Табигат – Telegram
Табигат
145 subscribers
30 photos
11 videos
17 links
Беҙ бәйләнеш өсөн бот астыҡ. Әгәр беҙгә яҙырға, яңылыҡ ебәрергә һ. б. теләһәгеҙ, ошо ботты ҡуллана алаһығыҙ: @uraltaubot
Йә иһә ошо эмайлға яҙығыҙ: tabigat.komitet@gmail.com
Download Telegram
Зачем жителям Абзелиловского района посещать торговые точки и гостиницы, принадлежащие Айрату Аминеву, учитывая его поддержку разработки Кырктытау и защиту интересов РМК? Он, как предприниматель, вероятно, готов на все ради выгоды и отъезда, в отличие от нас, не имеющих такой возможности.
Согласно информации, представленной по ссылке https://prufy.ru/news/society/170677-pristrelyu_na_vstreche_s_zhitelyami_glava_administratsii_abzelilovskogo_rayona_naoral_na_advokata_iz/, можно составить представление о его истинной сущности. Сообщается, что он не только занимает руководящую должность, но и проявляет агрессию по отношению к активистам и защитникам Кырктытау, изгоняя их со сходок, демонстрируя поведение, напоминающее неконтролируемые вспышки гнева и истерию.
5🤮4🤝2💩1
Беҙ бәйләнеш өсөн бот астыҡ. Әгәр беҙгә яҙырға, яңылыҡ ебәрергә һ. б. теләһәгеҙ, ошо ботты ҡуллана алаһығыҙ: @uraltaubot
Йә иһә ошо эмайлға яҙығыҙ: tabigat.komitet@gmail.com
🤝8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үҙҙәре таный бит: алтын табыусылар бөтә закон һәм ҡағиҙәләрҙе боҙа, тәбиғәтте юҡ итә, үҙҙәренән һуң бушлыҡ ҡалдыра. Ләкин шундай төрлө ойошмаларҙың Башҡортостан эсендә эшен туҡтатыр урынына, хөкүмәт "проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү" вәғәҙәһен бирә. Тәбиғәт юҡ булғандан һуң нимәһен "хәл итергә" уйлайҙар икән? Бәлә сыҡҡас түгел, ә унан алда тырышыр кәрәк!
😡7
"Тәбиғәт" комитеты Әбйәлил һәм Биләрит райондарының бөтә депутаттарына ла Ҡырҡтылағы геологоразведка тураһында мөрәжәғәт итә. Бер нәмә лә булмағандай шымып ултырмауығыҙ һорала! Депутаттарҙы халыҡ үҙ мәнфәғәтен өҫкә еткерер өсөн һайлаған. Ер һәм тәбиғәтте ҡулланыу хаҡын шул депутаттар яҡларға тейеш! Беҙҙән ошо хоҡуҡтарыбыҙҙы тартып алырға уйлайҙар, оятһыҙ һәм аҫтыртын рәүештә.
Депутаттарҙан үҙ һүҙегеҙҙе асыҡ итеп әйтеүҙе талап итәбеҙ!
🤝12🤮3
🔻Озеро Яктыкуль под угрозой? Эколог бьёт в набат

Водоём стремительно теряет свою экологическую устойчивость, сообщает председатель Союза экологов РБ Александр Веселов.

По словам Веселова, основная причина деградации озера заключается в отсутствии эффективной системы очистки сточных вод. Каждый год водоём сталкивается с цветением воды, увеличением слоя донного ила и другими признаками загрязнения. Очистные сооружения посёлка Зелёная Поляна не справляются с нагрузкой, а септики частных домов и турбаз часто оказываются негерметичными. Это приводит к просачиванию фосфатов и других вредных веществ в воду, что угрожает рекреационной ценности Яктыкуль. Если ситуация не изменится, последствия для местной экономики могут быть катастрофическими

