Башҡорт юлы – Telegram
Башҡорт юлы
431 subscribers
441 photos
363 videos
286 links
Download Telegram
Украин юльяҙмалары
Дауамы

Был юлдарҙы кире ҡайтыу юлында Варшава автобусында яҙам. Юлдаштарым барыһы ла төрлө йәштәге украин ҡатын-ҡыҙҙары. Арабыҙҙа бер нисә ир-ат бар - уларҙы сик сыҡҡанда Украин сик һаҡсылары ныҡлап тикшерҙе.

Тәҙрәнең теге яғында Башҡортостаным тәбиғәтен ҡабатлаған йәшеллек, эшкәртелгән-сәселгән баҫыуҙар. Тирә яғымда тормоштары һуғыш арҡаһында аҫты - өҫкә килгән ябай ҡатындар. Янымда туҡтауһыҙ бомбаға тотолған Херсон өлкәһенән эвакуацияланған апай.
Халыҡ ихлас, ҡыҙыҡһыныусан, аралашыусан, изге күңелле. Һис арттырыуһыҙ - Украинала уҙҙырған 7 көн эсендә бер генә тапкыр ҙа ҡаты бәрелгән, дорфа яуап биргәндәрен ишетмәнем дә, күрмәнем дә. Минең үҙемә лә, бер береһе менән дә бик ипле аралаштылар. Совет заманында уҡ урыҫ милләтенән һәм теленән азат булған Львив өлкәһе тураһында айырым һөйләмәй булмай. Урыҫтарҙы яратмайҙар, тип, беҙ үҙебеҙҙе имперецтар менән бер тигеҙ ҡуймаҡсыбыҙ. Был төптө дөрөҫ түгел. Был яҡ патриоттарын урыҫтар нисек кенә нацист йәки фашист итмәксе булһалар ҙа, килеп сыҡмаясаҡ - тарих киреһен иҫбатлай: төрлө милләт вәкилдәре был ерҙәрҙе тыуған төйәге иткән. Боронғо әрмән храмында доға ҡылыусылар беҙ күреп өйрәнгән халыҡҡа һис оҡшамаған, киреһенсә, мин уларҙы украиндар, тип уйлаған инем, әрмәндәр булып сыҡты. Храм ихатаһында әрмән хәрефтәре менән яҙылған ҡыпсаҡ телендә таштаҡта бар. Әрмән урамын, ресторанын осраттыҡ. Әлеге Әрмән урамын тураға киҫеп, Серб, Яһүд урамдары үтә. Боронғо йорттарҙың диуарҙарында идишта яҙылған яҙыуҙар һаҡланған. Башҡа милләттәр менән иңгә-иң йәшәргә һәм үҙ милләтеңдең патриоты булырға мөмкин бит! Мөмкин!
Урыҫса белмәйем, тиһәләр ҙә, тырышып, аңлашырға тотоналар.
Халыҡта пессимизм да тойола - ике йылдан ашыу барған һуғыш, әйткәнемсә, һәр ихатаға, һәр ғәйләгә ҡағылған, үкенескә ҡаршы, аҙағы күренмәй. "матур итеп йәшәргә бөтә мөмкинлек бар, минең әлегә гәйләм дә юҡ, теләгем булһа ла, ҡурҡам, һуғышҡа алһалар, барыһы ҡаласаҡ. Бер ҙә үләһе килмәй" тине такси йөрөтөүсе. "бөгөнгө көн менән генә йәшәйбеҙ" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеттем Украинала. Һуғышҡа оҙатыуҙан тыш, "прилет" булыуы мөмкин. Йыш ҡына "нишләйһең, күршенән уңманыҡ" тиҙәр.

Урамдарҙан йөрөгәндә кешеләрҙең йөҙҙәренә, күҙҙәренә ҡарайым - матур халыҡ, һоҡланырлыҡ йәштәр. Сәскә тотҡан парҙар артыҡ күп, күҙгә ташлана. Әллә миңә, Американан килгән кешегә шулай тойоламы, тим, яҙ бит, сәскәле осор, тинеләр.
Украинаның шау сәскәлә сағы. Бер яғы ҡанһырап торһа ла, сәскәлә

Аҙағы.
👍105👎2
9👍2
Таныш булығыҙ - Леопольд әфәнде Мазох(баҫым а хәрефенә төшә) билдәле шәхес - мазохизм уның исеме менән билдәләнгән. Төнъяҡ Евразияла күптәрҙә әлеге диагнозды табып була
😁6👍4
Украин юлъяҙмалары
аҙаҡҡы аҙағы.

PS. Украинаны сыҡҡас, Польшаға кергән сиктә паспорт контролендә фотоға төшөрә алмай интектеләр. Уты янһа ла, автомат эшләмәй ҙә ҡуя. Һуңынан, йылмайма, тигәс кенә, фото килеп сыҡты. Ысынлап та, американдар һәр ваҡыт йылмая шул. Бәлки һәр сикте сыҡҡанда тормошон еңеләйткән Американ ватандашлығы һәм зәңгәр паспорты үҙҙәрен шулай бәхетле итәлер(God bless America!)!
7
Украинаға киткәндә Мириамға ҡая киткәнемде әйтмәнем. Хәҙер ҡайтҡас үҙенән ҡыҙыҡһынам:
- һин минең ҡайҙа барғанды аңлайһыңмы?
- юҡ
- әни бит Украинала булды, Украинаны беләһеңме? Мин әле украин йырҙарын тыңлайым һәм бейейем.
- и? Һин һаман башҡортмо?


шаршау төштө😂🤣


#bashkorttatarcommunityLA
😁175
Конференция в Киеве

Свою поездку в Киев 17–18 мая в качестве руководителя Комитета Башкирского национального движения за рубежом я бы назвал самой продуктивной из всех поездок, которые были мною осуществлены ранее в другие страны.
Помимо меня в Киев приехала еще один член Комитета БНД из Лос-Анджелеса (США) Айгуль Лион. Мы были приглашены как члены Лиги свободных наций (куда входит и Комитет БНД) для участия в международной конференции «Права колонизированных народов РФ» организованной Лигой свободных наций совместно с комиссией Верховной Рады Украины по взаимодействию с национально-освободительными движениями.
Верховную Раду представляли сразу несколько народных депутатов во главе с председателем специальной парламентской комиссии Марией Мезенцевой.
В ходе конференции был подписан меморандум о взаимопонимании и сотрудничестве. От Лиги свободных наций присутствовали представители Башкирского, Татарского, Бурятского, Эрзянского, Черкесского национальных движений.
(Продолжение по ссылке)

https://bashqort.org/?p=459
👍82
Радик Мухарлямович Юльякшин, 27.05.1989 г.р.
Эстрадный певец башкирской и татарской поп музыки.
Обвиняется в поддержке войны в Украине, поддержке убийства его мирного населения, разрушения городов и захвате ее территории.
Обвиняется в пропаганде войны с Украиной.
👍11🤬2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киев «Монумент дружбы»
Ә һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ?
👍4