Табигат – Telegram
Табигат
145 subscribers
30 photos
11 videos
17 links
Беҙ бәйләнеш өсөн бот астыҡ. Әгәр беҙгә яҙырға, яңылыҡ ебәрергә һ. б. теләһәгеҙ, ошо ботты ҡуллана алаһығыҙ: @uraltaubot
Йә иһә ошо эмайлға яҙығыҙ: tabigat.komitet@gmail.com
Download Telegram
Ҡурҡытыу, сәй эсергә бармаҫҡа өсөн, ошондай хәбәрҙәр ебәргәндәр кешеләргә.
😡9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәй эсергә теләһәң — юлдарҙы яба башлайҙар, ә сәскә ултыртҡанда Баҡтиғәрәев тырыша күберәк кеше йыйырға.
Әллә эш жилеткаларҙа ғынамы? Бәлки, барыбыҙға ла берүк кейемдә килергә кәрәктер?
Шул осраҡта кешеләргә бергә йыйылыу яраймы икән?
👏53👍2
Төрлө киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Хәбиров Әбйәлил районындағы ерҙәребеҙҙе Магнитогорск металлургия комбинаты хужаһы, олигарх Виктор Рашниковҡа тарата башлаған, тигән хәбәрҙәр ишетелә.
Быныһы нимә була инде?
Хәбиров районыбыҙҙы бөтөнләй юҡ итергә, урындағы халыҡты ситтән килгәндәр менән алмаштырырға булдымы?
Әллә инде Әбйәлил районын Силәбе өлкәһенә ҡушырға теләйҙәр тигән һүҙҙәргә ысынлап та ышана башларғамы?
Әбйәлил районы халҡы нимә әйтер икән?

https://news.1rj.ru/str/batyr_gora/1033
😡14
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Аспекты" ютуб каналынан Руслан Вәлиев Һөйләй
👍5🤯1
«Салауат» предприятиеһе бер нисә мең һумға ғына гортензия ултыртҡан арала, Контроль- иҫәп палатаһы Әбйәлил районында 728 миллион һумлыҡ закон бозоуҙарҙы асыҡлаған.
Район башлығы аҡлана — имеш, “урламанылар, тик процедураларҙы боҙғандар”. Шуныһы ҡыҙыҡ, закон бозоуҙар, бөтә өлкәләргә ҡағыла: ер менән законһыҙ эш итеүҙәр, эшләмәгән учреждениелар, иҫәпкә алынмаған мәктәп ҡорамалдары һәм маҡсатһыҙ сығымдар.
«Рус баҡыр компанияһы»ның подачкаларын пиарлау урынына, Хәбиров үҙ хеҙмәткәрҙәре араһында тәртип урынлаштырһа, бәлки, «Салауат» ултырткан ағас-ҡыуаҡтарһыҙ ҙа республика сәскә атыр ине.
👍14
Геологик эҙләнеүҙе тамамлауҙан һуң, улар эшкәртергә күсәсәк.

Тура эфирҙа Хәбиров РМК етәкселеге менән дуҫлашырға теләүен белдерҙе. Киләһе аҙнала ул компания вәкилдәре менән осрашырға уйлай, сөнки геологик разведка тамамланыуы бөткәс, улар Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын эшкәртеугә күсәсәк.

Радий Хәбиров үҙаллы сәйәсмән түгел. Ул шәхси эшҡыуарлыҡ мәнфәғәтендә яҡлай. Уны Ҡырҡтытау тирәһендә йәшәгән халыҡ мәнфәғәте ҡыҙыҡһындырмай, Хәбиров улар менән осрашырға ла уйламай.
😡21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шәғит Хамматов Ҡырыҡтытауҙы һатҡандан һуң шатланып бейей.
😡16👍2😁1🤔1