Озеро Якты-Куль – тектонический водоём глубиной до 28 метров и популярное место отдыха с санаториями и базами. Однако в последние годы оно сталкивается с растущей антропогенной нагрузкой.
😭6😱2
Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау ни тиклем ҡыйын эш булғанын аңлатып китәйек. Ниндәйҙер түрәләрҙең власҡа ҡаршы бара алмауы – бер бәлә. Ләкин бынан тыш туҡтауһыҙ мәғлүмәти һөжүмдәр ҙә бара!
Мәҫәлән, «Ҡырҡты, йәшә!» («Кыркты Живи») тигән каналды алайыҡ. Бер яҡтан, ул Әбйәлил халҡын яҡлаған кеүек. Ләкин төплөрәк ҡараһаҡ, канал шул уҡ ООО «Салаватское» йәмғиәтен яҡлай. Йәнәһе, баҡыр табыуы тәбиғәткә зыян килтермәйәсәк, бөтөн именлек саралары үтәләсәк тип иҫбат итергә тырышалар.
Мәҫәлән, ошо видеола (https://news.1rj.ru/str/kyrktyzhivi/672) Таһир Бахтигәрәев Өфөләге тикшеренеү үҙәгенән үҙенең «белгестәрен» күрһәтә; улар һирәк хайуан һәм үҫемлек төрҙәрен эҙләй икән. Ләкин был белгестәрҙең исемдәрен бер кем дә әйтмәй – бары тик «ике эксперт» тиелә!
Шулай уҡ был каналда райондың күпселеге баҡыр табыу яҡлы тип иҫбат итәләр, ә ҡаршы сыҡҡандар, йәнәһе — ниндәйҙер украин боттары.
Иң ҡыҙығы, был канал — киң билдәле майҙансыҡ, ләкин яҙылғандар аҫтында күп лайк та күҙәтелмәй, ниндәйҙер фекер алышыу ҙа бармай. Былар барыһы ла бик яһалма проектҡа оҡшаған. Маҡсат — беҙҙе юлдан яҙҙырып, беҙҙең дөйөм ҡаршылыҡты юҡҡа сығарыу.
🤝8🤡2
Июль башында Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында йәшәүселәр кеҫә телефоны бәйләнеше һәм интернеттың насар эшләүенән зарланды. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа урманға инеү тыйылды. Урман юлдарын полиция, соҡорҙар һәм шлагбаумдар менән ҡапланылар.

Хакимиәттәр был хәлде “янғын хәүефе сәбәпле” тип аңлатты. Әммә ысынбарлыҡта барыһы ла ябай ғына булып сыҡты — был эшкә ерле халыҡ күптән ҡаршы сыҡһа ла, “маскалы кешеләр” ҡул аҫтында “Русская медная компания” эшселәре Ҡырҡытауҙа геологик тикшереү эштәрен башлаған.

Бәйләнеш боҙолоуының ысын сәбәбе лә техник өҙөклөктәр түгел. Ышаныслы сығанаҡтар һөйләүенсә, 30 июндән 4 июлгә тиклем Ҡырҡытауға йәшерен тикшереү менән мәскәүҙән юғары дәрәжәле ҡунаҡтар килгән. Был хаҡта матбуғатта ла, рәсми сайттарҙа ла бер һүҙ юҡ. Мәғлүмәт таралыуҙан һаҡланыу һәм ҡунаҡтарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн, хәкимиәт, бәйләнеште боҙоусы ҡоролмалар - “глушилка”лар ҡулланған.
😡7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хөкүмәт репрессиялары арҡаһында урындағы халыҡ Ҡырҡтытауҙы үҙләштереү менән риза булмауын күрһәтеп, бындай акциялар үткәрә.
🤡24🤝17💩1🥱1🤣1
Американский рэпер Tyga выступил на одной из самых дорогих свадеб года — празднике сына миллиардера и основателя "Русской медной компании" Игоря Алтушкина. На торжество было потрачено не менее 100 млн рублей.

https://news.1rj.ru/str/mash/66565

Беҙҙең төбәгебеҙҙе үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелә тигән татлы вәғәҙәләр артында аҡсалар, ысынбарлыҡта, ҡайҙа китә!

Бер ниндәй намыҫ та, бер ниндәй ҡиммәттәр ҙә юҡ! Егеттәребеҙ колектив Көнбайышҡа ҡаршы көрәшкән мәлдә, ана шундай байҙар уларҙың йондоҙҙарын туйға саҡыра!

Һаман да “Салаватское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт беҙҙең тормошто яҡшыртыр, тип ышанаһығыҙмы? Әллә үҙгәреш ваҡыты еттеме инде?
🤮5🤝3
Олигархтарға хеҙмәт итеп, Ҡырҡтытауҙы эшкәртеү өсөн күп көс һалған канал админдарын, Ҡырҡтытауҙы яҡлаусыларҙың был ғәмәле генә түгел, бөтә яҙмаларыбыҙҙың да башҡортса булыуы ла асыуландыра. Беҙгә реклама эшләгән каналдарға ҙур рәхмәт!
Йышыраҡ һәм күберәк яҙығыҙ!


