Башҡорт шағиры✌️ – Telegram
Башҡорт шағиры✌️
21 subscribers
1 photo
1 link
Шағир...
Download Telegram
Пәрәст менән бот
Пәрәст менән бот,
Йылмайыуың менән туп-тулы ҡот.
Йәнем илай, йөрәк тыңлай,
Ҡарашың алыҫ йыраҡтан байҡай.

Дидарың ҡарай рәсемдән,
Ҡиәфәт йыуата эсендән.
Йылы ҡарашың, татлы ирендәрең,
Тап һиҙелгән һинең мөхитең!


пәрәст – ф. پرستیدن: фанат, ғашиҡ, табыныусы.
бот – ф. بت: кумир, идол.
4
Киҫәксә
Олуғ ҡоролманың киҫәге,
Бөйөк Тәңренең бәндәһе.
Бай күңелле илсенең әҙәме,
Ябай халҡының батыр-егете.

Наҙан низамдың аманаты,
Аҡ батшаның табыныусыһы.
Ҡомһоҙ хыянатсыға ышаныусы,
Бахыр милләттең ҡый сап-соры.
---
У, туғаным, һайла юлыңды!
Тик һатма намыҫ үҙеңде!
Кемде оҡшатырһың һин икән...
Тағы ла ышанырһың һин микән...?


низам – ғ. نظام: система, тәртип
2🔥1
Башҡордистан ҡиссаһы
Борон булмаған хәлдә,
Булды, тигән, ваҡиға.
Зәки тигән булды әмир,
Шәйехзада булған шағир.
Беренсенең булды сәүҡиәт,
Икенселә булған телмәриәт.
Азат өсөн көрәште,
Аҡыл өсөн хәбәрҙе,
Башланылар улар, тигән.

Бабич ағай - беҙҙең ҡанат,
Еткерҙе беҙгә аманат.
Илай ине халыҡ өсөн,
Дошмандарға бирешмәне ул.
Дәрт өсөн яҙмаған,
Тик башты ул эймәгән.
Тәңренән һорап көс,
Изге маҡсатты башҡарған.

Вәлиди атай – беҙҙең тупраҡ,
Башҡордистандың ысын терәк.
Йөмһүрлегенә нигеҙ баҫҡан,
Намыҫ-инсафын һатмаған.
Кәмендә – бөйөк тарихсы,
Ысын мәлендә – тоғро көрәшсе.
Ҡөрьән үбеп, таҙа антын биреп,
Ирек өсөн барыһын эшләне,
Тик килә быуындарға ышанды!

Ҡыҙғанысҡа булды яҙмыш,
Юҡлыҡҡа сыҡҡан тырыш.
Беҙгә биргән вәғәҙә,
Булды инде әрәмгә.
Шәйехзаданы атҡандар,
Зәкине баҫтырҙылар.
Ябай халыҡты талағандар, үкереп,
Аҡылдаштарҙы яптылар, мыҫҡылып.

Фәһемдән килде инде “белем”,
Әммә ни өсөн бөгөлдө билең?
У, туғаным, ҡара йәһәтерәк!
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” –
Әйтте уны Мифтахетдин Аҡмулла,
Сөнки ул беҙҙең садыйҡ бер йола.


сәүҡиәт – ғ. سوق: стратегия.
телмәриәт – неол. телмәр: оратор сәнғәте.
йөмһүрлек – ғ. جمهور: республика.
садыйҡ – ғ. صادق: тоғро.
🔥42💘2
Ләғнәт һуғыш
Ләғнәт һуғыш, ләғнәт һуғыш,
Елкәгә төшкән һағыш.
Аяҡҡа йығылып, доға уҡып,
Илайҙар әсәләр хәсрәт алып.

Бысраҡ тамға, бысраҡ тамға,
Сәсрәп һеңгән беҙҙең ҡанға.
Егеттәр үлеп, өгөттән шашып,
Ваҡытты булмаҫ үҙәктән тартып.
5💯1
Яҡшы
Күңелемә миңә яҡшы,
Ялтырайым мин кеүек шыршы.
Ҡышҡы юлдарым булһын фиҙа,
Намыҫ-йәнем ҡалһын таҙа.

