БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.15K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Олимпик парк Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн спартакиаданы ҡабул итергә әҙерләнә

Өфөләге Олимпик парк Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн беренсе спартакиаданы ҡабул итергә әҙерләнә. 14 декабрҙә Өфөгә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең 10 республикаһынан сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле мең ярым спортсының килеүе көтөлә. Ярышсылар тау саңғыһы, сноуборд, керлинг һәм шахмат буйынса көстәрен һынаясаҡ
Бөгөн Республика Башлығы Өфөлә 52-се балалар баҡсаһының икенсе корпусында булды

Ул Башҡортостан Сәскәләре микрорайонында урынлашҡан, быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылды. Корпус 180 балаға иҫәпләнгән. Республика Башлығы физкультура һәм музыка залдары, йоҡо бүлмәһен, медиицина кабинетын, ашхананы ҡараны. Һәр береһе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Радий Хәбиров тәрбиәселәргә республика гранттар программаһында әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итте. Киләһе йылда 75 грант бирелә, һәр береһенең суммаһы 575 мең һум. Республика Башлығы тәрбиәселәр һәм балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөлә яңы асылған балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышты

«Башҡортостан сәскәләре» биләмәһендә урынлашҡан учреждение 180 балаға иҫәпләнгән. Заманса объектта барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Яңы мебель менән йыһазландырылған учреждение китаптар, уйынсыҡтар һәм балаларҙың үҫеше өсөн уҡыу материалдары менән дә тәьмин ителгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте

Сара сиктәрендә киләһе йылға бурыстар билдәләнде, ойошманың сәйәси советы президиумы менән контроль комиссия составы яңыртылды. Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров үҙ сығышында партия эшен юғары баһалап, тормошҡа ашырылған күләмле проекттар һәм махсус хәрби операцияға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың өс районында модулле ауыл мәҙәниәт йорттары файҙаланыуға тапшырылды

Улар Республика башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышы сиктәрендә видеоэлемтә аша Ишембай районының Яңы Һәйет, Мәсетленең Яңы Мөслим һәм Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылдарында асылды. Шулай уҡ сара барышында ауылға эшкә ҡайтҡан дүрт йәш белгескә берәр миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белоретта барлыҡ йорттарға ла йылы бирелә башланы

Идарасы компаниялар крандарҙы асып, системанан һауаны сығарҙы. Кире осраҡта батареяларға йылы бармай. Йылытыу системаһы ғәҙәти режимға сыҡҡас, эҫе һыу менән тәьмин итеү ҙә тергеҙеләсәк. Фатирҙарҙа йылытыуға бәйле бөтә һорауҙар буйынса, идарасы компанияға йәки туранан-тура 3-17-34 телефоны буйынса «Белорет йылылыҡ селтәрҙәре»нең дежур хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хәл даими контролдә тотола, тип хәбәр итә урындағы хакимиәт.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 5 батырҙың исеме мәңгеләштерелде

“Герой парталары” батырҙар тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлай. Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 5 батырҙың исеме мәңгеләштерелде. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы үҙәгендә Өс яугирга һәйкәл асылды

Монументта өс быуын ватан һаҡсылары һынландырылған. Иң артта 1812 йылдағы Ватан һуғышында «Төньяҡ амурҙары» исемен алған башҡорт яугиры, уртала Бөйөк Ватан һуғышы, иң алда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр һындары ҡойолған. Һәйкәлдең авторы Нияз Сибәғәтуллин. Ул үҙ эшен ватанды һаҡлаусылар быуындары бәйләнешенә арнаған. Скульптура Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге урам башында яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе мәңгеләштерә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Фәрзәнә көнбайышҡа бара» фильмын тамашасылар кинотеатрҙарҙа киләһе йыл уҡ ҡараясаҡ

Республикала балалар һәм йәштәр өсөн тәүге хәрби-патриотик картина прокатка сығырға әҙерләнә. Унда яҡташтарына ярҙам итеү өсөн 2 мең километр юл үткән Башҡортостандың йәш тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында бәйән ителә. Тулы метражлы фильм журналист Баныу Ҡаһарманова сценарийы буйынса төшөрөлгән һәм төбәк башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре һәм журналистар өсөн Өфөнөң «Родина» кинотеатрында ябыҡ премьера үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында педагогик оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды

Бүләкләү тантанаһы 5-се мәктәптә үтте. Еңеүселәр 3 номинацияла билдәләнде.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт теле көнөнә арналған Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны уҙҙы

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт теле көнөнә арналған Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны уҙҙы. Сәхнәлә республика төбәктәренән 9 команда сығыш яһаны. Өфө ҡалаһынан, Белорет, Тәтешле, Дыуан райондарынан килгән уҡыусылар башҡорт телендә зирәклектә һәм отҡорлоҡта көс һынашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Яҡутов паркындағы күлдә «морж»дар һаулығын нығыта

Бергәләп йөҙөргә «морж»дар ғәҙәттә шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә сәғәт ун икелә йыйыла. Боҙло һыуға төшөр алдынан улар тәүҙә күнекмә эшләй. «Аҡ шәшке» клубына йөрөүселәрҙең иң кесеһенә бер йәш тә юҡ, иң оло «морж»ға 78 йәш. Өлкәндәр әйтеүенсә, улар тап ҡышҡы йөҙөү ярҙамында һаулығын нығытҡан. Организм үҙен үҙе дауалай башлай, тип билдәләй, һыуыҡ һыу менән сыныҡҡандар
Мораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята

Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар йәшәй башлағас паркка килеүселәр күбәйгән. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдерә. “Бөгөн беҙҙә 23 зубр бар. Хайуандар үҙҙәрен яҡшы тоя, ҡар ятҡас та улар вольерға төшә. Паркка теләгән һәр кем инергә мөмкин”- тине ведомство етәксеһе. 2023 йылдан республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостанда зубрҙар популяцияһын тергеҙеү башланды.
👍3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
19 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй президенты Владимир Путин тура эфирҙа йыл йомғаҡтарын барлай

Дәүләт башлығына һорауҙарҙы һәр кем программа тамамланғанға тиклем ебәрә ала. Бөгөнгә 750 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Һорауҙар йыш ҡына телефон аша килә, икенсе урында - «MAX» мессенджерындағы чат-бот. Шул иҫәптән видеояҙмалар ҙа ебәрелә. Һорауҙарҙы эшкәртеүҙә яһалма интеллект ҡулланыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар хупланды

Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Тәүҙә Стәрлетамаҡ миҫалында эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек иткән бизнес-шерифтар эшмәкәрлеге тикшерелде. Башҡортостан башлығы муниципалитеттың бизнес-берләшмә менән коммуникациялар төҙөүҙә уңышлы тәжрибәһен билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс булыуын билдәләне

Утыҙ йыл бергә! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс булыуын билдәләне. 1995 йылда ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы бөгөн Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе меңдәрсә милләттәштәребеҙ менән һөҙөмтәле эш алып барып, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тантаналы саранан репортаж.
2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы. Йыйылышта Конституцияны ҡабул итеү, төп закондар тураһында һүҙ барҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй

Традицияларҙан - фәнни асыштарға. Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй. Бында башҡорт тоҡомло бейәләрҙе үрсетеп мал ҡанынан дарыуҙар өсөн мөһим шыйыҡса етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө программисы Илгиз Фазлыев инвалид коляскаларын ремонтлай

Өс ай элек баш ҡала берҙән-бер инвалид коляскаларын ремонтлаусы компания ябылыу сәбәпле, бындай проблема менән осрағандар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Илгиз Фазлыев мәсьәләне үҙ аллы хәл итергә һәм бәләгә осрағандарға ярҙам итергә була. Ихатаһындағы гаражда ул оҫтахана булдырған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте

Башҡорт тел ғилеменә һөйөү менән. Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле ғалимә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Форумда шулай уҡ замандашыбыҙҙың 30 йыллыҡ фәнни хеҙмәт юлына байҡау ҙа яһалды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте

Сирек быуат кескәйҙәр тураһында хәстәрлек. Баймаҡ ҡалаһының “Әкиәт” ҡатнаш төр балалар баҡсаһында “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍31