БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.23K subscribers
5.35K photos
9.5K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БДАУ лабораторияларында аҙыҡ-түлек технологиялары камиллаштырыла

Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты лаборатоиряларында студенттар һәм аспиранттар яңы технологиялар ярҙамында тәжрибәләр үткәрә, патент яҡлай. Киләсәктә улар технолог булараҡ производство һәм агросәнәғәт предприятеларына етәкселек итәсәк. Илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сәксәк етештереү талаптары көсәйтелә

Киң таралған татлы ризыҡты бешереү, һатыуға сығарыу өсөн дәүләт стандарттары үтәлергә тейеш. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы сәксәктең составы, шәрбәт шыйыҡсаһы, ҙурлығы, продукцияны һаҡлау ваҡыты, маркировкалау документы сәксәктең сифатын күҙәтергә ярҙам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн Өфөлә арҙаҡлы ғалимә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала күренекле шәхестең коллегалары, яҡындары, туғандары ҡатнашты. Улар Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙәге өлөшөн, төрки донъяла халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыуын, тотош быуын ғалимдар тәрбиәләүен иҫкә алды. Фирҙәүес Хисамитдинова үҙе беҙҙең аранан китһә лә уның эштәрен уҡыусылары дауам итә.
3👍2
Милли проекттар үтәләшенә 38 миллиард 700 миллион һум бүлеү планлаштырыла

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, беҙҙең республикала быйыл 32 проектты финанслау ҡаралған. Аҡсаның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Милли проекттар республика халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Финанстың ҙур өлөшө "Тормош өсөн инфраструктура", "Йәштәр һәм балалар", "Ғаилә" проекттарын ғәмәлгә ашырыуға тотонола.
Башҡортостанда ҡотороу сире асыҡланды

Күгәрсен районының Мәҡсүт һәм Стәрлетамаҡ районының Первомайский ауылдарында карантин индерелде. Республика башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған. Сикләү ваҡытында биләмәгә мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Ауылдарҙа вакцинация уҙғарыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты сир сәбәптәрен асыҡлай, уның таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрә.
Башҡортостанда һунарсылар йылҡы атып алған

Әбйәлил районында полиция ҡараҡтарҙы тотҡан. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса 52 һәм 43 йәшлек ике ир һунарға сыҡҡан, әммә сәфәр уңышлы булмаған. Улар ат өйөрөн күреп ҡалған, береһен атып йыҡҡандар. Унан һуң , итте бүлешеп санаға тейәп алып ҡайтҡандар. Бур-һунарсылар ғәйебен таныған, был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә

Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның оператив кәңәшмәһендә дауаханаларҙа ашатыуға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән

Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан. Яңы программа «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә булдырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә

Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә. Был юлы «Йыл танылыуы» тип исемләнгән конкурста 23 номинация буйынса иң-иңдәр асыҡланды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына һәм ғаиләләренә ярҙам дауам итә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлек күреү Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып ҡала. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Һәм уларға ҡарата мөнсәбәт тә яҡшы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2025 йыл тамамланыуға ҡарамаҫтан, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек дауам итә.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә

Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. 2025 йылдың октябренән Рәсәйҙә пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә саҡырыу үткәрелә. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Әле биләмәлә монолит һәм ер эштәре алып барыла. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан өс миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған. Объект төҙөлөшө 2027 йыл аҙағында тамамлана. Башҡортостанда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш тураһында киләһе материалда.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда файҙаланыу ваҡыты срогы сыҡҡан бөтә иҫке лифттар яңыртылған

Был турала капиталь ремонт буйынса Төбәк операторы етәксеһе хәбәр итте. Республика иҫке лифттарҙы яңыртыу буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегендә. Һуңғы өс йылда төбәктә биш меңгә яҡын лифт төҙөкләндерелгән. Ремонт талап ителгән 623 лифт былтыр тәртипкә килтерелгән. Быйыл файҙаланыу ваҡыты тамамланыуға яҡынлашҡан тағы ла 433 лифт яңыртыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәйҙә «Автонормаль» заводы импортты алмаштырыусы яңы производство асты

Бәләбәй ҡалаһының «Автонормаль» заводында алдынғы технологиялар ҡулланып импортты алмаштырыусы яңы производство эшләй башланы. Көнбайыш илдәренән Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар режимына ҡарамаҫтан, урындағы предприятие етештереүсәнлек күләмен күтәргән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды. Сара уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Православие динен тотоусылар Крещение байрамына әҙерләнә

Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн 99 мәке йыһазландырылған. Байрам алдынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре боҙҙоң ҡалынлығын, ә водолаздар сумыу урындарының хәүефһеҙ булыуын тикшерҙе. Йола атҡарыу урындарында полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар эшләйәсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында дзюдо буйынса турнир үтте

Ярыш район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ойошторолдо. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Руслан Фәттәхов һәм башҡа яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Дзюдо буйынса көслөләрҙе асыҡлау бер нисә йәш категорияһында барҙы.
🔥1
Башҡортостанда ҡырағай хайуан һәм ҡоштар иҫәбен алалар

Күләмле эш башланды. Ул 15 мартҡа тиклем дауам итә. Мониторинг барышында хайуандарҙың ҡышҡы һуҡмаҡтары өйрәнелә. Мышы, себер ҡоралайы, болан, ҡабан, бүре, һеләүһен, төлкө, тейен, ҡуян, ҡор, һуйыр, һыуһар, сел һәм башҡа йәнлек-ҡоштарҙың эҙҙәре теркәлә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алынған мәғлүмәттәр һунар өсөн рөхсәт ҡағыҙҙарын билдәләгәндә иҫәпкә алына.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красный Луч ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡыусылары өсөнсө сиректе тыуған стеналары артында башланы

Был Башҡортостан шефлыҡҡа алынған биләмәләге тағы бер объект. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, белем усағы ҡалала иң боронғоһо. 2022 йылда артиллерия һөжүме ваҡытында ул ныҡ зыян күрә, уҡыуҙар туҡтатыла. Төҙөүселәр эште бер нисә этапҡа бүлде. Ҡыйыҡ, инеү төркөмө тулыһынса ремонтлана, тәҙрәләр, тышҡы һәм эске инженер селтәрҙәр, коммуникациялар алмаштырыла, яңы ҡаҙанлыҡ ҡуйыла.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһының беренсе ултырышы 22 ғинуарҙа үтә

Парламент рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә уҙған бөгөнгө президиум ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Ултырыш Башҡортостандағы төҙөлөш комплексы торошо һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналған хөкүмәт сәғәте менән башланасаҡ.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет- Учалы-Мейәс юлында «Киа Соренто» менән «Хово» йөк машинаһы бәрелешкән.. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобилдең 45 йәшлек водителе авария урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.