🔍МУСА МОРТАЗИН ИМАМ-ХАТИП БУЛА АЛҒАН
📌 33 йыл элек, 1991 йылдың 13 октябрендә Учалы районының Көсөк-Маяҡ ауылында арҙаҡлы башҡорт, Граждандар һуғышының күренекле хәрби начальнигы, комбриг, ике хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, Ҡыҙыл Армия Генштабы хеҙмәткәре Муса Лот улы Мортазиндың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған йорт-музей асылған.
📍Әлеге көндә музей фондында Муса Мортазиндың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған 900-ҙән ашыу шәхси әйбер, фото һәм документаль материалдар һаҡлана.
📍Улар араһында:
✅ике хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены - музейға батырҙың ҡыҙы Шәүрә Мортазина бүләк иткән (ордендар Мортазиндың исеме аҡланғандан һуң ғаиләһенә ҡайтарылған);
✅«Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында» китабының күсермәһе (1927йылда нәшер ителгән)
✅1916 йылда Муса Мортазинға имам-хатип һәм мөғәллим исеме бирелеүе тураһындағы танытма;
✅шәхси ҡултамғаһы һәм мисәте менән "Ҡыҙыл Армия командиры“ бланкыһы;
✅ғаилә фотолар ының төп нөсхәһе;
✅Геройҙың ҡыҙҙары, туғандары, ауылдаштары, арғаҙаштары тарафынан яҙылған хат-хәтирәләре.
📌Муса Мортазиндың ҡылысы һәм алтын командир сәғәттәре Мәскәүҙәге Ҡыҙыл Армия музейында һаҡлана.
🔍Музейҙа шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эш алып барыла. Этнография, нумизматика әйберҙәре, ҡорал төрҙәре туплана. Улар экспозиция бүлегендә күрһәтелә. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған мөйөш булдырылған.
❓КЕМ БЫЛ МУЗЕЙҘА БУЛҒАНЫ БАР?

👍5🔥2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был видеояҙмала: билдәле башҡорт ҡыҙы Ләйсән Үтәшева сығыш яһай.
📍Әйткәндәй, бөгөн Бөтә Рәсәй гимнастика көнө билдәләнә.
Ләйсән Үтәшева тамырҙары менән Башҡортостандың Әлшәй районы Раевка ҡасабаһынан. Бында әле уның өләсәй-олатаһы йәшәй.
Ләйсән Альберт ҡыҙы ғаиләһе менән Башҡортостанға йыш ҡайтып йөрөй икәнен күптәрегеҙ беләлер ҙә.
✅Художестволы гимнастика буйынса Халыҡ-ара спорт мастерынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәңәш-күнекмә тәҡдим итәбеҙ.

👍6🥰3👎1🔥1
"Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,
Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.
Йөҙ кешегә бирмәмен,
Алама тунлы, ала атлы
Алып китер бер кеше", - тип һамаҡлаһа өләсәйем, инде лә йән көйә торғайны.
"Ни өсөн мин алама тунлы, ала атлы кешегә кейәүгә сығырға тейеш? - тип һорайым. - Берәй Аҡбуҙ егеп килгән кешегә нишләп бирәм тимәйһең?"
Өләсәй көлөп, мине яратып арҡамдан һөйөп, шулай булырға тейеш, ти.
Фото: Людмила Камнева
Зәлия Сиражетдинова-Моталлапова

"Туны менән аты ниндәй булһа ла, үҙе яҡшы кеше булыуы мөһим, йөҙҙәр араһынан һайларлыҡ булһын", -ти...
Фото: Людмила Камнева
Зәлия Сиражетдинова-Моталлапова
❤7👏6
🔥РИФЕЙ ДИҢГЕҘЕ БУЛҒАН ЕРҘӘ
📍Русса “Розовые скалы”, башҡортса “Шәреташ”, йәки “Ҡыҙылташ” тип йөрөтөлгән ҡаялар теҙмәһе Белорет районының Асы һәм Бриштамаҡ ауылдары араһында, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан.
🏔Был тәбиғәт мөғжизәһен ҡыш көнө лә барып күрергә була.
⛰Ҡаяларға бындай үҙенсәлекле төҫ бынан 2,5 млрд. йыл элек ошо урында йәйрәп ятҡан Рифей диңгеҙе төбөндәге ҙур ылымыҡтарҙан ҡалған, тип фаразлайҙар.
📌Бөгөн дә ҡая таштарында ул ылымыҡтарҙың эҙҙәре һаҡлана – йылға буйлап ағып төшкәндә ҡарауы уңайлы.

