Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн ошонан да һөйкөмлөрәк видеояҙма осратмаҫһығыҙ!😍

Әйткәндәй, арағыҙҙа был батырҙы таныусылар бармы?

Балалар араһында үткән "Байыҡ-2024" бәйгеһенең сағыу йондоҙо Искәндәр Ғәбитов булыр.
🥰7🔥5👍32
Бер уҡыусы остазынан һорай икән: "Остазым, донъя ҡайғы-хәсрәт менән тулған. Әйт әле, ошондай заманда кеше ни менән йыуанырға, ҡайғы-хәсрәттән нисек арынырға тейеш?"

"Ниндәй кеше тураһында әйтеүеңә ҡарап яуап бирәм. Аҡыллы кеше "Яҙмышыма яҙылған икән, был ҡайғы-хәсрәткә мин тарырға тейеш булғанмын", тип йыуана. Ахмаҡ иһә, "Бындай ҡайғы-хәсрәт мине урап үтәсәк, миңә ҡағылмаясаҡ", тигән уйҙан йыуаныс таба", - тигән остаз.

💚Яҙмышығыҙға ни яҙһа ла, бар һынауҙарҙы еңерлек көс табып йәшәгеҙ!
👍4❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн, Бөтә донъя ҡалалар көнөндә, баш ҡалабыҙға арналған моңло видеояҙманы ҡарап алайыҡ әле.

М. Ғафури исемендәге актерҙары башҡарыуында "Өфөм - моңло йырым".
8
Башҡортостан радиоһы ветераны, журналист, йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина вафат.

Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Ейәнсура районында башлай. 1996 йылда "Башҡортостан" телерадиокомпанияһына эшкә ҡабул ителә. Ул алып барған "Ҡунағөй" тапшырыуы эфирҙа бик күп йылдар уңыш менән барҙы, ул башлаған "Һөйөнсө, бәпес тыуған" рубрикаһы - "Юлдаш"та әле лә эфирға сыға, тыңлаусылар яратып ҡатнашҡан сығарылыштарҙың береһе булып ҡала. Нурия Абдуллина ижад иткән йырҙар халыҡ күңелендә мәңгегә ҡалыр.

Нурия Насибулла ҡыҙының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, йәне йәннәттә булһын!
🕊10😢6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер туған Айгөл һәм Луиза Мәүлитовалар.
👏7🔥32
ЙӨРӘК ТҮРЕНДӘ - ЙӨРӘККҮЛ

📌Силәбе өлкәһендәге күлдәрҙең береһе Зюраткүль башҡортса – Йөрәккүл.

Уның атамаһын ҡайһы берҙәр “зыярат” һүҙенә лә бәйләп ҡарай, был дөрөҫ түгел.

📍Йөрәккүл Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге иң бейектә урынлашҡан күле – диңгеҙ кимәленән 724 метр бейеклектә.

📍1942 йылда Йөрәккүлдә ГЭС төҙөлә башлай, шуға майҙаны 13,5 кв.км-ға арта, ылыҫлы урман һыу аҫтында ҡала. 1978 йылда ГЭС-ты һүтеп ташлайҙар.

Координаттары - 54.912073, 59.210853
👍53💯2❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районы Сөләймән ауылы ир-егеттәренең ҡулында балта бына шулай уйнап тора, ти.👍

Видео: ZAINETDIN Ейәнсура районы Үтәғол ауылында бына шулай эшләгән.
👍8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йома көндәребеҙ мөбәрәк булһын, ғаиләләребеҙ иҫән-һау, донъяларыбыҙ тыныс, теләгән теләктәребеҙ тормошҡа ашһын!🕌
14
УЙЛАНЫУ

Ун һигеҙ йәш тула миңә, ун һигеҙ йәш...
Аҙ ғүмерме? Юҡ, үҙемсә, байтаҡ ҡына.
Үтелгәнгә хәҙер мин күҙ һаламын бары
Ҡалын йылдар томалығын айҡап ҡына.