https://news.1rj.ru/str/kyrktyzhivi02/274
👍15
Предприятиелар өҫтөнән контроль дәүләттән олигархтарға күскәс, шулай була ул.
“БСК Сода” хужалары предприятиянан күп аҡса сығарған һәм уға үҫешкә аҡса һалмаған. Оборудование предприятияла иҫкергән, был хәл аварияға килтергән.
Әле ваҡытта 36 кеше больницта ята, 9 кеше реанимацияла.
😡7
Әбйәлил районында төҙөлгән Тау-байыҡтырыу баҡыр комбинатында ла шул уҡ хәл буласаҡ. Шуға ла беҙ уларға бирмәйбеҙ Ҡырҡтытауҙы эшкәртеү!
👍161
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Урал арьяғында ҡабат экологик фажиғә.
УГМК «Юбилейный» Таналыҡ йылғаһына көкөртле бысраҡ сығару сәбәпле һыу ағыуланып, бик күп балыҡ ҡырылған.
Был хаҡта ерле балыҡсылар хәбәр итә. Һамар, Бүребай, Садовый, Татыр-Үҙәк, Аҡъяр, Ергән ауылдарына ағыуланыу хәүефе янай.
Һаҡ булығыҙ!
😨11😡21
Һораулама һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә Ҡырҡтылағы Яҡтыкүл янындағы ГОК-а халыҡтың 85%-ы ҡәтғи рәүештә ҡаршы.

Халыҡ фекерен тикшергән «Тәбиғәт» йәмғиәте шундай һығымталарға килгән: һораулама үткән 84,9% халыҡ Ҡырҡтытауҙа төҙөләсәк ГОК менән бөтөнләй риза түгел. Халыҡтың 6%-ы ғына был планды яҡшы нәмә тип күрә. Ҡалғандары бер ниндәй ҙә яуап бирә алмаған.

Был эштән нимә көтөлә тигән һорауға ошо нисбәттә төрлө яуаптар бирелгән. (Әйткәндәй, яуаптар араһында бер нисә вариант тәҡдим ителгән):
- 88,5% һыу, һауа һәм тупраҡтың бысраныуынан ҡурҡа;
- 55,75% фекеренсә Башҡортостан байлыҡтары урындағы халыҡҡа файҙа түгел, зыян ғына килтерәсәк;
- Бары тик 3,5% ҡына ошо ГОК арҡаһында инфраструктура үҫешер тип ышана.

82% - тан күберәге ГОК уның янындағы ҡала һәм ауылдар тормошона насар тәьҫир итеп тип уйлай. Ынғай үҙгәрештәргә 7,96% ҡына ышана.

55,7% - ҡа яҡын кеше үҙҙәрен ошо проект һәм уның һөҙөмтәләре тураһында бар кәрәкле мәғлүмәт белә тип уйлай, ә 38,9% фекеренсә уларға тик өлөшләтә генә хәбәр килеп еткән.

Һораулама үткән күпселек (90,2%) фекеренсә, урындағы халыҡтың ошо ГОК төҙөлөүөнә ҡарашы иҫәпкә алынырға тейеш.

Йәмғиәт менән фекер алышыу сараһы итеп Башҡортостан халҡының 62%-ы петиция йыйыуҙы һәм (38%) депутаттар менән осрашыуҙы күрә. Ләкин бары тик 28,3% ҡына ошондай сараларҙа ҡатнаша алған икән.

Һораулама 2025 йылдың 14 июленән 14 августына тиклем үткән. (Ҡулланылған методика – «Ривер-сэмплинг»). Ҡатнашыусылар һаны 791 кеше. Һораулама теле – башҡортса.

Башҡортостандың Әбйәлил районында Ҡырҡтытау өҫтөндә геологик тикшеренеү эштәре башланған. ЯСЙ «Салаватское» (Рус баҡыр компаниһына керә) ошо урында ГОК (тау байыҡтырғыс комбинатын) төҙөүҙө планлай. Ул 2027 йылдан башланып 2029 йылда ҡулланышҡа күсергә тейеш.

Был проект буйынса йылына 10 млн тонн баҡыр рудаһы табылыуы күҙаллана, 1500 эш урыны булдырыласаҡ һәм 40 млрд һум инвестиция һалынасаҡ тиелә. Ләкин һораулама үткән 85% халыҡ быға ҡырҡа ҡаршы. Улар тәбиғәткә зыян киләсәк, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ фекере иғтибарға алынмаясаҡ тип уйлай. Әүҙем кешеләр төҙөлөш башланмаһын өсөн референдум үткәрелергә тейеш тип һанай.
🔥15🙏3🥱1
Һуңғы ваҡиғалар Хабировтың һәм олигархтарҙың ябай халыҡ яҙмышын ҡайғыртмауын күрһәтә. Кеҫәләрен аҡса тултырыу менән генә мәшғүлдәр. Бынан 300 йыл элек башҡорттарҙы завод-фабрикалар өсөн ерҙәрен тартып алдылар, был ерҙәрҙә булған ваҡиғалар ҡабатлана. Әбйәлил районы урындағы халыҡҡа Ҡырҡтытау һыртына сығыу тыйылған, улар еләк һәм бәшмәк йыя алмайҙар, хатта урманға ла сыға алмайҙар. Барыһын да шлагбаум, ҡоймалар менән кәртәләп ҡуйғандар. Элек-электән башҡорттарҙың булған был ерҙәр хәҙер беҙҙеке түгел.
😡17
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына шулай Алтай Республикаһы халҡы үҙ хоҡуҡтарын яҡлай, ә олигарх хөкүмәте, коррупцияға бирелгән чиновниктар аша, халыҡты талауын дауам итә.
👍17
85% опрошенных выступают против строительства ГОК у хребта Кыркты и озера Яктыкуль

