😍🍁🌟
Иң һағынғаным һинең күҙҙәрең,
Күрһәм һинең күҙҙәрең бөтөр минең көҙҙәрем.
Йә, ҡара әле... Борол һылыуым!
Күңел ҡараһын яҡтырт йондоҙом!
#ИсламҠормашев
t.me/shigridonja
Иң һағынғаным һинең күҙҙәрең,
Күрһәм һинең күҙҙәрең бөтөр минең көҙҙәрем.
Йә, ҡара әле... Борол һылыуым!
Күңел ҡараһын яҡтырт йондоҙом!
#ИсламҠормашев
t.me/shigridonja
✨🌟✨
Нурлы йондоҙҙар йыһанды яҡтырта,
Тик берәүһе генә һәр саҡ телемдә,
Янмаһала йөрәк ул тиеп ялҡында.
Тик башҡалар менән ҡарҙар күңелдә.
Әгәр ҙур шиктәр тыуһа йөрәктә,
Бар өмөтөм минең ошо Йондоҙҙа.
Тик сәбәп түгел яҡты нурында,
Нур һис тә кәрәкмәй уның янында.
Иннокентий Анненский
(И.Ҡормашев тәржемәһе)
t.me/shigridonja
Нурлы йондоҙҙар йыһанды яҡтырта,
Тик берәүһе генә һәр саҡ телемдә,
Янмаһала йөрәк ул тиеп ялҡында.
Тик башҡалар менән ҡарҙар күңелдә.
Әгәр ҙур шиктәр тыуһа йөрәктә,
Бар өмөтөм минең ошо Йондоҙҙа.
Тик сәбәп түгел яҡты нурында,
Нур һис тә кәрәкмәй уның янында.
Иннокентий Анненский
(И.Ҡормашев тәржемәһе)
t.me/shigridonja
🕊💌📝
Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр,
Ара яҡын тиеп тормасы.
Ара яҡын булыу менәнме ни?! —
Арттан яттар ҡарап торғас тын.
Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр,
Йөрәгеңдең һал да йылыһын.
Ул яҙ алып килер ҡошсоҡ булыр
Ә яттарҙың күңеле тыйылыр.
#ҠәҙимАралбай
t.me/shigridonja
Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр,
Ара яҡын тиеп тормасы.
Ара яҡын булыу менәнме ни?! —
Арттан яттар ҡарап торғас тын.
Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр,
Йөрәгеңдең һал да йылыһын.
Ул яҙ алып килер ҡошсоҡ булыр
Ә яттарҙың күңеле тыйылыр.
#ҠәҙимАралбай
t.me/shigridonja
❤1
ХАТ АЛДЫМ...💌
Һинән, ниһәйәт, хат алдым,
бəғерем!
Беләм йөрәктән сыҡҡа һүҙ
ҡәҙерен.
Көтөп хатыңды нисә көн
зарыктым,
Хәсрәтле донъянан тамам
тарыҡтым.
Ярҙамға әҙер булғаның
өсөн дә
Аҙаплы юлда өҫтәлде
көсөм дә.
Арыу-талыуһыҙ мин хәҙер
эшемдә!
Тик һинән хат алдым...
бары төшөмдә.
#ҠәҙимАралбай
t.me/shigridonja
Һинән, ниһәйәт, хат алдым,
бəғерем!
Беләм йөрәктән сыҡҡа һүҙ
ҡәҙерен.
Көтөп хатыңды нисә көн
зарыктым,
Хәсрәтле донъянан тамам
тарыҡтым.
Ярҙамға әҙер булғаның
өсөн дә
Аҙаплы юлда өҫтәлде
көсөм дә.
Арыу-талыуһыҙ мин хәҙер
эшемдә!
Тик һинән хат алдым...
бары төшөмдә.