Йөрәккәйем ун һигеҙ йыл тибеп тора,
Ғүмеремә йәшәү көсөн биреп тора,
Тамырҙарҙа, тынғы бирмәҫ юлсы төҫлө,
Ун һигеҙ йыл ҡайнар ҡандар йөрөп тора.

Эштәр ләкин күпме генә башҡарылған,
Йылдар буйы ни тиклем аҙ юл барылған,
Йөрәгемде тишеп сыҡҡан байтаҡ көндәр
Ҡайһы саҡта һиҙелмәй ҙә уҙғарылған.

Ун һигеҙ йыл, был йылдарҙа ҡайнар ҡаным
Аҙмы юлдар үтте икән тамырымда?
Яҡшы беләм: мин хәҙергә үтмәгәнмен
Ошо юлдың яртыһының яртыһын да!

Ун һигеҙ йыл, тик ун һигеҙ йомғаҡ булып,
Бөгөн бына күҙ алдыма килеп баҫты.
Һәм киләсәк: "Тиҙ атла, тиҙ, йәнем!" — тиеп,
Миңә хеҙмәт менән тулы киң юл асты.

16.02.1962

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры Рәшит Сәйетбаттал улы НАЗАРОВтың тыуыуына 80 йыл.
7🔥2
📌Кисәге, 31 октябрҙә федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса Күҙәтеү советы ултырышы үтте.

Совет БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы эргәһендә эшләй. Уның составы киңәйтелде, исемлеккә бик күп йәмәғәт эшмәкәрҙәре, белгестәр, шул иҫәптән Рәсәй скульпторы Александр Щербаков та индерелде.

- Беҙ әле тарихи ҡарарға шаһит булдыҡ. Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр һәм бүлә-бүләсәрҙәр был һәйкәлде күрәсәк, был милләттең из изге нәмәһе, башҡорт рухы һәм донъя кимәлендәге ҡомартҡы булыуын аңлаясаҡ.
Теш табибына мөрәжәғәт иткәндә, беҙ махсус урынға барабыҙ, уны тешебеҙҙе дауалаһын өсөн өйөбөҙгә саҡырмайбыҙ. Әлбиттә, әйтелгәндәрҙең барыһын да цехта, ышаныслы белгестәр күҙәтеүе аҫтында эшләргә, нигеҙен алмаштырырға кәрәк. Рәссамдар, тарихсылар, әҙиптәрҙең роле мөһим, әммә әлеге мәлдә конструкторҙар, металдың тутығыуы буйынса техник белгестәр мөһимерәк. Һәйкәл ваҡытында нисек эшләнгән, шул килеш һаҡланып ҡалырға тейеш,

- тине скульптор, Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленең авторы Салауат Щербаков.

📍Күҙәтеү советы ағзалары Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү барышын контролдә тотасаҡ.
Улар һәйкәлдең нигеҙен төҙөкләндереү, цехтағы эштәрҙе барып ҡарай, белгестәргә йәмәғәтте борсоған һорауҙарҙы биреү, кәңәштәр биреү  хоҡуғына эйә.
11🙏4🔥3
🍓Бөгөн Халыҡ-ара веган көнө икән.

Вегандар – ит һәм балыҡтан тыш, хайуандарҙан алынған барлыҡ төр ризыҡтарҙан, хатта тире, ебәк кейемдәр кейеүҙән, хайуандарҙа һыналған продукттар менән ҡулланыуҙан баш тартҡан кешеләр. Вәт!

🥕Ә шулай ҙа тәмле генә аш-һыуҙары бар уларҙың да. Миҙгеленә күрә, быйыл бик уңған ҡабаҡтан бешереп ҡарағыҙ һеҙ ҙә!
👍92😁2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Байым ауылынан Ғаяз Ялмырҙин күптәргә “Йатаған” этно-төркөмөнөң ҡурайсыһы, моңло тауышлы йырсыһы булған йылдарҙан таныш.

Хәтерегеҙҙә булһа, күңелгә ятышлы ғына “Йатаған Мөслим” проекты бар уларҙың. Был тап Ғаяздың тәҡдиме буйынса барлыҡҡа килгән ижад.