По результатам социологического опроса, проведённого общественным комитетом «Табигат» среди жителей Республики Башкортостан, 84,9% респондентов крайне негативно относятся к планам строительства горно-обогатительного комбината (ГОК) вблизи хребта Кыркты и озера Яктыкуль. Менее 6% оценивают проект положительно, остальные — против или затруднились с ответом.

Среди наиболее распространённых опасений (можно было выбрать несколько вариантов):
• 88,5% опасаются ухудшения состояния воздуха, почвы и воды;
• 55,75% считают, что природные ресурсы Башкортостана будут использоваться в ущерб интересам местного населения;
• лишь 3,5% верят, что проект поможет развитию инфраструктуры.

Более 82% уверены, что ГОК негативно повлияет на жизнь в сёлах и городах. В позитивные изменения верят только 7,96% участников опроса.

Почти 55,7% респондентов считают, что обладают достаточной информацией о проекте и его последствиях, тогда как 38,9% заявили, что располагают лишь фрагментарными сведениями.

Абсолютное большинство (90,2%) убеждено, что мнение местных жителей должно учитываться при принятии решений о строительстве ГОКа. Наиболее популярные формы участия в общественном обсуждении — подписание петиций (62%) и встречи с депутатами (38%). Однако фактически в обсуждениях приняли участие лишь 28,3% опрошенных.

Опрос проводился с 14 июля по 14 августа 2025 года по методике «ривер-сэмплинг». В нём приняли участие 791 человек, язык анкеты — башкирский.

Тем временем в Абзелиловском районе уже начались геологоразведочные работы на хребте Кыркты. ООО «Салаватское» (входит в состав Русской медной компании) планирует начать строительство ГОК в 2027 году и запустить его к 2029-му. Проект предусматривает добычу до 10 млн тонн медной руды в год, создание около 1500 рабочих мест и инвестиции свыше 40 млрд рублей.

Однако, как показал опрос, большинство местных жителей выступают против, опасаясь экологического ущерба и игнорирования их мнения. Общественные активисты требуют проведения референдума, чтобы не допустить реализации проекта.
👍243🔥3
Төбәк «дочкаһы» — төбәк аҡсаһы түгел
Бөгөн Әбйәлил районы халҡына «Беҙ урындағы предприятие асабыҙ, бөтә һалымдар ҙа, табыш та ошонда ҡаласаҡ, төбәк үҫешәсәк» тип аңлаталар. Матур ғына яңғырай. Ә ысынында, компанияны районда теркәү - аҡсаның Башҡортостанда ҡаласағын аңлатмай.
Аҡсаны төбәктән нисек сығаралар:
«Дочка» төп компаниянан ҡорамал һәм хеҙмәттәрҙе күпкә арттырылған хаҡҡа һатып ала. Ҡағыҙҙа ул «нульгә» эшләй кеүек, ә ысынбарлыҡта аҡса өҫкә генә китә.
Барлыҡ сығарылған руда йәки сеймал үҙҙәренең икенсе төбәк структураһына арзаныраҡ хаҡҡа һатыла. Тегендә ул ысын хаҡҡа һатыла – һәм табыш та тап шунда ҡала.
Төп һалымдар, мәҫәлән, табышҡа һалым - шахта эшләгән районда түгел, ә баш офис теркәлгән урында түләнә. Һөҙөмтәлә Әбйәлил бюджетына тик бер нисә тин генә керә.
Формаль рәүештә эш урындары булдырыла, әммә иң юғары хеҙмәт хаҡтарын һәм етәкселек вазифаларын үҙәкән килтерелгәндәр ала. Улар алған аҡсаларын Башҡортостанда тотонмай, ә үҙҙәре менән алып китәләр.
Төп компания «дочка»һына кредит бирә. Һөҙөмтәлә урындағы компания күрһәтергә тейеш булған табыш «процент ҡаплау» булараҡ өҫкә китә.
Шулай итеп, һүҙҙә – район үҫеше һәм урындағы бюджетҡа һалымдар, ә ғәмәлдә – матур вәғҙәләр һәм буш иҫәп кенә ҡала.
Аҙаҡ халыҡҡа: «Йә, беҙ бит эшләнек, тик табыш сыҡманы», – тип әйтәсәктәр. Ә ысын аҡса бөтөнләй башҡа ерҙә ятасаҡ.
👍15🤔1