Ҡарайым мин Хәйбулли далаға,
Ышаныс килә залим заманға.
Ауыр яҙмышым булыр яҡты,
Түҙем-сабыр ҡалыр тулҡы.

Тыуған ерем - Башҡортостанда,
Баш бүренең тоғро илендә.
Киләсәгебеҙ булыр тере,
Ситлек-төрмәбеҙ булмаҫ сере!
3👍2
Ай минең Туған телем
Ай минең Туған телем!
Башҡорт ялҡынлы телмәр!
Ҡәнәғәт тауышлы аһәңлелегем!
Мауыҡты тарихи селтәр!

Ай минең Туған телем!
Бай мәғрифәтселе әҙәбиәте!
Бөйөк ҡиммәтле белем!
Үлмәһен быуатлы мәҙәниәте!

Ай минең Туған телем!
Башҡорт һайланған милләте!
Данлыҡлы ижадлы шағирҙарым!
Ысын таралыуы хәҡиҡәте!

Ай минең Туған телем!
Мөғжизәле әҙәби әҫәр!
Көнө-төнө тәрән уҡыу ғилем!
Тупланған мөһим эш хәтәр!
3
Сәсән әл Башҡорди
Сәсән әл Башҡорди -
Хәҡиҡәттең телмәрсеһе Ватани.
Үҫәргән ырыуҙың тоғро илһөйәре -
Йәҙит сәнғәттең дауам эшмәкәре.

Ронин әл Башҡорди —
Батшаға «юҡ» тигән Вәлиде.
Ислам тарафтың рухи көрәштәше,
Намыҫын һатмаған һуңғы Ватандашы.
3
Башҡорт шағиры✌️
Сәсән әл Башҡорди Сәсән әл Башҡорди - Хәҡиҡәттең телмәрсеһе Ватани. Үҫәргән ырыуҙың тоғро илһөйәре - Йәҙит сәнғәттең дауам эшмәкәре. Ронин әл Башҡорди — Батшаға «юҡ» тигән Вәлиде. Ислам тарафтың рухи көрәштәше, Намыҫын һатмаған һуңғы Ватандашы.
Ронин (яп. 浪人 — «гиҙеүсе тулҡын») — феодаль Ниһоңстанда (Японияла) үҙ хужаһын (даймёны) юғалтҡан сәмүрәй (самурай). Был уны хеҙмәттән азат иткән, әммә йыш ҡына статусынан һәм йәшәү сығанаҡтарынан мәхрүм итеп, йәмғиәттән ситләтелгән кешегә (изгойға) әйләндергән.
👍2
Башҡорт шағиры✌️
Сәсән әл Башҡорди Сәсән әл Башҡорди - Хәҡиҡәттең телмәрсеһе Ватани. Үҫәргән ырыуҙың тоғро илһөйәре - Йәҙит сәнғәттең дауам эшмәкәре. Ронин әл Башҡорди — Батшаға «юҡ» тигән Вәлиде. Ислам тарафтың рухи көрәштәше, Намыҫын һатмаған һуңғы Ватандашы.
Йәҙит (ғәр. جديد‎ — «яңы») — ислам дине ҡағиҙәләрен заманса фәнни ҡаҙаныштар һәм азатлыҡ идеялары менән берләштереүсе реформатор-мәғрифәтсе. Ул феодаль ҡалыптарҙан һәм батша иҙеүенән ҡотолорға ынтылған, Ҡөрьән ҡанундарын аҡыл аша үткәреп аңларға саҡырған һәм милләттең үҙаңын күтәреүгә ҙур өлөш индереүсе шәхес.

Йәҙитселек (ғәр. جديد‎ — «яңы ысул») — XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Рәсәй империяһы мосолман халыҡтары араһында йәйелгән ижтимағи-сәйәси, дини һәм мәғрифәтселек хәрәкәте.
Толпар ғәскәре
Арыҫландар үҙ еренде,
Ташламаҫ та бер ҡасан.
Илбаҫарға башын эймәп,
Торҙок тик бер заман.

Башҡорттоң ғәскәре -
Юлбарыҫтың бер йәне.
Тигеҙ тороп, һаҡта булды -
Беҙҙең рух хеҙмәте!

Батырлыҡта тарихыбыҙ
Тоғро итеп һаҡланды.
Ваҡыт булды,
Тағы сығыр беҙҙең азат байрағы!