#ҠәҙимАралбай
t.me/shigridonja
😔😔😔
Гел шаярҙы тормош минең менән,
Мин шаярҙым, уға этләшеп:
Ҡайғыларҙа, ауыр эштәремдә
Уйын - көлкө булды иптәшем.
Көлөп килде миңә һөйөү яҙым,
Ҡулын һуҙҙы, ихлас йылмайып.
Уйнап - көлөп гиҙҙем нурға сумған
Гөл - сәскәле йәшлек туғайын...
Юҡҡа сыҡты яҡты хыялдарым.
Көскә тыйып йөрәк әрнеүен,
Шаян йырҙар эҙләп йыуандым мин,
Уйын ине әйткән һәр һүҙем.
Хәҙер инде, байҡап оҙон юлдар,
Үтеп төрлө тормош елдәрен,
Утлы һағыш түгеп ҡаршылайым
Йәшлегемдең һуңғы көндәрен.
Тик һаман да шундай осраҡтарҙа
Һорап тормай холоҡ - фиғелен,
Тормошомдоң уҫал уйынына
Шаян яуап эҙләй күңелем.
#ДамирШәрәфетдинов
t.me/shigridonja
Гел шаярҙы тормош минең менән,
Мин шаярҙым, уға этләшеп:
Ҡайғыларҙа, ауыр эштәремдә
Уйын - көлкө булды иптәшем.
Көлөп килде миңә һөйөү яҙым,
Ҡулын һуҙҙы, ихлас йылмайып.
Уйнап - көлөп гиҙҙем нурға сумған
Гөл - сәскәле йәшлек туғайын...
Юҡҡа сыҡты яҡты хыялдарым.
Көскә тыйып йөрәк әрнеүен,
Шаян йырҙар эҙләп йыуандым мин,
Уйын ине әйткән һәр һүҙем.
Хәҙер инде, байҡап оҙон юлдар,
Үтеп төрлө тормош елдәрен,
Утлы һағыш түгеп ҡаршылайым
Йәшлегемдең һуңғы көндәрен.
Тик һаман да шундай осраҡтарҙа
Һорап тормай холоҡ - фиғелен,
Тормошомдоң уҫал уйынына
Шаян яуап эҙләй күңелем.
#ДамирШәрәфетдинов
t.me/shigridonja
🌏⚔💂♂
Илем, илем... Килер көндө ҡурсып,
Мин дә баҫам улар эҙенә.
Һалдат ҡайышынан беҙ тарыҡһаҡ,
Кейҙерерҙәр ерҙең үҙенә.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
Илем, илем... Килер көндө ҡурсып,
Мин дә баҫам улар эҙенә.
Һалдат ҡайышынан беҙ тарыҡһаҡ,
Кейҙерерҙәр ерҙең үҙенә.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
🌊💨🌨
Һағындым!
Һағыныуҙарымды
Һөйләйем һуң кемдәргә?
Кемдәр аңлар хәлдәремде?
Кем иретер йәндәремде?
Һағындым!
Һағыныуымды
Һөйләнем тулҡындарға.
Нимә тип әйтһен тулҡындар-
Үҙҙәре упҡындарҙа.
Һағыныуымды һөйләнем
Иртән иҫкән елдәргә.
Тәҙрә төптәремдә үҫкән
Шау сәскәле гөлдәргә.
Серҙәр итеп кенә әйттем,
Йондоҙҙарға һәм айға.
-Һағындым!-тип яҙып ҡуйҙым
Яңы яуған аҡ ҡарға.
Һине һағыныуҙарымды
Белмәгәндәр бик һирәк:
Тауҙар белде, белде урман,
Дим буйындағы тирәк...
Һине генә һағыныуымды
Әйткәйнем-өндәшмәнең...
Туңды ла ҡуйҙы йөрәк!..
Иланы яңғыҙ тирәк!..
#ГөлнурҒиззәтуллина
t.me/shigridonja
Һағындым!
Һағыныуҙарымды
Һөйләйем һуң кемдәргә?
