Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ярҙамы: Миусинск ҡалаһында тормош йәнләнде
Башҡортостан ярҙамы менән тормош йәнләнә. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡала округының Миусинск ҡалаһында мөһим социаль объект төҙөкләндерелә. Тәүге этапта бинаны йылытыусы ҡаҙанлыҡ яңыртылған. Аҙ яғыулыҡ сарыф итеп юғары файҙалы коэфициент биреүсе мейестәр урынлаштырылған. Хәҙер оҙаҡ ваҡыт етемһерәп тороған бинала тормош йәнә ҡайнай.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә
Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник»үҙәгенә килә. Унда дөйөм тәҙрә режимында медицина комиссияһын үтеп, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Граждандарға хоҡуҡи һәм финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрелә, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелә.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Православ халҡының иң мөһим байрамдарының береһе яҡынлаша
18-нән 19-сы ғинуарға ҡарай төндә христиандар һыуыҡ һыуға сумыу йолаһын үтәһен өсөн Башҡортостанда 100-гә яҡын мәке уйыла. Быйыл сарала 35 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Дини йолаларҙың береһен ойоштороу өсөн Хөкүмәттә муниципалитет етәкселәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән берлектә кәңәшмә үткәрелде.

Балаларҙы транспортта ташыуҙы дөрөҫ ойоштормаған өсөн 200 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал
Балаларҙы транспортта ташыуҙы дөрөҫ ойоштормаған өсөн 200 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал. Яңы йылдан ғәмәлгә ингән был административ яуаплылыҡ автомобиль креслоларын ҡулланмаған юридик шәхестәргә ҡағыла. Тәртип боҙоуҙарға бәйле штраф санкциялары ябай водителдәр өсөн дә күтәрелде. Үҙмәшғүл таксистар ҙа ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, вазифалы шәхестәр категорияһы булараҡ ҡарала.

🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларын һайлап алыу конкурсы үтә
Яңы законға ярашлы, сираттағы саҡырылыш 45 кешегә тиклем арттырыла, ә уларҙың вәкәләттәре 5 йылға тиклем оҙайтыла. Конкурсҡа бөтәһе 6 тиҫтәгә яҡын ғариза килгән, уның һөҙөмтәләре буйынса иң лайыҡлылар йәштәр парламентына үтә. Кандидаттар иҫәбендә уҡытыусылар, йәш ғалимдар, журналистар, спортсылар һәм эшҡыуарҙар бар. Улар өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса закон проекттарын әҙерләне һәм эксперт жюриһына тәҡдим итте.

Телеүҙәктә Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса комитетының ултырышы уҙҙы
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышы күсмә форматта, Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалында үтте.
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышы күсмә форматта, Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалында үтте.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә төбәк һәм муниципаль баҫма журналистарын бүләкләнде
Тормош өсөн мөһим өлкәләрҙе яҡтыртҡан өсөн. Өфөлә төбәк һәм муниципаль баҫма журналистарын бүләкләнде. Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолған тантанаға гәзит-журналдар, электрон баҫмалар, радио һәм телевидение вәкилдәре йыйылды. Коллегаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары, атап әйткәндә, абруйлы федераль конкурстарҙағы ҙур еңеүҙәре билдәләнде. Башҡортостан юлдаш телеканалы ла лидерлыҡ позицияһын биләй, ул бөтә төбәк каналдары араһында тамашасыларҙы йәлеп итеү буйынса иң яҡшыһы тип танылды.

👍2🔥2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БДАУ лабораторияларында аҙыҡ-түлек технологиялары камиллаштырыла
Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты лаборатоиряларында студенттар һәм аспиранттар яңы технологиялар ярҙамында тәжрибәләр үткәрә, патент яҡлай. Киләсәктә улар технолог булараҡ производство һәм агросәнәғәт предприятеларына етәкселек итәсәк. Илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сәксәк етештереү талаптары көсәйтелә
Киң таралған татлы ризыҡты бешереү, һатыуға сығарыу өсөн дәүләт стандарттары үтәлергә тейеш. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы сәксәктең составы, шәрбәт шыйыҡсаһы, ҙурлығы, продукцияны һаҡлау ваҡыты, маркировкалау документы сәксәктең сифатын күҙәтергә ярҙам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Киң таралған татлы ризыҡты бешереү, һатыуға сығарыу өсөн дәүләт стандарттары үтәлергә тейеш. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы сәксәктең составы, шәрбәт шыйыҡсаһы, ҙурлығы, продукцияны һаҡлау ваҡыты, маркировкалау документы сәксәктең сифатын күҙәтергә ярҙам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды
Бөгөн Өфөлә арҙаҡлы ғалимә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала күренекле шәхестең коллегалары, яҡындары, туғандары ҡатнашты. Улар Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙәге өлөшөн, төрки донъяла халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыуын, тотош быуын ғалимдар тәрбиәләүен иҫкә алды. Фирҙәүес Хисамитдинова үҙе беҙҙең аранан китһә лә уның эштәрен уҡыусылары дауам итә.

