ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА – Telegram
ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
328 subscribers
68 photos
34 videos
34 links
Ат тартмаһа - арба бармай!
Download Telegram
Данлы тарих онотолмай, йылдар үтһә лә, донъялар үҙгәрһә лә. Көнбайыш Европала башҡорттар менән бөгөн дә һоҡланалар, улар килтергән азатлыҡ өсөн рәхмәт әйтәләр.

2018 йылдың 11 ғинуарында Нидерландтар Короллегендә башҡорт яугиренә һәйкәл асыла. Ул Хеерде ҡалаһы эргәһендә Эйссел йылғаһы буйында урынлашҡан һәм 1813 йылдың ноябрендә Амстердамды Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеүсе беҙҙең ата-бабаларыбыҙға бағышланған. Башҡорттар кәмәләрҙән пантон күпер эшләп йылғаны аша сыға.
Башҡорттар отряды Рус армияһы составында генерал Александр Бенкендорф етәкселегендә казактар менән бергә һуғыша.

Урындағы тарихсылар башҡорттарҙың батырлығына оло хөрмәт менән ҡарай. Әҙәби әҫәрҙәр ижад итә, картиналарҙа һүрәтләй. Был тарихты урындағы халыҡ та яҡшы белә.

Бынан бер нисә көн элек Хеерде ҡалаһына ҡараған Вейссен ауылында Рус ғәскәрҙәренең Нидерландтарҙы француз баҫҡынсыларынан азат итеүҙәренә бағышланған конференция үтә. Уны урындағы ғалимдар менән бергә Германияла йәшәүсе яҡташыбыҙ ойоштора. Сарала Хеерде ҡалаһы бургомистры Олаф Принсен ҡатнашҡан. Уға урындағы башҡорттар уҡ-һаҙаҡтан атып күрһәтә, шулай уҡ "Төньяҡ Амурҙарының" төп ҡоралы булған уҡты бүләк итә.
Тыуған ерҙәренән ситтә йәшәһәләр ҙә халҡыбыҙҙың данлы тарихын һаҡлаған һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән милләттәштәребеҙгә рәхмәт. Яҡташтарыбыҙҙы туплаусы, халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүсе лидерҙарҙың береһе - Ирек Байышев.

Бына был  исмаһам үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү өлгөһө. Афарин!
6🔥4🥰1
Максим буйға ырата алмаһа ла, күңеле үҫкән

Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе иғтибарға ла алмаған замандар булды. Улар тураһындағы хәстәрлек законға ярашлы социаль пособие түләүгә генә ҡайтып ҡала ине тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Күптәр хуплар - инвалид балалар тәрбиәләүселәр һәр ваҡыт үҙ проблемалары менән яңғыҙы булды. Бындай балалар хас та ябыҡ, тыйылған тема ине.

Хәҙер улай түгел - мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы вәкилдәре итеп тоя. Йәмғиәт тә уларҙы ситкә этмәй, уларҙы нисек бар шулай ҡабул итә, шуға өйрәнә. Сөнки иң юғары даирәләрҙә ғоманлы ҡараш формалашты. Инклюзив мөхит булдырылды.

Хәҙер йыл һайын, үҙ тиҫтерҙәренән бары тик сәләмәтлек мөмкинлектәре менән генә айырылған, ә былай бөтә балалар ише әкиәт, мөғжизәгә ышанған малай-ҡыҙҙар, уларҙың ата-әсәләре өсөн Өфөнөң иң мәртәбәле театрында Яңы йыл балы ойошторола. Ошондай уҡ сара һәр район - ҡалала үтә. Тап физик һәм менталь сирле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн махсус реабилитация үҙәге асылды. Иң ауыр хәлдәгеләр өсөн хоспис барлыҡҡа килде. Ошо йүнәлештә ярҙам күрһәтеүсе меценаттар артты. Сөнки өлгө бар.
Республика Башлығының ошо тәңгәлдәге эш-миҫалы бер тапҡырлыҡ акция түгел - ихлас, эскерһеҙ һәм даими хәстәрлек өлгөһө.

Былтыр Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә Салауат районында йәшәүсе инвалид баланан мөрәжәғәт булғайны - Радий Хәбиров менән осрашыу теләге хаҡында. Оҙаҡҡа һуҙмай Башлыҡ Максимды ҡунаҡҡа саҡырҙы - эш кабинеты менән таныштырҙы, бүләк биреп ҡыуандырҙы. Хас та үҙенең бала сағындағы ише, ишек яңағына терәп, ҡәләм менән буйын билдәләп, "тағы ла ҙурайып кил" тип яңынан ҡунаҡҡа көтөп ҡалды.

