БОРОНҒО БАШҠОРТ ЕРҘӘРЕНДӘ
📌Силәбе өлкәһендәге тағы бер боронғо башҡорт атамаһы онотолған урын – Косотур тауы, йәки үҙебеҙсә Туңғырҙаҡ.
🍃Уны ташлы, тигеҙһеҙ юллы булған өсөн башта “Дыңғырҙаҡ” тип атауҙары, аҙаҡ шулай әйтелеше үҙгәреүен фаразлайҙар.
🍂Туңғырҙаҡ тауы эргәһендә 250 йыл тирәһе элек заводҡа нигеҙ һалына, был урында бөгөнгө Златоуст ҡалаһы тора.
📍Силәбе өлкәһенә ҡараған урындарҙың атамаһын йыш яҙыуыбыҙға аптырамағыҙ, боронғо башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендәге урындарҙың элекке атамаларын да хәтергә төшөрмәксебеҙ.
💥Был эшкә һеҙ ҙә ярҙам итегеҙ, дуҫтар! Үҙегеҙ йәшәгән төбәктә атамалары үҙгәртелеп ҡулланған урындарҙың башҡортса-русса дөрөҫ атамаһын, килешле генә фотоһын беркетеп, төркөмгә хат яҙығыҙ!
Координаттары - 55.186291, 59.691232

👍8🔥3💯1
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының ултырышы видеояҙмаһын тулыһынса ошонда ҡарарға мөмкин:
https://vk.com/video-228083963_456239019?access_key=4d453d146577f44a47

VK Видео
Video by Салават Юлаев. Реставрация
Watch Video by Салават Юлаев. Реставрация 1 hr. 10 min 51 s from 2 November 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 82. Likes: 3.
👍6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йоҡоларығыҙ, ниһайәт, туйҙымы? 🥰
Әллә ауылға ҡайтып төшкән бала-саға "хут" бирмәнеме?😁

❤10🔥4👍2😁2
НИНДӘЙ ТЕЛДӘ ЛӘ МӘҒӘНӘҺЕ БЕР
🍓Белорет районындағы туристар яратҡан тағы бер тау – Малиновая (Малиновка) башҡортса Еләкташ тип атала. Ике телдә лә атамалар бер үк мәғәнә бирә – тауҙа еләк-емеш күп.
🔥Еләкташтың өс түбәһе бар, беренсеһендә “Вечный зов” сериалының “Таш муҡса” серияһы төшөрөлгән.
Координаттары - 54.021079, 58.292095

❤🔥9👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостаным | яңылыҡтар төркөмөндә уҙған "Уйна, гармун" конкурсында икенсе урын яулаусы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Рәсимә Денисламова.
🔥13👏2👍1
🔥Третьяковка хазиналары - Өфөлә!
📌Третьяков галереяһының 50-гә яҡын ҡомартҡыһынан торған үҙенсәлекле күргәҙмә Өфөләге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында эшләй.
✅Күргәҙмәлә 19-20 быуат рус классиктарының әҫәрҙәре күрһәтелә, ул 15 декабргә тиклем эшләйәсәк.
✅31 октябрҙә асылған күргәҙмәгә электрон билеттар һатылып бөткән, әммә музей кассаһында улар һәр ваҡыт буласаҡ, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
✅Күргәҙмә Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арнап ойошторола.
📌ӘЙТКӘНДӘЙ: БӨГӨН БЫЛ МУЗЕЙ ҮҘЕНЕҢ 105 ЙЫЛЛЫҒЫН БИЛДӘЛӘЙ.
Видео һәм фото: "М.В. Нестеров исемендәге Художестволы музей" төркөмөнән.

❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ауаз" башҡорт фольклор ансамленең ихлас ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылабыҙ.
Видео: Башҡорттар-БСТ төркөмөнән алынды.

🔥10