Кемдәр аңлар хәлдәремде?
Кем иретер йәндәремде?
Һағындым!
Һағыныуымды
Һөйләнем тулҡындарға.
Нимә тип әйтһен тулҡындар-
Үҙҙәре упҡындарҙа.
Һағыныуымды һөйләнем
Иртән иҫкән елдәргә.
Тәҙрә төптәремдә үҫкән
Шау сәскәле гөлдәргә.
Серҙәр итеп кенә әйттем,
Йондоҙҙарға һәм айға.
-Һағындым!-тип яҙып ҡуйҙым
Яңы яуған аҡ ҡарға.
Һине һағыныуҙарымды
Белмәгәндәр бик һирәк:
Тауҙар белде, белде урман,
Дим буйындағы тирәк...
Һине генә һағыныуымды
Әйткәйнем-өндәшмәнең...
Туңды ла ҡуйҙы йөрәк!..
Иланы яңғыҙ тирәк!..
#ГөлнурҒиззәтуллина
t.me/shigridonja
❄️💃🔥
Шат инең, шуҡ инең,
Ут инең гелән һин.
Уйнаның, уйнаның
Йөрәгем менән һин.
Йә сөйҙөң күктәргә,
Йә, ергә ырғыттың,
Туңдырҙың таш итеп,
Ташҡындай урғылттың.
Мин торҙом hоҡланып,
Бep ситтә - йөрәкheҙ.
Алйот hам бәхетле
Булабыҙ һирәк беҙ.
Онотолған бар донъя.
Йөрәгем үҙе лә.
Текләнем һоҡланып,
Инерҙәй күҙеңә
Сөм ҡара сәстәрең
Урала ялҡындай.
Бәхетем, бәхетем
Шул тиклем яҡынлай...
Үрел дә ал һымаҡ,
Гел дөрләр наҙ һымаҡ.
Мин һулар һауа ла
Бал һымаҡ, бал һымаҡ.
Ут төрҙөң йөрәккә
Уйнапмы, ысынмы...
Эй йөрәк осондо,
Осондо, осондо...
Һәм уны бәрҙең дә,
Шарҡылдап, ҡулыма,
Һин киттең тағы ла
Осоп үҙ юлыңа...
Һин киттең, мин ҡалдым,
Йөрәгем - ут тулы.
Һибелә ян-яҡҡа,
Һибелә осҡоно...
Һибелә яҙҙарҙа,
Көндәрҙә, төндәрҙә..
Кемдәр тейер ул,
Тейер ул кемдәргә?
Шат инең, шуҡ инен,
Ут инең гелән һин.
Уйнаның, уйнаның
Йөрәгем менән һин...
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
Шат инең, шуҡ инең,
Ут инең гелән һин.
Уйнаның, уйнаның
Йөрәгем менән һин.
Йә сөйҙөң күктәргә,
Йә, ергә ырғыттың,
Туңдырҙың таш итеп,
Ташҡындай урғылттың.
Мин торҙом hоҡланып,
Бep ситтә - йөрәкheҙ.
Алйот hам бәхетле
Булабыҙ һирәк беҙ.
Онотолған бар донъя.
Йөрәгем үҙе лә.
Текләнем һоҡланып,
Инерҙәй күҙеңә
Сөм ҡара сәстәрең
Урала ялҡындай.
Бәхетем, бәхетем
Шул тиклем яҡынлай...
Үрел дә ал һымаҡ,
Гел дөрләр наҙ һымаҡ.
Мин һулар һауа ла
Бал һымаҡ, бал һымаҡ.
Ут төрҙөң йөрәккә
Уйнапмы, ысынмы...
Эй йөрәк осондо,
Осондо, осондо...
Һәм уны бәрҙең дә,
Шарҡылдап, ҡулыма,
Һин киттең тағы ла
Осоп үҙ юлыңа...