Алыҫ 2020 йылда “Башҡортостан” гәзитенә биргән интервьюһында ул: “Күпселектең фекеренә эйәреп, Санкт-Петербургтағы политехник университет студенты булып киттем. Музыкаға нығыраҡ тартылыуымдан да түгел, уҡыуҙың ҡатмарлылығынан, беренсе курсты тамамлағандан һуң, был университеттан документтарымды алдым һәм Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтына күстем, унда халыҡ йырҙары йүнәлеше буйынса белем алдым. Төрлө халыҡтың йырҙарын өйрәнә инек”, - тип яуап биргән.

Видеола: Ғаяз Ялмырҙин Санкт-Петербург консерваторияһында сығыш яһай.
10🔥2❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эй, ошо баланың вайндары бигерәк оҡшай инде ❤️
Күҙ теймәһен үҙенә!

Видео: Айсулпан Тоҡомбәтова.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥114👍4👏2
🔥"Мәләүез гүзәле" һәйкәле Мәләүез ҡалаһына ингән урында тора.

Уны быйыл октябрь айында ҡуйғандар.

Һәйкәлдең авторы Башҡортостан һәм Рәсәй рәссамдары берлектәре ағзаһы Игорь Павлов уны тыуған ҡалаһына бүләк иткән.

📍Яҡындан күреүселәр бармы? Оҡшаймы?
👍10🔥4💯1
Бер ауылға аҡһаҡал күсеп килеп йәшәй башлай. Ул балаларҙы бик ярата һәм бөтөн буш ваҡытын ауыл балалары менән үткәрә, уларға бүләктәр өләшә.

Тик ниңәлер ул бүләк иткән уйынсыҡтар бик нескә, тиҙ ватылыусан була. Шуға ла балалар, нисек кенә һаҡ булмаһындар, тиҙ арала уйынсыҡтарҙы вата ла ҡуя. Уйынсыҡтар онталып тора, ҡарт шундай уҡ нескә уйынсыҡтарҙы яңынан бүләккә биреп тора.

Бер мәл уға ата-әсәләр уңайһыҙланып: "Һин балаларыбыҙҙы яратаһың, уларға изгелек теләйһең. Һин бүләк иткән уйынсыҡтар шул тиклем матур, балалар уйнамай булдыра алмай. Әммә улар тиҙ үк ватыла ла ҡуя. Ни өсөн шундай бүләктәр һайлайһың?", - тип һорай.

"Ваҡыт үтер, балаларығыҙға кемдер үҙенең йөрәген бүләк итер. Минең бүләктәрем, бәлки, уларға йөрәк кеүек иң ҙур байлыҡты ҡәҙерләргә өйрәтер", - тип яуаплай аҡһаҡал.
6❤‍🔥2🔥2
БОРОНҒО БАШҠОРТ ЕРҘӘРЕНДӘ

📌Силәбе өлкәһендәге тағы бер боронғо башҡорт атамаһы онотолған урын – Косотур тауы, йәки үҙебеҙсә Туңғырҙаҡ.

🍃Уны ташлы, тигеҙһеҙ юллы булған өсөн башта “Дыңғырҙаҡ” тип атауҙары, аҙаҡ шулай әйтелеше үҙгәреүен фаразлайҙар.

🍂Туңғырҙаҡ тауы эргәһендә 250 йыл тирәһе элек заводҡа нигеҙ һалына, был урында бөгөнгө Златоуст ҡалаһы тора.

📍Силәбе өлкәһенә ҡараған урындарҙың атамаһын йыш яҙыуыбыҙға аптырамағыҙ, боронғо башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендәге урындарҙың элекке атамаларын да хәтергә төшөрмәксебеҙ.

💥Был эшкә һеҙ ҙә ярҙам итегеҙ, дуҫтар! Үҙегеҙ йәшәгән төбәктә атамалары үҙгәртелеп ҡулланған урындарҙың башҡортса-русса дөрөҫ атамаһын, килешле генә фотоһын беркетеп, төркөмгә хат яҙығыҙ!

Координаттары - 55.186291, 59.691232
👍8🔥3💯1