🥰4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарҙа Ғабдулла бабай кеүек эштән бушаманығыҙмы? 😁
Видео: "Күршеләр"ҙән.
Видео: "Күршеләр"ҙән.
👍4
🌠РУДЕНКО: Башҡорттар сабыйҙы нисек һаҡлаған
✅Башҡорттарҙа шайтан кеше балаһы урынына үҙенең балаһын һалып ҡалдырған, тигән әңгәмәләр ҙә йыш осрай.
📍Шуға ла яңы тыуған сабыйҙы башҡорттар ныҡ һаҡлай, баланың алынған тәүге сәсен йөнгә ҡушып, айыу теше, айыу тырнағы һалып, сепрәк йәки Ҡөрьән доғалары яҙылған тирегә урап тегәләр. Уны бишеккә, баланың баш осона беркетеп ҡуялар.
📸Фотоһүрәт интеренттан алынды.
#башҡорттар

👍6❤2❤🔥1💯1
📍Балаңа күрһәт!
Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған "Етегән" проекты сиктәрендә "Мин - полиглот" сайты булдырылған һәм шунда "Күңелле хәрефтәр" йәнһүрәте урынлаштырылған.
Был турала "Смарт" балалар үҫеше үҙәге хәбәр итә.

👍6❤🔥1
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤8❤🔥1🥰1
ЭЛЕКТРОН СИГАРЕТ ТАРТАҺЫҢМЫ?
📌Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына мәктәптәрҙә тәмәке тартҡан өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын тәҡдим иткән, уға алдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә ыңғай баһа бирелгәйне, тип хәбәр итәләр.
✅Яңы закон проектына ярашлы, тәртип боҙоусыларға 2000 һумдан 3000 һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
📍Һуңғы йылдарҙа балиғ булмағандар араһында никотин ҡулланыу артҡан, Рәсәйҙәге өлкән класс уҡыусыларының 60 проценты тәмәке тарта.
✅Был Өфө урамдарына сыҡһаң да күренә – һәр икенсе йәш кешенең ҡулында электрон сигарет, ҡыҙҙарҙың да иҫе китмәй. Эргәлә генә мәктәп, колледж һәм республика вуздарының ятаҡтары урынлашҡас, йәштәр күп йөрөй. Элегерәк йорт ихаталарында мөйөштәрҙә өймәкләшеп тороп, тәмәке көйрәтһәләр, хәҙер юлда китеп барышлай ғына төтәтәләр.
📍Тәүҙәрәк электрон сигареттар һәм шундай ҡулайламалар һаулыҡҡа зарарһыҙ, тип рекламаланғайны бит. Ләкин тикшеренеүҙәр үткәреп, ароматизаторҙар менән бергә организмға насар йоғонто яһаған матдәләр инеүе иҫбатланды.
🤯Әммә ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәре үк балаларына электрон тәмәке һатып алып бирә икән, йәнәһе лә, йәшереп тартҡансы, күҙ алдыбыҙҙа булһын. Шулай уйлағандарҙы штраф ҡына ҡурҡыта алырмы икән, тип тә уйланаһың...
📌Һәм тағы. Аҙыҡ-түлек магазиндарында тәмәке теҙелгән кәштәләрҙе йәшереп бөтһәләр ҙә, Өфөләге ҙур туҡталыштарҙа башҡа төрлө көйрәткестәр һатылған тотош киоскылар бар һәм тәүлек әйләнәһенә сағыу алтаҡталары ялтлап янып тора ла баһа!

👍2