 🔔

Билдәле йырсы Ирек Ноғоманов "Аҡсарлаҡ" йыры.
🔥63
📌 «Иң яҡшы этномәҙәни дөйөм белем биреү ойошмаһы- 2025» билдәләнгән.

29 ғинуарҙа милли һәм күп профилле полилингваль мәктәп директорҙарының V форумында ҡатнашыусылар Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия-интернатында үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаған, яңы маҡсаттар ҡуйған, тип хәбәр итә "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы журналы.

Награданы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Мәүлетбирҙин Илдар Марат улы тапшырған.
5👍3
#башҡорт_аҡылы
Был мәҡәлдә "хас" һүҙе кемгәлер ҡаныҡҡан, ҡонло, үсле тигән мәғәнәлә ҡулланылған. Кешеләре бер-береһенә үсле, асыулы булған илдә тәртип булмауына, ундай илдең бөлгөнлөккә төшөрөнә ишара яһай.

Ата-бабалырыбыҙҙың был һүҙе беҙгә бер-беребеҙгә ҡарата миһырбанлы, алсаҡ йөҙлө, изге ниәтле булырға кәрәклекте тағы берҙе иҫкәртә төҫлө. Айырыуса бөгөнгө заманда был бик көнүҙәк.
4👍3😁1🤔1
📌 AY YOLA төркөмө Азияның иң ҙур мәҙәни-спорт сараһы - Бөтә донъя күскенселәр уйындары - 2026 амбассадоры, тип иғлан ителгән.

Бөтә донъя күскенселәр уйындары быйыл 31 августан 6 сентябргә тиклем Ҡырғыҙстанда үтә. Унда донъяның 90 иленән ҡатнашыусылар йыйыла, 40-тан ашыу спорт төрө буйынса ярыш һәм бай мәҙәни программа әҙерләнә.

Спорт, мәҙәниәт һәм күсмә халыҡтарҙың рухи байлығын сағылдырған сарала башҡорт теле, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы, ҡурайыбыҙ, моңобоҙ яңғыраясаҡ 🔥
5👍3🔥1