❤3👍2
Милли проекттар үтәләшенә 38 миллиард 700 миллион һум бүлеү планлаштырыла
Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, беҙҙең республикала быйыл 32 проектты финанслау ҡаралған. Аҡсаның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Милли проекттар республика халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Финанстың ҙур өлөшө "Тормош өсөн инфраструктура", "Йәштәр һәм балалар", "Ғаилә" проекттарын ғәмәлгә ашырыуға тотонола.

Башҡортостанда ҡотороу сире асыҡланды
Күгәрсен районының Мәҡсүт һәм Стәрлетамаҡ районының Первомайский ауылдарында карантин индерелде. Республика башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған. Сикләү ваҡытында биләмәгә мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Ауылдарҙа вакцинация уҙғарыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты сир сәбәптәрен асыҡлай, уның таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрә.

Башҡортостанда һунарсылар йылҡы атып алған
Әбйәлил районында полиция ҡараҡтарҙы тотҡан. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса 52 һәм 43 йәшлек ике ир һунарға сыҡҡан, әммә сәфәр уңышлы булмаған. Улар ат өйөрөн күреп ҡалған, береһен атып йыҡҡандар. Унан һуң , итте бүлешеп санаға тейәп алып ҡайтҡандар. Бур-һунарсылар ғәйебен таныған, был хәл буйынса енәйәт эше асылған.

Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә
Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның оператив кәңәшмәһендә дауаханаларҙа ашатыуға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның оператив кәңәшмәһендә дауаханаларҙа ашатыуға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән
Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан. Яңы программа «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә булдырылған.

Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә
Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә. Был юлы «Йыл танылыуы» тип исемләнгән конкурста 23 номинация буйынса иң-иңдәр асыҡланды.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына һәм ғаиләләренә ярҙам дауам итә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлек күреү Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып ҡала. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Һәм уларға ҡарата мөнсәбәт тә яҡшы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2025 йыл тамамланыуға ҡарамаҫтан, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек дауам итә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлек күреү Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып ҡала. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Һәм уларға ҡарата мөнсәбәт тә яҡшы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2025 йыл тамамланыуға ҡарамаҫтан, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек дауам итә.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә
Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. 2025 йылдың октябренән Рәсәйҙә пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә саҡырыу үткәрелә. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.

Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Әле биләмәлә монолит һәм ер эштәре алып барыла. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан өс миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған. Объект төҙөлөшө 2027 йыл аҙағында тамамлана. Башҡортостанда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш тураһында киләһе материалда.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Әле биләмәлә монолит һәм ер эштәре алып барыла. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан өс миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған. Объект төҙөлөшө 2027 йыл аҙағында тамамлана. Башҡортостанда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш тураһында киләһе материалда.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда файҙаланыу ваҡыты срогы сыҡҡан бөтә иҫке лифттар яңыртылған
Был турала капиталь ремонт буйынса Төбәк операторы етәксеһе хәбәр итте. Республика иҫке лифттарҙы яңыртыу буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегендә. Һуңғы өс йылда төбәктә биш меңгә яҡын лифт төҙөкләндерелгән. Ремонт талап ителгән 623 лифт былтыр тәртипкә килтерелгән. Быйыл файҙаланыу ваҡыты тамамланыуға яҡынлашҡан тағы ла 433 лифт яңыртыласаҡ.

Бәләбәйҙә «Автонормаль» заводы импортты алмаштырыусы яңы производство асты
Бәләбәй ҡалаһының «Автонормаль» заводында алдынғы технологиялар ҡулланып импортты алмаштырыусы яңы производство эшләй башланы. Көнбайыш илдәренән Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар режимына ҡарамаҫтан, урындағы предприятие етештереүсәнлек күләмен күтәргән.

❤2