Һин. Шиғыр. Донъя. – Telegram
Һин. Шиғыр. Донъя.
675 subscribers
1.4K photos
162 videos
2 files
1.29K links
Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot

Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja
Download Telegram
🌅🛤🌁
Офоҡ артында – йәнә офоҡ,
юл сатынан һуң – тағы юл саты.
Әллә һин һайлайһың, әллә – һине:
ҡағиҙәләр – ҡыҙыҡ, ҡанун – ҡаты...
Уңға китһәң әгәр?..
Йә һулғамы?..
Уңһаң да һин, туңһаң да...
Барыһы ла
нисек бар – шулай ҡалһын:
Саҡрымдарҙы һыйпап табан менән
әйләндерешәһең бит һин дә ер шарын.
Ай бараһын көн үтәһең,
көн бараһын – йыл буйы.
Таңың ата һинең кискә табан,
иртәнсәк ҡояшың байый...
Юлыңдың башы ла юҡ,
аҙағы ла –
ҡуласаға сыҡтың, ахыры.
Бәлки, тапанаһыңдыр, алйып,
һаман бер урында, эй, бахыр!..

...Ҡабат-ҡабат әйттеләр бит
дуҫтар, яҡындар, туғандар:
“Сыҡма
юлдан, еңмеш,
барыһы барған асфальттан бар!”
Ә һин артыҡ үҙ һүҙле, имеш:
алдыңда – үртәлгән күперҙәр,
артыңда өтөлгән хыялдар.
Һинең сәғәтеңдең йөҙөндә
бары ике һан –
тик ике һүҙ:
тыуым һәм үлем.
Һинең компасыңда тик бер тараф:
ҡайҙа боролһаң да – “УНДА ТҮГЕЛ!”
Ә һин, атла, еңмеш, туҡтама –
йәнеңде услап, шиктәреңде уртлап...
Финал яҡын:
барыбер дүрт – ике-икең.
Донъя бер саҡ алдыңа теҙләнер ҙә
шым ғына әйтер:
“МИН – ҺИНЕКЕ!..”

#АзаматЮлдашбаев
11👍9❤‍🔥3
💦💦💦

Көн дә яуыр, төн дә яуыр
Ергә аҡ ямғыр.
Юйып күңел юшҡындарын,
Был һыуҙар ағыр.
Төшә мең-мең тамсылар
Гүйә, ҡамсылар.
Бармы ошо мәлдәрҙән
Аралыусылар?
Күктә йөҙә ҡара болот -
Һутҡа ер тулыр.
Таң атып ҡояш ҡалҡыр ҙа,
Яңы көн тыуыр.
Яғымлы ямғыр,
Эй, донъям, яңыр.
Күкрәп бөткән үткәндәрҙән,
Тик сафлыҡ ҡалыр!

#ДаянТеүәлбаев

📝Беҙгә килгән хаттарҙан
🔥98
👔🕰️💬

Заманында беҙ малайҙар инек,
Йүгереп йөрөй инек урамда,
Донъя нисек - шулай ҡабул итеп,
Көләинек ҡыҙыҡ булғанда,
Илай инек ҡыйын булғанда...
Йүгереп йөрөй инек урамда.

Шул малайҙар хәҙер важныйландыҡ:
Эре һиптерәбеҙ борсаҡты,
Сүпләп-сүпләп кенә һөйләшәбеҙ,
Кирә төшөбөрәк ҡорһаҡты.

Урамдарҙа йүгереп йөрөү ҡайҙа!
Атлап йөрөү ҙә аҙ - "так сибә".
Эшкә барыу, ҡайтыу - машинала
Гулять һалдырыуҙар - таксиҙа.

Малай саҡтың рәхәт ябайлығы
Онотолған инде - белмәйбеҙ:
Илар саҡтар була - иламайбыҙ,
Көлөр саҡтар була - көлмәйбеҙ.

Шаярмайбыҙ, имеш, ололарға
Уйын-көлкө-фәлән килешмәй,
Ҡайберәүҙәр хатта, килешмәй, тип
Йәшлек дуҫы менән күрешмәй.

