Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында ҙур һәм татыу ғаиләләр йылы сағыу итеп башланды
Ижади ҡараш һәм берҙәмлек. Республикала Башҡортостан Башлығы иғлан иткән ҙур һәм татыу ғаиләләр йылын Ауырғазы районының Татар Нуғаҙағы ауылында йәшәүселәр күңелле һәм сағыу итеп ҡаршылаған. Олоһо-кесеһе тырышлығы менән ихаталар, йәмәғәт биләмәләре байрамса биҙәлгән.

❤6👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Милли музейында журналистар өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте
Башҡортостан Милли музейында республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте. Журналистарға учреждение буйлап махсус экскурсия ойошторолдо. Улар фондтарҙа һаҡланған экспонаттар менән яҡындан танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.

🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды һаҡлаусылар» фондында МХО ветерандарına адаптив кейем тапшырылды
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында махсус хәрби операция ветерандарына адаптив кейем тапшырылды. Алғы һыҙыҡта яраланып зыян күргән яугирҙар өсөн ҡулланышта уңайлы кейемдең бер нисә комплекты ҡаралған. Ветерандарға костюм, ҡышҡы кейем, джинс, пижама һәм көндәлек әйберҙәр тапшырылды. Тыныс тормошта адаптация үткән ҡаһарман яугирҙарға «Ватанды һаҡлаусылар» фондында башҡа төрлө ярҙам саралары ла күрһәтелә. Социаль координаторҙар ҡатнашлығында ир-егеттәргә психологик, юридик һәм башҡа ярҙам төрҙәре ойошторола.

❤3
Республикала киҙеү һәм тын юлы сирҙәренең артыуы көтөлә
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, эпидемиологик хәл тотороҡло, ул контролдә тотола. Грипты йышыраҡ өлкән йәштәгеләр һәм балалар йоҡтора. Вирус таралған осорҙа халыҡ күпләп йөрөгән урындарға бармай торорға кәңәш ителә. Йәмәғәт транспортында битлек кейергә була. Бүлмәләрҙе даими елләтергә, саф һауала йөрөргә, гаджеттарҙы таҙартып торорға кәрәк. Үҙаллы дауаланыу зыянлы. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән табипҡа мөрәғәжәт итергә кәрәк.

🤔2
Башҡортостан мотоуҙышсылары Рәсәй ярышында еңеү яуланы
Никита Богданов, Иван Гаврилов һәм Дмитрий Солянников боҙҙа уҙышыу буйынса 66-сы шәхси чемпионаттың икенсе этабында пьедесталдағы бөтә урындарҙы алды. Был Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тарихындағы тәүге һөҙөмтә. Белгестәр уны шулай уҡ Өфө мотоспортындағы ҙур ҡаҙаныш тип атаны. 24 ғинуарҙа Өфөлә “Ғабдрахман Ҡадыров мемориалы” Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. Турнир СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, боҙҙа мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Фәйзерахман улының 85 йылллығына арнала.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров баш ҡаланан 11 йәшлек Богдан Әбиловтың хыялын тормошҡа ашырҙы
Республика башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланан 11 йәшлек Богдан Әбиловтың хыялын тормошҡа ашырҙы. «Теләктәр шыршыһы»нда ҡатнашҡан малай өсөн Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында махсус рейс ойошторолдо. Терминал һәм музейға экскурсиянан һуң ул һауа судноһының экипаж кабинаһында булды, командирҙан самолет менән идара итеү буйынса оҫталыҡ дәресе алды.

Христиандарҙың крещение байрамында күңелһеҙ ваҡиғаларға юл ҡуйылмаған
Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итә. Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн бөтәһе 99 мәке уйылған. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа торҙо, ә медицина хеҙмәткәрҙәре кәрәк булғанда тиҙ арала ярҙам күрһәтергә әҙер ине. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында, халыҡ араһында аңлатыу эштәре лә алып барылды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, уҙған төндә «Mercedes-Benz» йөк машинаһы водителе туҡтап торған «Лада»ға бәрелмәҫ өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыға. Ошо мәлдә ул «ГАЗель» автомобиле менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән һуңғы транспорт сараһы водителе вафат була. Әлеге ваҡытта юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары авария сәбәптәрен асыҡлай.
Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, уҙған төндә «Mercedes-Benz» йөк машинаһы водителе туҡтап торған «Лада»ға бәрелмәҫ өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыға. Ошо мәлдә ул «ГАЗель» автомобиле менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән һуңғы транспорт сараһы водителе вафат була. Әлеге ваҡытта юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары авария сәбәптәрен асыҡлай.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына 14 заявка бирелде
Быйыл Ишембай районынан «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашыуға 14 заявка бирелгән. Алаҡай ауылында йәшәүселәр ҙә йыйылыштар уҙғарып, балалар уйын майҙансығына хәүефһеҙ резина ҡатламы түшәтергә ҡарар иткән. Әлегә документтар әҙерләнә. Әйткәндәй, улар былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып 200 мең һумлыҡ дәртләндереү сараһына ла лайыҡ булған. Аҡса балалар уйын майҙансығын ҡойма менән уратыуға йүнәлтелгән.

Архангел районының Асҡын ауылы халҡы автомобиль күпере хаҡында хыяллана
Архангел районының Асҡын ауылы халҡы автомобиль күпере хаҡында хыяллана. Сөнки ауылға йылға кисеүе йәки йәйәүлеләр өсөн һалынған ағас күпер аша ғына эләгергә мөмкин. Асҡындар проблеманы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып хәл итергә ниәтләй. Ауыл бөтә Рәсәйгә билдәле мәмерйә янында урынлашыуы менән үҙенсәлекле, бында илдең төрлө төбәктәренән ғалимдар, туристар килә.

