БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.15K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы үҙәгендә Өс яугирга һәйкәл асылды

Монументта өс быуын ватан һаҡсылары һынландырылған. Иң артта 1812 йылдағы Ватан һуғышында «Төньяҡ амурҙары» исемен алған башҡорт яугиры, уртала Бөйөк Ватан һуғышы, иң алда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр һындары ҡойолған. Һәйкәлдең авторы Нияз Сибәғәтуллин. Ул үҙ эшен ватанды һаҡлаусылар быуындары бәйләнешенә арнаған. Скульптура Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге урам башында яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе мәңгеләштерә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Фәрзәнә көнбайышҡа бара» фильмын тамашасылар кинотеатрҙарҙа киләһе йыл уҡ ҡараясаҡ

Республикала балалар һәм йәштәр өсөн тәүге хәрби-патриотик картина прокатка сығырға әҙерләнә. Унда яҡташтарына ярҙам итеү өсөн 2 мең километр юл үткән Башҡортостандың йәш тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында бәйән ителә. Тулы метражлы фильм журналист Баныу Ҡаһарманова сценарийы буйынса төшөрөлгән һәм төбәк башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре һәм журналистар өсөн Өфөнөң «Родина» кинотеатрында ябыҡ премьера үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында педагогик оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды

Бүләкләү тантанаһы 5-се мәктәптә үтте. Еңеүселәр 3 номинацияла билдәләнде.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт теле көнөнә арналған Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны уҙҙы

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт теле көнөнә арналған Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны уҙҙы. Сәхнәлә республика төбәктәренән 9 команда сығыш яһаны. Өфө ҡалаһынан, Белорет, Тәтешле, Дыуан райондарынан килгән уҡыусылар башҡорт телендә зирәклектә һәм отҡорлоҡта көс һынашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Яҡутов паркындағы күлдә «морж»дар һаулығын нығыта

Бергәләп йөҙөргә «морж»дар ғәҙәттә шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә сәғәт ун икелә йыйыла. Боҙло һыуға төшөр алдынан улар тәүҙә күнекмә эшләй. «Аҡ шәшке» клубына йөрөүселәрҙең иң кесеһенә бер йәш тә юҡ, иң оло «морж»ға 78 йәш. Өлкәндәр әйтеүенсә, улар тап ҡышҡы йөҙөү ярҙамында һаулығын нығытҡан. Организм үҙен үҙе дауалай башлай, тип билдәләй, һыуыҡ һыу менән сыныҡҡандар
Мораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята

Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар йәшәй башлағас паркка килеүселәр күбәйгән. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдерә. “Бөгөн беҙҙә 23 зубр бар. Хайуандар үҙҙәрен яҡшы тоя, ҡар ятҡас та улар вольерға төшә. Паркка теләгән һәр кем инергә мөмкин”- тине ведомство етәксеһе. 2023 йылдан республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостанда зубрҙар популяцияһын тергеҙеү башланды.
👍3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
19 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй президенты Владимир Путин тура эфирҙа йыл йомғаҡтарын барлай

Дәүләт башлығына һорауҙарҙы һәр кем программа тамамланғанға тиклем ебәрә ала. Бөгөнгә 750 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Һорауҙар йыш ҡына телефон аша килә, икенсе урында - «MAX» мессенджерындағы чат-бот. Шул иҫәптән видеояҙмалар ҙа ебәрелә. Һорауҙарҙы эшкәртеүҙә яһалма интеллект ҡулланыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар хупланды

Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Тәүҙә Стәрлетамаҡ миҫалында эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек иткән бизнес-шерифтар эшмәкәрлеге тикшерелде. Башҡортостан башлығы муниципалитеттың бизнес-берләшмә менән коммуникациялар төҙөүҙә уңышлы тәжрибәһен билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс булыуын билдәләне

Утыҙ йыл бергә! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс булыуын билдәләне. 1995 йылда ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы бөгөн Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе меңдәрсә милләттәштәребеҙ менән һөҙөмтәле эш алып барып, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тантаналы саранан репортаж.
2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы. Йыйылышта Конституцияны ҡабул итеү, төп закондар тураһында һүҙ барҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй

Традицияларҙан - фәнни асыштарға. Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй. Бында башҡорт тоҡомло бейәләрҙе үрсетеп мал ҡанынан дарыуҙар өсөн мөһим шыйыҡса етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө программисы Илгиз Фазлыев инвалид коляскаларын ремонтлай

Өс ай элек баш ҡала берҙән-бер инвалид коляскаларын ремонтлаусы компания ябылыу сәбәпле, бындай проблема менән осрағандар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Илгиз Фазлыев мәсьәләне үҙ аллы хәл итергә һәм бәләгә осрағандарға ярҙам итергә була. Ихатаһындағы гаражда ул оҫтахана булдырған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте

Башҡорт тел ғилеменә һөйөү менән. Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле ғалимә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Форумда шулай уҡ замандашыбыҙҙың 30 йыллыҡ фәнни хеҙмәт юлына байҡау ҙа яһалды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте

Сирек быуат кескәйҙәр тураһында хәстәрлек. Баймаҡ ҡалаһының “Әкиәт” ҡатнаш төр балалар баҡсаһында “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында ГТО нормативтарын тапшырыу айлығы дауам итә

Тест үтеү район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә ойошторолған. Нормативтарҙы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү һәм мәҙәни учреждениелар вәкилдәре - барлығы 900-ләп кеше тапшырған. Сараға шулай уҡ 60 йәштән өлкәндәр ҙә йәлеп ителгән. Тест барышында ветерандар етеҙлек һәм ихласлыҡ күрһәтеп, барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.
👍42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бәләғә тарыған граждандарҙы ҡотҡарыусыларҙы ҡотланы

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бәләғә тарыған граждандарҙы ҡотҡарыусы балаларҙы, өлкәндәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. Янғын ваҡытында йәки һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыусыларға миҙалдар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән журналистар ҙа билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды

Хәтер мәңгелек. Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында хәрби бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Скульптура «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы сиктәрендә ҡуйылды. Тантанала беҙҙең ижади төркөм дә булып, Ватан һаҡсыларының яҡындары менән аралашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны

Бөгөн билдәле бард-йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Хәрби-патриотик концерт программаһы махус хәрби операция геройҙарына ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар концертҡа Пушкин картаһы буйынса инә алды. Сәхнәнән махсус хәрби операция геройҙарының батырлығын һәм Тыуған илде, ғаилә ҡиммәттәрен данлаған йырҙар яңғыраны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Махсус хәрби операция яугиры Вилдан Ғәзин рухына спорт ярышы үтте

Батырҙар хаҡында иҫтәлек мәңге йөрәктә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Махсус хәрби операция яугиры Вилдан Ғәзин рухына спорт ярышы үтте. Тулырыҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районындағы «Салауат» ятҡылығына күҙәтеү советы ағзаларының эш сәфәре

Уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе етәкләне. Яңы ресурстар эҙләү барышы ҡәнғәтләнерлекме, экологияға тәьҫире нисек?
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә киберхәүефһеҙлек тураһындағы видеороликтар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында үткән сара БСТ телеканалы һәм Рәсәй банкының Башҡортостандағы бүлексәһе менән берлектә ойошторолған. Конкурсҡа йәмғеһе дүрт тиҫтәнән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы баһалама ағзалары тарафынан ентекле ҡаралған. Еңеүсе тип Өфө тармаҡ технологиялары колледжының студенттар командаһы танылды.