Сыҡты беҙгә бахыр айыу -
Исеме тиҫкәре,
Ерҙе талап, еңеүсе тип
Хап-хайран аталды.

Батша булып, ҡанундарҙы
Мыҫҡылып ул һуҡты.
Ҡыҙғанысҡа ысынбарлыҡ
Шулай тупаҫ булманы!

"Башҡортостан — гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!"


Башҡордистан ғәскәре төҙөлөүенең иҫтәлекле датаһына — 20-се аҡъюлайға (декабргә) бағышланған шиғыр.
🔥3
Тутыйғош
Сәрхәткә яһалған аманат -
Барлыҡта ситлектә ябылмаған
Ҡанатҡа йәбешкән тағанаҡ -
Ҡағыҙҙа бөткәндә атылмаған.


сәрхәт – ф. سرحد: киңлек, иркенлек, сикһеҙлек.
🔥3
Һандыҡ байлығы
Һуҙҙым үҙ ғүмеремде ниәт менән,
Һандыҡ байлығын алып телдән.
Өҙҙөм үҙ ғазабымды тыйнаҡ менән,
Ҡыйлыҡ ваҡытын ташлап иҫтән.

Талдым үҙ сығымымдан ҡылыс менән,
Артыш эштәрен иҫләп таңдан.
Баҡтым үҙ сәғәптәрҙе тиңләү менән,
Барыш үҫештәрен ҡарап йырҙан.


сәғәп – ғ. ثواب: түләү, әжер.
🔥3
Ниһоңстан – ҡалҡан көнөстан
Ниһоңстан – ҡалҡан көнөстан,
Рухи йолаһын һаҡлаған.
Ниһоңстан – тәрән диңгеҙстан,
Ҡояш нурҙарын һатмаған.

Ниһоңстан – уңған йәҙитстан,
Хәли халҡыны таштамаған.
Ниһоңстан – гөрлө донъястан,
Ғүмергә ҡаршы ҡарамаған.

Ниһоңстан – нур сыҡҡан көнөстан,
Йола рухын юғалтмаған.
Ниһоңстан – ифратлы миҫалстан,
Йәҙитселекте булдырған.


Ниһоңстан – "ниһоң" (япондар үҙ атамаһы: 日本) + "-стан" (ф. ـستان: ил; төбәк): Япон иле, Япония.
хәли – ғ. خَالٍ: буш.
🔥1💘1
Батшалар
Малайҙар үләләр һуғышта,
Аҡ батша байҙы аҡсаға.
Әсәйҙәр алалар һағышта,
Ваҡ тауҙа илап баҡсала.

Батырҙар ултыралар ситлектә,
Күк батша байҙы сәғәпкә.
Дуңғыҙлар йыуыналар һаҙлыҡта,
Буҡ һарай ватҡан танауҙа.

Балалар ҡурҡалар сығырға,
Ҡыҙыл батша ултыра тәхеттә.
Милләтсе бахырҙай тулҡында,
Бысып ҡарға алған бүректә.

19.12.2025
🔥2
Хыялдар
Үҙ тараф юлымда булдым сая,
Таң башына килде миңә хыял.
Килә ғүмер булыр уңған нөсхә,
Ә хәҙергә донъя кеүек мөсхәф.

Истиғфар итеп ихлас доғаһы,
Ваҡ гонаһ мейемде ашамаһын.
Күк бәхет тырышым булһа фиҙа,
Ҡәнәғәт булһын тик олуғ Аллаһ.
3
Сәйфүның ендәр янсығы
Ята минең Сәйфүла аҡса,
Улар туп-тулы кеүек ендәр баҡса.
Ҡаерға ҡайтырмын мин инде?
Балалар икүгә сәғәтенә китте.
2
Шиғри моңдары
Һөйөүең кеүек нури донъя,
Йылғанан ап-аҡ ғишыҡ аға.
Ҡосағың йәнде эстән вата –
Минең ҡәҙерле татлы даръя.


нури – ғ. نوري: нурлы, яҡты.
ғишыҡ – ғ. عشق: һөйөү тойғоһо, мөхәббәт.
даръя – ф. دریا: ҙур йылға, диңгеҙ, океан.
2