🔥1
Быйыл республика мәғрифәтселәренә арналған байтаҡ саралар ойошторола
2026 йылда Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына - 195, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаетың тыуыуына 185 йыл тула. Василий Катаринскийҙың 180 йыллығы билдәләнә. Яҙыусы Сергей Аксаковтың 235 йыллығына бағышланған саралар планлаштырылған. Ҡурайсы Ишмөхәмәт сәсәндең 245 йыллығы ла киң билдәләнә. Режиссер Яков Протазановтың тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған юбилей осрашыуҙары ҡаралған. Быйыл балерина Нинель Юлтыева, бейеүсе Закир Исмәғилев һәм рәссам Анатолий Романовтың - 100, Ғәзизә Насрованың 110 йыллығы билдәләнә. Танылған педагог, бик күп опера йондоҙҙарын тәрбиәләгән Миләүшә Мортазинаның бер быуатлыҡ юбилейы була.

Башҡортостандың урман фонды 100 процентҡа йыһан мониторингына алынған
Башҡортостандың урман фонды 100 процентҡа йыһан мониторингына алынған. Был төбәктең федераль урман хужалығы агентлығы менән системалы эш һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 2018 йылда урман фондының ни бары 6 проценты ғына спутник күҙәтеүендә булһа, бөгөн ул 5,7 миллион гектар тәшкил итә.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы асылды
Өфөнөң Октябрь районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы асылды. Үҙәктә ветерандар ойошмаһы, мәғариф учреждениелары менән берлектә гуманитар ярҙам йыйыу, илһөйәрлек саралары уҙғарыу буйынса комплекслы эш алып барыласаҡ. Яңы бинаға күсенгән штабта беҙҙең ижади төркөм дә булды.
Өфөнөң Октябрь районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы асылды. Үҙәктә ветерандар ойошмаһы, мәғариф учреждениелары менән берлектә гуманитар ярҙам йыйыу, илһөйәрлек саралары уҙғарыу буйынса комплекслы эш алып барыласаҡ. Яңы бинаға күсенгән штабта беҙҙең ижади төркөм дә булды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Бүребай ауылы мәктәбендә «Селтәр-ул тормош» акцияһы уҙҙы
Сара «Беҙ бергә-көс» хәйриә фонды башланғысы менән ойошторолдо. Ирекмәндәр Миңлеғәле Шайморатов класы уҡыусыларына хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда янғындар һаны артыуы күҙәтелә
Бер тәүлек эсендә күп балалы ике ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды. Сәбәбе-янғын. Бәхетһеҙ осраҡ Иглин һәм Шаран райондарында теркәлде. Зыян күреүселәр бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан алып янғын сығыу осраҡтары, утта һәләк булыусылар артыуы кҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү кластерҙарын арттырыу мөһим
Уҡыу йорттарына заманса технологиялар, эш биреүселәргә әҙер белгестәр. Кластерҙарға берләшеү һөҙөмтәһе ике яҡ өсөн дә отошло. Башҡортостанда улар һанына арттырыу мөһим. Был турала урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында билдәләнде. Кәңәшмә Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында үтте.

Өфө уҡытыусыһы заманса педагогика өлгөһөн күрһәтә
Белем биреүҙә яңы алымдар. Өфөнөң 40-сы мәғариф үҙәгенең Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Анастасия Конобееваның һәр дәресе үҙенсәлекле программаға ҡоролған. Педагог үҙенең уңыштары менән үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә лә бүлешә. Ул көтмәгәндә халыҡ һөйөүен яулап, яҙылыусылар һанын арттыра.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Китап» нәшриәтендә «Әлифба төрки» китабының исем туйы үтте
Уны полиграфия һәм палеография миҫалдары ҡулланып нәшер ителгән иҫке төрки алфавиты тип атарға мөмкин. Баҫманың авторҙарының береһе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоротай депутаты Шамил Вәлиев.

Өфө автобустарында юл хаҡы арта
Был турала ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығынан хәбәр итәләр. Яңы норма февралдән ғәмәлгә инә. Индексация ташламаға хоҡуғы булғандарға ҡағылмай. Берҙәм социаль юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрмәй, 600 һум була. Ҡиммәтләнеүҙе запас частар, яғыулыҡ, ремонт өсөн сығымдар артыуы менән аңлаталар. Күп маршруттарҙа 46 һум түләргә кәрәк була, ҡайһы бер автобустарҙа йөрөү хаҡы 50 һумға тиклем күтәрелә.

🤔1
Илдар Абдразаҡов “Тауыш” проектында остаз булды
Беренсе каналда был аҙнала популяр телешоуҙың яңы миҙгеле башлана. Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Әмир улы унда жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаша. Башҡарыусыларҙың сығышын шулай уҡ Анна Асти, Пелагея һәм Владимир Пресняков баһалай. “Тауыш – үтә нескә эш. Ул йәнле һәм һүҙҙәргә ҡарағанда ла күпте һөйләй. Бында йырсыларҙы тыңлайбыҙ, һайлайбыҙ, бәхәскә инәбеҙ, шатланабыҙ һәм көйәбеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Илдар Абдразаҡов. “Тауыш” проектының яңы сығарылышы 23 ғинуарҙа була.