Теүәл бер йыл тигәндә Максим йәнә Башҡортостан Башлығында. Буйҙы үлсәгән билдә юйылмаған. Икәүләп тағы үлсәнеләр. Арҡа һөйәгенә бәйле зәғифлектәндер - Максим йыл эсендә буйға әллә ни ырата алмаған. Әммә уның да, ата-әсәһенең дә күңеле үҫкән. Быйыл ул үҙен күпкә ышаныслыраҡ тоя. Башлыҡ менән ирҙәрсә ҡул бирешеүе генә ни тора. Максим бер йыл эсендә ике тапҡыр "Салют" та дауаланыу үткән, уның сәләмәтлеге артабан да республика етәксеһенең иғтибар үҙәгендә буласаҡ тиелде.

Радий Хәбировтың айырым иғтибарға мохтаж ошондай һәр бала менән осрашырға ваҡыты етмәүе көн кеүек асыҡ - ул мөмкин дә түгел. Максимға булған иғтибар башҡа етәкселәр, тотош йәмғиәт өсөн саҡырыу, ошондай балалар тәрбиәләгән, уларҙы ташламаған ата-әсәләргә хөрмәт, иғтибар билдәһе - иң мөһиме ошо!
7🙏2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мечты детей должны сбываться. И здорово, когда мы можем это сделать.

Сегодня у меня необычные гости. Максима Шагимуратова из Салаватского района вы уже знаете. Год назад он обратился ко мне на Прямую линию – сказал, что хочет побывать в моем кабинете. Тогда мы с ним встретились в первый раз и договорились, что через год он приедет снова.

У Максима непростая судьба. Но несмотря на сложности со здоровьем, он остается добрым, открытым мальчиком. Дважды за последний год он побывал в нашем реабилитационном центре «Салют». И конечно, мы и дальше будем ему помогать.

Максим любит рисовать и подарил мне свою работу. Ее и картину еще одной моей сегодняшней гостьи, четвероклассницы Амины Шангареевой из Октябрьского, обязательно повешу себе на стену.

Напомню, в этом году Амина тоже написала обращение на Прямую линию – ученица художественной школы хотела отправить мне рисунок, который подготовила ко Дню Республики. Рад был пригласить ее сегодня в мой рабочий кабинет.

Удачи, здоровья ребятам! А всех взрослых хочу попросить – дарите добро детям. Ради их счастливых улыбок мы и живем.
9🙏1
Forwarded from ГосСовет 2.0
✔️Кейс Башкирии: как регион через международные проекты ЮНЕСКО укрепляет культурные и научные связи России

В Большом особняке МИД России, где обычно решаются глобальные дипломатические задачи, недавно состоялось заседание Комиссии РФ по делам ЮНЕСКО. По личному приглашению главы МИД Сергея Лаврова с докладом на встрече выступил глава Башкирии Радий Хабиров.

Сегодня республика успешно объединяет науку, природу, культурное наследие и туризм в единую, целостную модель устойчивого развития.

- два геопарка -«Торатау» и «Янган-Тау» - входят в Глобальную сеть геопарков ЮНЕСКО;
- пещера Шульган-Таш с древнейшей наскальной живописью признана объектом Всемирного наследия;
- при Уфимском университете науки и технологий открыта одна из пяти в мире кафедр ЮНЕСКО по геопаркам и территориям устойчивого развития;
- присвоен статус международных эталонов «золотых гвоздей» геологическим разрезам «Усолка» и «Дальний Тюлькас», расположенных на территории геопарка «Торатау». Это первые в России объекты, получившие статус международных эталонов, что подтверждено глобальным научным сообществом.

Радий Хабиров:
В России должны и будут появляться новые геопарки под эгидой ЮНЕСКО. А наша республика накопила ценный опыт продвижения и развития территорий, которым готовы делиться с другими регионами.


Республика намерена и дальше укреплять позиции России в глобальной повестке ЮНЕСКО.

• Башкирия инициирует создание Национальной сети геопарков ЮНЕСКО под эгидой ЮНЕСКО.

•Развитие существующих геопарков. «Янган-Тау» - первый российский геопарк в глобальной сети, который успешно прошёл переаттестацию и демонстрирует устойчивую модель развития.

•Формирование интегрированной «экосистемы ЮНЕСКО». Все природные, культурные, научные и образовательные проекты объединены в систему. Так, «золотые гвозди» «Усолка» и «Дальний Тюлькас» включены в номинационное досье «Башкирские шиханы».