Һин киттең, мин ҡалдым,
Йөрәгем - ут тулы.
Һибелә ян-яҡҡа,
Һибелә осҡоно...
Һибелә яҙҙарҙа,
Көндәрҙә, төндәрҙә..
Кемдәр тейер ул,
Тейер ул кемдәргә?
Шат инең, шуҡ инен,
Ут инең гелән һин.
Уйнаның, уйнаның
Йөрәгем менән һин...
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
🕐🏹❤️
Секундтар, секундтар оса!
Мәңгелектең серле йәйәһенән
Атылған уҡ, тылсымлы
Тейә тора сәпкә туҡ-туҡ,
Туҡ!.. туҡ!.. туҡ!.. туҡ!..
Сәп – йөрәгем! Әйҙә, ул уҡ
Йөрәгемде тишеп үтһен,
Һәм - үтешләй - ғүмеремдең
Бер тамсыһын эсеп китһен!
Ләкин миңә һәр секундтан
Йыр, бәхет, нур ҡала барһын,
Һәм йөрәгем һәр секундҡа
Үҙ тамғаһын һала барһын.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
Секундтар, секундтар оса!
Мәңгелектең серле йәйәһенән
Атылған уҡ, тылсымлы
Тейә тора сәпкә туҡ-туҡ,
Туҡ!.. туҡ!.. туҡ!.. туҡ!..
Сәп – йөрәгем! Әйҙә, ул уҡ
Йөрәгемде тишеп үтһен,
Һәм - үтешләй - ғүмеремдең
Бер тамсыһын эсеп китһен!
Ләкин миңә һәр секундтан
Йыр, бәхет, нур ҡала барһын,
Һәм йөрәгем һәр секундҡа
Үҙ тамғаһын һала барһын.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
МОНОЛОГ🧎
Ҡайырһалар
Ҡабырғалар берәм-берәм
сатнар кеүек,
Сиккә еткән ярһыулыҡтан
Мейе түҙмәҫ,
шартлар кеүек.
Был ауырлыҡ һөйәктәргә
иҫкәрмәлә ҡаралмаған.
Әҙәми зат
Бындай! йөктө күтәрергә
яралмаған.
Тик нишләптер
һин тиҫкәре,
ҡайҙан һиндә бөтмәҫ сабыр,
Үҙһүҙлелек?
Бына бит сик,
Ташла, ташла,
бирел,
ябыл.
Күтәр инде аҡ әләмең,
тиҙлегеңде төшөр,
туҡта,
сыҡ та ултыр
юл сатына,
Хыял көсһөҙ
өмөт юҡта!
Донъя шулай монологын тамамлай ҙа
көтә икән.
Тик нишләп һуң,
ысынлап та,
һин бирелһәң,
һатлыҡ йәнгә ҡарағандай,
һүҙһеҙ генә
күҙгә тура
бер ҡарай ҙа,
китә икән?
#РезедаШәрифуллина
t.me/shigridonja
Ҡайырһалар
Ҡабырғалар берәм-берәм
сатнар кеүек,
Сиккә еткән ярһыулыҡтан
Мейе түҙмәҫ,
шартлар кеүек.
Был ауырлыҡ һөйәктәргә
иҫкәрмәлә ҡаралмаған.
Әҙәми зат
Бындай! йөктө күтәрергә
яралмаған.
Тик нишләптер
һин тиҫкәре,
ҡайҙан һиндә бөтмәҫ сабыр,
Үҙһүҙлелек?
Бына бит сик,
Ташла, ташла,
бирел,
ябыл.
Күтәр инде аҡ әләмең,
тиҙлегеңде төшөр,
туҡта,
сыҡ та ултыр
юл сатына,
Хыял көсһөҙ
өмөт юҡта!
Донъя шулай монологын тамамлай ҙа
көтә икән.