Ят шикелле хәҙер малайҙарҙың
Урамдарҙа йүгереп йөрөгәне.
Шулай беҙгә аҡыл керә микән,
Әлә сыға микән кергәне.

#ӘнғәмАтнабаев

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
10👍8❤‍🔥3
Һағышлы көҙ 💭💦🍂

Һары көҙҙәр һағыш алып килә,
Моңһоулана, хисле күңелем.
Хисле күңел һағышланған мәлдә,
Ямғыр менән һыйлай миҙгелем.

Һары көҙҙәр, айырыуса матур,
Һағыш бөркөлһә лә күңелдән...
Һине лә мин, һары көҙ ҙә таптым,
Һары япраҡ, ергә һибелгәс.

Көҙгө елдәр тәҙрә сиртә бөгөн,
Сәләмеңде ахыры килтергән.
Алыҫ арабыҙҙы яҡынайтып,
Ямғырын да, ҡушып ебәргән.

Ямғыр тамсылары битем йыуа,
Иламайым бөгөн бары ла.
Иртәгә бит матур таңдар тыуыр,
Осрашырбыҙ әле тағы ла.

Эй, һары көҙ, һинән матурыраҡ,
Миҙгел бар мы икән донъяла?!
Һары көҙгә ғашиҡ тотҡан йәндең,
Йөрәгендә һөйөү ярала.

Хыялдарға сумам, һары көҙҙә,
Урмандар бит, алтын төҫөндә.
Әбейҙәрҙең сыуаҡ көндәре лә,
Йылылығын бирә күңелгә.

#ЗәлифәБайышева 🧡

📝Беҙгә килгән хаттарҙан
17👍6🤗1
🤫🤔🫣

Уҫал булһаң, өнәмәйҙәр,
Яуыз булһаң, күрәлмәйҙәр,
Йомшаҡ булһаң, илаталар,
Ғәҙел булһаң, ҡыйнаталар.

Асыҡ булһаң, турһаялар,
Үпкәләһәң, тырпаялар,
Йомарт булһаң, гел талайҙар,
Һаран булһаң, яратмайҙар.

Күп һөйләһәң, мәнһеҙ тиҙәр,
Аҙ һөйләһәң, телһеҙ тиҙәр.
Шаян булһаң, шайтан тиҙәр,
Сабыр булһаң, хайуан тиҙәр.

Ярап булмаҫ был кешегә,
Ғәйеп табар һәр эшеңдә.
Кеше һүҙен ситкә ҡуйып,
Йәшәйемсе үҙем булып.

Кәрәк саҡта шайтан булып,
Кәрәк саҡта хайуан булып,
Кәрәк саҡта әрһеҙ булып,
Мәнһеҙ булып, йәмһеҙ булып,
Уҫал булып, йыуаш булып,
Асыҡ булып, ябыҡ булып...
Кемдең кемдә эше бар тип,
Йәшәй бирәм үҙем булып.

#ГөлнурКамал-Ибраһим

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
28👍6🔥2
💔💭😌

Ҡайтты донъя үҙ яйына, үҙ ярына
Һинән ғарҡ, һинән азат мин.
Һөйөү түгел, юҡ, фәрештә түгел,
Әсе һағыш, оло ғазап һин.
Юҡ кәрәкмәй серле йылмайыуың,
ҡулдарың да түгел шифалы.
Һин айҡаған,
Һин балҡыған йыһан сихри түгел,
Ҡараңғы тар бүлмә ни бары.
Унда янған шәм дә ҡояш түгел,
Ике кәсә тынған өҫтәлдә...
Мин дә тынам һәм онотам һине,
Бер йөк төшөр, шөкөр, өҫтөмдән.
Үпкә лә юҡ, хатта үкенес тә,
Яйлап ҡына һинән төңөләм.
Машинама ултырам да ҡасам,
Мин ирекле, азат бөгөндән.
Мин ҡуҙғалдым... Машинала ҡалған,
Онотолоп ҡалған ал яулығың.
Ҡулға алам. Бөркөй һинең еҫ.
Һинең йылың,
Һинең тының,
Һинең һының – унда.
Ҡалай танһыҡ, ҡалай... кинәнес.

#МөнирҠунафин
10💔3❤‍🔥2🔥1
Байрам менән!!! 💙🤍💚
11
Һағынам 💭💔🕰️

Эх, ул яҙҙар, бөгөнгөләй иҫтә:
Хеҙмәт итеп ҡайтҡан йәш сағым,
Көтмәгәндә һине осраттым мин -
Ауылымдың иң һылыу ҡыҙын.

Һөйөү алып килгән ул яҙҙарым
Татлы хистәр насип итмәне,
Йөрәк түрҙәрендә йөрөтһәм дә,
Һин һайланың башҡа кешене.

Ә мин күндем... Мин ниңәлер күндем.
Ваҡыт баҫты йөрәк яраһын.
Һинең моңһоу күҙҙәреңде эҙләп
Башҡаларҙа таптым дауаһын.

Бәхет булманы тип зарланмайым,
Бәхетлемен, барына шөкөр,
Әммә шул хатаһыҙ үтһә икән
Бер генә бирелгән был ғүмер.

Эх, ҡайтаһы ине бер әйләнеп
Шул юлдарҙан тормош яҙына,
Күпме йылдар һинһеҙ, ә мин һаман
Һинең күҙҙәреңде һағынам.

#ГүзәлиәИшмурзина

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
17💘4
🩶
Ҡатындарҙың ирҙәренән уңғаны бар,
Уңмайынса ярты юлда туңғаны бар.
Ирҙәренең ҡәҙерҙәрен белмәйенсә,
Сит яҡтарға бәхет эҙләп сапҡаны бар.
Бәхет эҙләп һайланғаны,көткәне бар,
Бер тапҡыр ҙа иргә сыҡмай ҡартайғаны.
Һайланып та һаҙға батҡан саҡтары ла,
Ҡатындарҙың ирҙәр менән буталғаны.
Ҡатындарҙың эске менән дуҫ булғаны,
Ирен хурлап бар донъяны тултырғаны.
Яҡшы ирен,балаларын ҡалдырғаны,
Ирҙән - иргә югереп йөрөп аҙашҡаны.
Сабыр итмәй ,түҙә белмәй торғандары,
Буш һүҙ һөйләп кешеләрҙе ҡаңғыртҡаны.
Бәхет табып көтмәгәндә юғалтҡаны,
Үҙен уйлап,үҙен генә ҡайғыртҡаны.
Ғаиләләрен,үҙ ирҙәрен хурлаусылар,
Аллаһынан бер тамсы ла ҡурҡмаусылар.
Уйлағыҙсы ҡиәмәттең көнө етер,
Аллаһ һеҙгә шул ваҡытта нимә тиер?
Ә кем инде үҙ ирҙәрен хөрмәт иткән,
Тоғро булып бәхеттәрен һаҡлап ҡалған.
Аллаһ улар өсөн сәскәләрҙән,
Ожмах баҡсалары өсөн юлдар һалған.
Ҡатындарҙың ирҙәренән уңғаны бар,
Уңмайынса ярты юлда туңғаны бар.
Сабыр итеп түҙә белһәң Аллаһ бирер,
"Ожмах юлы әҙерләнем һиңә"- тиер.

#ФәниәСыңғыҙова
📝Беҙгә килгән хаттарҙан
12👍8❤‍🔥3👎2
ҒӘЖӘП ЭШ ☀️🌟💫

Бик ғәжәп эш!.. Мин кисә кискә табан ҡайтып киләм,
Шунда алдымда янып, балҡып тороусы нур күрәм.

Ошо нур - ҡояш нуры тиһәм, ҡояш батҡан ваҡыт,
Ай тип әйтһәң, был түгелдер, - тулған ай ҡалҡҡан ваҡыт.

Аҙаҡ белдем ошо нурҙың миңә ҡайҙан килгәнен:
Тап ошо саҡта урамға сыҡҡан икән һөйгәнем!

#МәжитҒафури

Һин.Шиғыр.Донъя
24
💫🌟

Беҙ теребеҙ әле, беҙ йәшәйбеҙ,
Тимәк, әле мөмкин төҙәтеп
Белеп-белмәй ҡылған хаталарҙы,
Яҙмыштарҙы мөмкин үҙгәртеп.

Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел бит
Кемдәргәлер рәхмәт әйтергә,
Кемдәрҙелер кисерергә мөмкин,
Яҡшылығын алып хәтергә.

Беҙ теребеҙ әле. Ер өҫтөнән
Ябылмаған йөрөр юлыбыҙ,
Осрашырға, күрешергә кәрәк –
Юҡһа һуңға ҡалып ҡуйырбыҙ…

Беҙ теребеҙ әле! Үкенесһеҙ
Йәшәп үтер өсөн ғүмерҙе,
Берҙәм, татыу, ихлас булайыҡсы!
Йәшәйексе биҙәп ил, ерҙе!

Һәммәбеҙҙә юҡ-бар өсөн дә бит
Келт итергә торған бер күңел…
Кисерәйек дәррәү хаталарҙы –
Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел!

#ФирүзәАбдуллина

Һин.Шиғыр.Донъя
15🔥11❤‍🔥3👍1💘1
🫢💭❤️‍🩹

"Һин минән бәхетлерәкhең,- тип
Әйтеп ҡуйҙы бер мәл танышым, -
Бошона белмәйhең ауырлыҡҡа,
Һағышланмай алсаҡ ҡарашың..."

Өндәшмәнем, бары йылмайҙым мин,
Шул йылмайыу һаҡлай серемде -
Күптән инде ҡалҡан булып баҫып,
Яҡлай минең һаҡ күңелемде.

Бик тә һөйләр инем хәлдәремде,
Бөртөгөнә тиклем, тиненә
Бушатыр ҙа инем күнелемде,
Хәсрәтемде һалып иңенә...

Һүҙ әрәм итмәйем көрәштереп,
Ишара етә аңлағанға:
Көслө, сая, алсаҡ булаһың шул
Ышаныр кешең булмағанға.

Бәлки бер аҙ дөрөҫлөк тә барҙыр
Танышымдың әйткән һүҙендә -
Бәхетлемен, сөнки ышанысым,
Барлыҡ таянысым үҙемдә...

#ГүзәлиәИшмурзина - Хәкимьянова
18
ӘЛЛӘ НИСЕК🤷💔💬

Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү,
Етәкләшеп, бер ҙә үтмәнек.
Алһыу ғына таңдар атҡан саҡта,
"Яратам" тигән һүҙҙәр әйтмәнек.

Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү,
Йондоҙ атылғандай юғалды.
Татлы минуттарҙы ғазап итеп,
Мәңгелеккә ҡарай юл алды.

Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү,
Саҡрымдарҙа ҡалды юйылып.
Һағыш тулы ҡараштарың ғына
Йөрәгемдә ҡалды уйылып.

#ХәмитКарамалинский

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
💔6👍52👎1
🕖🏡🤍

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,
Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,
Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,
Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,
Көтә тәмлекәстәр бешереп,
Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,
Төндә эсә дарыу йәшереп.

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,
Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,
“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!”-
Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.

Эстән генә доғаларын уҡып,
Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,
Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,
Беҙ китәбеҙ шулай илатып.

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!
Сикәһенә терәп сикәне,
“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - тип
Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,
Йөрәгенә килер еңеллек…
Ошо йөрәк әле типкән саҡта
Ашығайыҡ өйгә иң элек!

#ФирүзәАбдуллина

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
24💔2
ТӨН 🌟💫

Йомарланған болот- яҫтыҡ,
Йылытмаған томан- юрғаны.
Иҙәндәге балаҫ - ысыҡ,
Сирҡандыра, бирмәй тыныслыҡ.

Күңелемә эҙләп йылы ышыҡ,
Ашҡынамын төнгө даръяға.
Ә күктәге йондоҙ-Ҡаҙыҡ,
Моңһоу ғына баға донъяға.

Төн көмбәҙен матур биҙәп,
Йымылдаша мең-мең йондоҙҙар.
Йөрәгемде өлпөрәтеп биләп,
Ағылалар уйҙар-тулҡындар.