•Продвижение новых объектов в Список Всемирного наследия, таких как номинации на основе Воскресенского медеплавильного завода части уникального наследия Урала, мавзолея Тура-Хана как объекта историко-культурного значения и - в перспективе - создание Евразийского музея кочевых цивилизаций на Южном Урале.

•Развитие креативных индустрий как инструмента устойчивого развития. Уже принят соответствующий региональный закон, создана инфраструктура поддержки (Клуб продюсеров, «Час креативных индустрий», реестр креаторов).
По итогам 2025 г. республика вошла в ТОП-3 лучших регионов РФ в Национальной премии в сфере креативных индустрий.

Управленческая команда Башкортостана демонстрирует, как регион становится проводником межкультурного диалога на основе общечеловеческих ценностей – уважения к природе, сохранения культурного наследия и поддержки науки.

Например, включение «Торатау» в сеть ЮНЕСКО - сигнал и приглашение для всего мира приехать в Россию, увидеть, понять и сотрудничать с её регионами. Для республики это возможность развивать экотуризм, привлекать исследователей, запускать совместные образовательные проекты.

Башкортостан - давний партнёр Комитета РФ по делам ЮНЕСКО и тесно сотрудничает с МИД России. Так, Александр Алимов, директор Департамента МИД России, ответственный секретарь Комиссии РФ по делам ЮНЕСКО, отмечал:
Это год побед для республики, которыми гордится вся страна. Мы идём вперёд. У нас есть опора в лице республики. Башкортостан богат своим природным и культурным многообразием. Мы - ваши соратники во всём.


❗️
Глава Башкирии Радий Хабиров регулярно входит в топ Индекса плотности международных контактов глав российских регионов.

@GosSovet
👍32
Илдар Абдразаҡов башҡорт халҡының ғорурлығы. Улдарын илһөйәр рухта тәрбиәләгән Әмир Абдразаҡовҡа рәхмәт.
👍53
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Президент России вручил Ильдару Абдразакову почетное звание «Народный артист РФ»

Сегодня в Кремле президент России Владимир Путин вручил высокие государственные награды выдающимся россиянам. За вклад в развитие культуры звание народного артиста присвоено оперному певцу Ильдару Абдразакову.

Ильдар Абдразаков выразил благодарность президенту России Владимиру Путину за возможность возглавить Севастопольский театр оперы и балета. Об этом он сказал на церемонии вручения:

«Это первый театр в Крыму. Никогда еще не было театра оперы и балета в Крыму. И вы знаете, сейчас театр находится в стадии строительства, но так получилось, что мы, наша администрация, сделали уже несколько постановок и оперных, и балетных, и показываем их стране, возим по разным городам, и наши спектакли проходят с большим успехом. Спасибо вам большое за доверие»,

- подчеркнул Ильдар Абдразаков.
👏52
https://vk.ru/wall-224717408_130996

28 декабрь көндөҙгө 12.00 Өфөгә инеү ҡапҡаһы - заманса стела өсөн тауыш биреп өлгөрөргә кәрәк. Берҙәм булайыҡ! Икенсе Бөтә Рәсәй ҡала, ауылдарға инеү стелалары конкурсына йәмғеһе 970 ғариза ҡабул ителгән. Финалға, конкурстың тауыш биреү этабына бик әҙ генә муниципаль берәмектәр үтә. Шулай итеп,
ГорСреда каналы үткәргән тауыш биреүҙә Өфөнән тыш Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһы, Краснакома районының Янаҡтай ауылы һәм Благовещен ҡалаһы, Әбйәлил һәм Балаҡай районының Билән ауылы ҡатнаша.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә "Ҡайтарылған исемдәр" музейы буйынса  эштәр дауам итә. Ул төрлө сәбәптәр арҡаһында исемдәре етерлек кимәлдә мәңгеләштерелмәгән шәхестәргә бағышланасаҡ. Концепцияға ярашлы был музейҙа республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған бик күп милләттәштәребеҙгә лә урын бүленәсәк.
🔥72
2025 йыл йомғаҡтарына байҡау