Тик нишләп һуң,
ысынлап та,
һин бирелһәң,
һатлыҡ йәнгә ҡарағандай,
һүҙһеҙ генә
күҙгә тура
бер ҡарай ҙа,
китә икән?
#РезедаШәрифуллина
t.me/shigridonja
🦋🌝🌸
Фирри заттар кисен айға баҫып,
Наҙлыҡайым менән күрешкөн.
Бер-береһенә шунда ялғанышып,
Ай нурына һарылып үбешкән.
Шуны күреп, күктә хури заттар
Ғишыҡ көйөн йырлап бейешкән,
Шуны ишетеп, ерҙә күбәләктөр,
Гөл-сәсәктәр уйнап көлөшкән.
Зәңгәр күҙҙәренән шиғыр һибеп,
Көлөп тора минең фәрештәм,
Бер мин генә түгел, уны күреп,
Йыһан сәғәҙәткә ирешкән.
#ШәйехзадаБабич
t.me/shigridonja
Фирри заттар кисен айға баҫып,
Наҙлыҡайым менән күрешкөн.
Бер-береһенә шунда ялғанышып,
Ай нурына һарылып үбешкән.
Шуны күреп, күктә хури заттар
Ғишыҡ көйөн йырлап бейешкән,
Шуны ишетеп, ерҙә күбәләктөр,
Гөл-сәсәктәр уйнап көлөшкән.
Зәңгәр күҙҙәренән шиғыр һибеп,
Көлөп тора минең фәрештәм,
Бер мин генә түгел, уны күреп,
Йыһан сәғәҙәткә ирешкән.
#ШәйехзадаБабич
t.me/shigridonja
ЯҘҒЫ ЙӨРӘК 💚
Иртә яҙҙы һөйәм,
Иркә яҙҙы һөйәм,
Ер йәшлеген күрәм - һоҡланам.
Яҡты хистәр миңә
Татлы хистәр бирә, -
Мин шул хистәр менән туҡланам.
Берҙәм ҡанат ҡағып,
Ерҙән һәләт алып,
Кейек ҡаҙҙар ҡайта алыҫтан.
Тәнем сафлыҡ тоя,
Йәнем шатлыҡ йыя
Сыңлап үткән бер тауыштан.
Сумып яҡты йырға
Тулып аҡты йылға,
Тулҡын менән ябып үҙәнен.
Һәм шул йылға кеүек,
Илһамына күмелеп,
Ярһып типте яҙғы йөрәгем.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
Иртә яҙҙы һөйәм,
Иркә яҙҙы һөйәм,
Ер йәшлеген күрәм - һоҡланам.
Яҡты хистәр миңә
Татлы хистәр бирә, -
Мин шул хистәр менән туҡланам.
Берҙәм ҡанат ҡағып,
Ерҙән һәләт алып,
Кейек ҡаҙҙар ҡайта алыҫтан.
Тәнем сафлыҡ тоя,
Йәнем шатлыҡ йыя
Сыңлап үткән бер тауыштан.
Сумып яҡты йырға
Тулып аҡты йылға,
Тулҡын менән ябып үҙәнен.
Һәм шул йылға кеүек,
Илһамына күмелеп,
Ярһып типте яҙғы йөрәгем.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
КҮҘ НУРЫМ 🌅
Һин ураған юлды мин урайым,
Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын.
Һин һулаған яҙҙы мин һулайым,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм,
Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын.
Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
Кемдәр генә аңлар хистәремде,
Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым?
Елдәр генә һөйә сәстәремде,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
#ТаңһылыуҠарамышева
t.me/shigridonja
Һин ураған юлды мин урайым,
Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын.
Һин һулаған яҙҙы мин һулайым,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм,
Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын.
Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
Кемдәр генә аңлар хистәремде,
Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым?
Елдәр генә һөйә сәстәремде,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
#ТаңһылыуҠарамышева
t.me/shigridonja
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😄☀️😀
Күтәрҙем пәрҙәне - ҡояш көлдө миңә,
Астым ишекте - ғаләм көлдө миңә.