Күк карабы-ҡыйырсыҡ ай,
Бәүелә лә йондоҙ-диңгеҙҙә.
Якорь ташлап торор урын,
Табылмайсы һаман минең күңелдә.

#ХәмитКарамалинский

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
7👍1
БИРЕШМӘЙЕМ 🤫🤐🙂

"Бәйләнештә" селтәрендә тормошом - байрам!
Ысынында һынып -сатнап мин алға барам.
Күҙ йәштәремде түгәм дә, уларҙы һөртәм,
Ауыр -ауыр ғазаптарҙы йөкмәп йөрөтәм.

Күңелемдә бөтмәҫ даръя - хыял ташҡыны
(Әллә ҡайҙа алып ташлай мине ашҡынып).
Һаҡмарыма һоҡланам да шиғырҙар теҙәм.
Һөйөү утында янам да, һүрелһә - түҙәм.

Йөрәккәйем тибә көн дә, тимәк Йәшәйем,
Бәхет ҡошом - аҙымдарым, мин бирешмәйем!

#НәзиләБайғужина

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
19👍4
ҠЫҘЫМА 🩷

Әле генә ҡурсаҡ уйнап,
Йөрөй инең янымда.
Ҡурсаҡ ҡына кеүек инең,
Үҙең дә шул сағында.
Айҙан нурлы, гөлдәй наҙлы,
Ҡыҙым минең – йөрәгем.
Ғүмеремдең иң ҡәҙерле,
Хоҙай биргән бүләгем.
Елдәр кеүек, йылдар үтә,
Үҫкәнеңде һиҙмәнем.
Ҡулдарыңда –ҡурсаҡ түгел,
Хәҙер кескәй ейәнем.

#ЛираХайруллина

🫶 Һин.Шиғыр.Донъя
21👍5🔥5
💫🌟

Кемдер берәү төштәремә инде,
Иркәләне наҙлап сәсемдән.
Ымлап ҡына ниҙер аңлатты ул,
Кәлимәһе уның өс һүҙҙән.

Шул уҡ берәү өндәремдә мине
Ҡурсаланы хатта алыҫтан.
Әйтерһең дә, мине таба алмай,
Әйтерһең дә, ваҡыт аҙашҡан.

Шул уҡ кеше тиеп аңланым мин:
Фәрештәләй баҫты яныма.
Бер илаһи ҡеүәт менән, гүйә,
Яңы тәҡәт һалды ҡаныма.

Артымдан да ҡарап ҡалды кеүек,
Гүйә, ҡорған ине ҡарашы.
Минең өсөн хафаланды төҫлө,
Ҡуймаһын тип Ерҙә аҙашып.

Төшөмдә тик йөҙөн күрәлмәнем,
Һин булдыңмы икән ул, йәнем?!
Мин белмәйем, бары тойҙом ғына,
Һин булыуын ғына теләнем.

#ЛарисаАбдуллина
8❤‍🔥5🔥4
ХУШЛЫ ГӨЛДӘР 💐

Ҡарҙар яуа, юлдар ҡаплай,
Табам һинең эҙҙәреңде.
Ғүмер буйы йөрәк һаҡлай
Наҙҙар биргән йөҙҙәреңде.

Көслө буран, әйҙә шаула,
Шаулы моңдар алыҫ китә,
Тимер атым, юлдан тайма,
Киләм, иркәм шатлыҡ көтә.

Осам һиңә, дауыл тынмай,
Еләм алға, тойғом барҙа.
Етеп киләм,йәнем талмай,
Эҙең ҡалған яуған ҡарҙа.

Таныш һуҡмаҡ йортҡа керә,
Тере сәскәм ҡулда минең,
Балҡый ҡояш, йәнә күрәм,
Хушлы гөлдәр һиңә бирәм ❤️.

#ДаутАмерханов
12🔥6
Ҡәҙерле дуҫтар🤗!


Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ❄️💫!

Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!

Күңелдәрегеҙҙе яҡшы хәбәрҙәр, матур шиғырҙар йылытып, йөрәктәрегеҙҙе илһам ҡошо һайрауы ҡыуандырып торһон🌟!

Беҙҙең менән бергә булыуығыҙ өсөн рәхмәт 🌟❤️!
23