Йыл тамамланыр алдынан төбәктәрҙә алып барылған сәйәсәткә анализ тәҡдим ителде. Топ-20 губернатор исемлегенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инде – тотороҡландырыу номинацияһында.
Ысынлап та, Башҡортостан өсөн йыл сәйәси йәһәттән тотороҡло үтте. Уғаса экология темаһын милли мәсьәләләргә бәйләп төбәктә болғаныштар ойоштороусылар бар ине (исемдәрен атап тороу урынһыҙ тип иҫәпләйбеҙ). Һатыулашыуҙың ошондай ысулын һайлап, нисәмә йылдар дауамында шул алым менән етәкселәрҙе шантажларға күнеккән бер төркөм «экоактивистар» менән иҫәпләшеү юлынан республикала тулыһынса баш тартылды. Мәғлүм, был хәл уларға оҡшаманы, 2019 йылдан алып башҡорт «экоактивистары» төбәктәге тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыу өсөн туҡтауһыҙ эш алып барҙы. Уларҙың бары үҙ мәнфәғәтен хәстәрләүен Баймаҡ ваҡиғалары асыҡтан-асыҡ дәлилләне. Үҙҙәрен үҙҙәре «милли герой» кимәленә күтәргәндәр алдағына ҡапҡан бер ҡатлы һәм бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡазаға осрағас ҡына күптәрҙең күҙҙәре асылды. Республика етәкселегенең үҙ принцибына тоғро ҡалыуы аныҡ һөҙөмтә бирҙе – ул тотороҡлоҡ.  2025 йыл тап шуныһы менән хәтерҙә ҡалды.Ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуғанда конструктив фекер алышыу, аңлатыу һәм аңлашыу юлы булыуын киң йәмәғәтселек аңланы. Сөнки власть асыҡтан-асыҡ диалог юлын беренсе урынға ҡуйҙы.

Социаль-иҡтисади
тотороҡлолоҡто ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Был йыл бик күп мөһим проекттарҙы тамамлау осоро булды – көтөлгән социаль объекттар сафҡа инде, күпер, юлдар тапшырылды, халыҡ-ара кимәлдә яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килде. Социаль-иҡтисади һәм сәйәси йомғаҡтар буйынса төҙөлгән федераль рейтингка ярашлы Башҡортостан Топ-5 төбәк исемлегенә индерелде. Бында үрҙә билдәләнгән сәйәси ҡаҙаныштар ҙа, инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән алып барылған эштәр ҙә, төбәк иҡтисадын нығытыу буйынса үҙләштерелгән яңы йүнәлештәр ҙә күҙ уңында тотолған. Тағы ла республика етәкселеге эшмәкәрлеге федераль үҙәк тарафынан әүҙем хуплана, айырыуса 2025 йылда төбәккә ҙур иғтибар бүленде.

Башҡортостан мәҙәни һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙе халыҡ-ара кимәлдә танытыусы республика тип танылды. Шулай тигәндә әлеге геополитик шарттарҙа беҙҙең республиканың ЮНЕСКО менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге юғары баһаланыуын билдәләйбеҙ.Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан тыш Тажикстан менән бәйләнештәр нығына. Улай ғына түгел, Башҡортостан Рәсәй яғынан төп партнер булараҡ сығыш яһай.

Шулай итеп, эске һәм тышҡы сәйәсәт күрһәткестәре буйынса Башҡортостан 2025 йылды уңыштар менән тамамлай, һәр йәһәттән әүҙем эшмәкәрлектең 2026 йылда ла ошондай уҡ темпта дауам итеүен теләйбеҙ.
💯53💩1
Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителә.

Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл ҡотлауы сиктәрендә белдерҙе. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылы концепцияһын үҙ эсенә ала. Сөнки, Башҡортостан беренсе сиратта күп милләтле ҙур һәм берҙәм ғаилә булараҡ данлы.

Икенсенән, бөгөн ил кимәлендә күп балалы ғаиләләргә иғтибар беренсе урында. Тимәк, быйыл Башҡортостанда ла ошондай ғаиләләргә айырым илтифат буласаҡ.

Ошо ике йүнәлеште бергә ҡушып төрлө милләт вәкилдәренең ишле ғаиләләр парадын (конкурсын) ойошторорға мөмкин. Ғаилә йолаларын пропагандалау, махсус йылды тамамлаусы сағыу тамаша булыр ине.
5👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һәр ата-әсә "телебеҙ бөтә" тип кәрәк- кәрәкмәгәндә яр һалғансы, ошолай үҙ балаһы менән туған телендә аралашһа икән.
Ләйләкәй йәш һәм һәләтле йырсы Алиса Жумагалиева менән блогер, хәрби Азамат Азаматовтың балаһы. Ике йәш ярымлыҡ ҡыҙҙары менән улар тик башҡортса ғына аралаша - республиканан бик алыҫта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан. Вәт, афарин!

Видео Азамат Азаматовтың шәхси сәхифәһенән.
👍7🔥4