Сыҡтым тышҡа, баҡтым, йырлап атлап киттем -
Донъя һыйынды минең күкрәгемә.
Һыйынды ул һөйгән, дәртле һылыу ҡыҙҙай,
Яҡынлығын уның шундай мин хис итәм.
Уның уты ялмай, солғай, тарта мине,
Һулышы аша уйын, хисен, моңон ишетәм.
Ҡоштар һайрай миңә - ҡапыл йырлап ҡуям,
Елдәр менән бергә еләм, еләм, еләм.
Ер бәхетле шундай - мин бәхетле,
Ҡояш көлә миңә - мин дә көләм.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
Күтәрҙем пәрҙәне - ҡояш көлдө миңә,
Астым ишекте - ғаләм көлдө миңә.
Сыҡтым тышҡа, баҡтым, йырлап атлап киттем -
Донъя һыйынды минең күкрәгемә.
Һыйынды ул һөйгән, дәртле һылыу ҡыҙҙай,
Яҡынлығын уның шундай мин хис итәм.
Уның уты ялмай, солғай, тарта мине,
Һулышы аша уйын, хисен, моңон ишетәм.
Ҡоштар һайрай миңә - ҡапыл йырлап ҡуям,
Елдәр менән бергә еләм, еләм, еләм.
Ер бәхетле шундай - мин бәхетле,
Ҡояш көлә миңә - мин дә көләм.
#РәшитНазар
t.me/shigridonja
УЙҘАР 🤔
Мин килмәшәк булып тыуманым,
Оло юлдың йотоп туҙанын,
Һыйыныр ер тапмай донъяла,
Мин уҙғынсы булып уҙмамын.
Fәҙеллектeң тотоп бизмәнен, Хаҡлыҡ эҙләп илдәр гиҙмәмен,
Хаҡлыҡ, тимен, тыуған еремде
Һәм еремдең һәр бер биҙәген.
Мин түгелмен ерҙең ҡунағы.
Уның улы. Кеше туғаны.
Бит ватанһыҙ була ҡолдар ғына.
Ә мин хужа. Йәшем йыуманы
Был тупрaҡты. Тирем түгелде.
Һабан hөрҙөм, бөгөп билемде.
Ерҙән шытып сыҡҡан һәр бер һабаҡ
Шатландыра минең күңелде.
Заманымдың етеҙ ағышын, Кешеләрҙең бәхетен, һағышын,
Ҡош һайрауын, урман шаулауын
Бергә ҡушһа ине тауышым -
Йырға күсер ине уйҙарым.
Мин eрeмде маҡтап туймамын.
Тормош тын күл түгел. Тып-тын йәшәп,
Шып-шым ғына донъя ҡуймамын.
#МостайКәрим
t.me/shigridonja
Мин килмәшәк булып тыуманым,
Оло юлдың йотоп туҙанын,
Һыйыныр ер тапмай донъяла,
Мин уҙғынсы булып уҙмамын.
Fәҙеллектeң тотоп бизмәнен, Хаҡлыҡ эҙләп илдәр гиҙмәмен,
Хаҡлыҡ, тимен, тыуған еремде
Һәм еремдең һәр бер биҙәген.
Мин түгелмен ерҙең ҡунағы.
Уның улы. Кеше туғаны.
Бит ватанһыҙ була ҡолдар ғына.
Ә мин хужа. Йәшем йыуманы
Был тупрaҡты. Тирем түгелде.
Һабан hөрҙөм, бөгөп билемде.
Ерҙән шытып сыҡҡан һәр бер һабаҡ
Шатландыра минең күңелде.
Заманымдың етеҙ ағышын, Кешеләрҙең бәхетен, һағышын,
Ҡош һайрауын, урман шаулауын
Бергә ҡушһа ине тауышым -
Йырға күсер ине уйҙарым.
