Украина юлъяҙмалары
Мине Украина сигенән ҡаршы алдылар. Оҙатып йөрөүсем бик уҡымышлы булып сыҡты. Минең ҡыҙыҡһыныуымды күреп, бик күп мәғлүмәт бирҙе. Урыҫ милләтен ҙурлап, "бөйөк урыҫ халҡы" өсөн генә яҙылған тарихтан ныҡ айырыла ине ул. Ошо ваҡиғаға тиклем бер аҙ шикләнһәм дә, машиналағы әлеге лекциянан һуң, үҙ күҙҙәрем менән күргәс, шиктәрем таралды - 16 быуаттағы ҡанлы яулап алыуҙарҙан һуң барлыҡҡа килгән империягә төплө, оҙон, быуаттарға һуҙылған тарих кәрәк, ә бәләкәй кнәзлектәрҙән башланған, төп халҡы крепосной булған дәүләттә ул юк. Украиндарҙа бар! Күпме генә тырышһа ла, украиндарҙың тарихын тартып алып, үҙләштерергә аҙапланһа ла, бөгөнгө көнгәсә эштәре уңмай, аллаға шөкөр. Урыҫтарҙың һәр омтолошо украиндарҙа милли рухты нығыта ғына.
Тип-тигеҙ юлдарҙан Киевҡа елдерәбеҙ. "Менә быныһын тыңлап ҡарале, оҡшармы икән", тип хужалар төрлө популяр йырҙар ҡуя. Теле йырлы, йыры моңло украиндарҙың. Бер аҙна эсендә тулы бер плейлист йыйылды, көндәр әлеге йырҙар менән үтте. Һуғыш башланғандан һуң йырҙарҙың тематикаһы ла үҙгәргән, хәзер күбрәк патриотик, рух күтәргес йырҙар йышраҡ яңгырай.
Кистән, тревога була ҡалһа, убежищеға төш! тип ныҡлап әйткәндәрендә бераҙ ҡурҡынысраҡ тойолһа ла, арыу еткәнме, төндө тыныс йоҡланым, тревога ла булманы, шөкөр. Иртә менән Киев янындағы Асыҡ һауалағы украин милли архитертура һәм тарихы музейына юл тоттоҡ. Таллинндың бындай музейын күреп бик яратып ҡайтҡайным, украин йәшәйеше ҡомартҡылары тағы ла байыраҡ, күберәк булып сыҡты. Музей биләмәһе лә ҙурыраҡ, экспонаттар һаны ла иҫәпһеҙ.
Дауамы бар.

❤11👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
👍7❤1