Мин eрeмде маҡтап туймамын.
Тормош тын күл түгел. Тып-тын йәшәп,
Шып-шым ғына донъя ҡуймамын.
#МостайКәрим
t.me/shigridonja
БАРЫБЕР! 🙃
Мин уҙғынсы түгел, -
Китеп барыусы.
Алғамы, артҡамы -
Барыбер.
Һеҙ диспетчер түгел, -
Тамашасы.
Йәшме, ҡартмы -
Барыбер.
Һыҙғыраһығыҙмы,
"Бис" ҡысҡыраһығыҙмы, -
Барыбер:
Мин - китеп барыусы!
#БуранбайИсҡужин
t.me/shigridonja
Мин уҙғынсы түгел, -
Китеп барыусы.
Алғамы, артҡамы -
Барыбер.
Һеҙ диспетчер түгел, -
Тамашасы.
Йәшме, ҡартмы -
Барыбер.
Һыҙғыраһығыҙмы,
"Бис" ҡысҡыраһығыҙмы, -
Барыбер:
Мин - китеп барыусы!
#БуранбайИсҡужин
t.me/shigridonja
👩❤️👨🤝⚔
Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын,
Юл йөрөргә йәнең күнегер,
Һыуға сумһаң, һыуың тәрән булһын,
Һыу һайында тәнең күмелер.
Һөйһәң әгәр, һөй тик һөйөрлөктө,
Һөймәҫтәйе һөйөү татытмаҫ.
Дуҫлыҡ кәрәк икән, бул ысын дуҫ,
Ауыр саҡта ташлап ул ҡасмаҫ.
Ә дошманың булһа, булһын дошман
Үҙеңдән дә көслө, нығыраҡ.
Көс һынашып ҡына көсөң үҫер,
Еңеүең дә булыр татлыраҡ.
#РәмиҒарипов
t.me/shigridonja
Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын,
Юл йөрөргә йәнең күнегер,
Һыуға сумһаң, һыуың тәрән булһын,
Һыу һайында тәнең күмелер.
Һөйһәң әгәр, һөй тик һөйөрлөктө,
Һөймәҫтәйе һөйөү татытмаҫ.
Дуҫлыҡ кәрәк икән, бул ысын дуҫ,
Ауыр саҡта ташлап ул ҡасмаҫ.
Ә дошманың булһа, булһын дошман
Үҙеңдән дә көслө, нығыраҡ.
Көс һынашып ҡына көсөң үҫер,
Еңеүең дә булыр татлыраҡ.
#РәмиҒарипов
t.me/shigridonja
🔥🔥🔥
Беләм: һине һөйөү - ул хыянат,
Ул хыянат башҡа алдында,
Ул һыу төйөү суйын килеләрҙә,
Ул уттарға сумыу ялҡындан!..
Булһын! Күҙҙе йомамын да сумам,
Ярға атып айыҡ аҡылды. Уйламайым ҡалай сығырҙы ла,
Осҡонона бирәм ялҡынды.
Тик уйлама был мауығыу тиеп,
Һөйөүендә, тиеп, уғыры.
Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа,
Хыянатым ләкин тоғ(о)ро.
#РәмиҒарипов
t.me/shigridonja
Беләм: һине һөйөү - ул хыянат,
Ул хыянат башҡа алдында,
Ул һыу төйөү суйын килеләрҙә,
Ул уттарға сумыу ялҡындан!..
Булһын! Күҙҙе йомамын да сумам,
Ярға атып айыҡ аҡылды. Уйламайым ҡалай сығырҙы ла,
Осҡонона бирәм ялҡынды.
Тик уйлама был мауығыу тиеп,
Һөйөүендә, тиеп, уғыры.
Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа,
Хыянатым ләкин тоғ(о)ро.
#РәмиҒарипов
t.me/shigridonja
