БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.23K subscribers
5.35K photos
9.49K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен өйрәнә башланы

Башҡортса һүҙҙәр менән ролик рәсми аккаунттарға һалынған. Тәүге һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр-«Һыуыҡ», «Ныҡ һыуыҡ» һәм «Бөгөн ныҡ һыуыҡ». Акаунтҡа яҙылыусыларға һүҙҙәрҙе ҡабатларға тәҡдим ителә. Уларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова уҡый
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дмитриевка уҡыусылары «Бәхет әфлисуны» акцияһы менән йортһоҙ хайуандарға ярҙам итә

«Бәхет әфлисуны» Мәктәп уҡыусыһынан социаль хәйриә проекты. Уны Өфө районы Дмитриевка ауылы мәктәбе уҡыусыһы Камилә Хөсәйенова дуҫтары һәм мәктәп уҡыусылары ярҙамында тормошҡа ашырған. Урамда ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һалдаттар ғаиләләре, балалары менән бергә ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, мәктәп уҡыусылары алдында батырлыҡ дәрестәре уҙғарған. Тыуған ерҙән көс туплап, малай-ҡыҙҙарҙан йылы йөкмәткеле хаттар, яуҙаштарына ғаиләләренән исемле посылкалар алып Донбасҡа алғы һыҙыҡҡа юл тота.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙың «Благодарим» ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа дронға ҡаршы япмалар оҙата

Ишембай ҡалаһының «Благодарим» ирекмәндәр хәрәкәте гуманитар ылау ебәрелгән һайын йөҙҙән ашыу дронға ҡаршы һаҡланыу саралары оҙата. Алғы һыҙыҡта тепловизорҙан һаҡлаусы япмаға ихтыяж юғары. Улар яугирҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итә. Хәйриә эшен уңышлы алып барған ирекмәндәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында махсус операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ат сабышы үтте

Геройҙы хөрмәтләп. Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында 30-ға яҡын һыбайлы махсус хәрби операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ойошторолған ат сабышында ҡатнашты. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Гос Старт» йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумы үтте

Ҡоро отчеттар заманы үтте. Уның урынына йәнле аралашыу, фекер алышыу. Был турала Радий Хәбиров «Патриот» паркында үткән йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумында белдерҙе. «Гос Старт» тип исемләнгән йыйында тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Бөгөн форумдың йомғаҡлау көнө үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Александр Бабаков Радий Хәбировтың эшен юғары баһаланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһының беренсе урынбаҫары, өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков менән осрашты. Көн тәртибендә яҡтар Башҡортостан менән Рәсәй парламенты хеҙмәттәшлеге, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм спорт йүнәлешендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле һорауҙарға туҡталды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал

Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал. Республика башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, үҙәкте яңыртыу мөһимлеген белдерҙе. 1970 йылда төҙөлгән бинала ҙур һәм бәләкәй тамаша залдары, фотогалерея, тауыш яҙҙырыу студияһы һәм китапхана урынлашҡан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан тәжрибәһе коррупцияға ҡаршы көрәштә уңышлы миҫал тип танылды

Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәш милли маҡсатҡа тиң, ә махсус хәрби операция осоронда уның әһәмиәте тағы ла арта. «Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» генераль директоры Алексей Мухин докладында билдәләүенсә, хоҡуҡ һаҡсылары һәм урындағы власть органдары берҙәм йүнәлештә эшләгәндә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районының тағы ла ике ауылы урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашырға ҡарар итте

Ошо уңайҙан Дмитриева Поляна менән Тархан ауылдарының «Еңеү төйөнө» ирекмәндәр клубы ағзалары махсус хәрби операция биләмәһенә маскировка селтәрҙәре үреү, йылы билбау, мендәрҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләү ойошторҙо. Һәр эште берҙәм башҡарырға өйрәнгән биләмә халҡы урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында быйыл Тархан ауылындағы Йылға урамына ҡырсынташ түшәргә ниәтләй.
🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған

Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған. Улар Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан планлы тикшереүҙәрҙең береһендә асыҡлаған. Лаборатор тикшеренеүҙәр ҙә антибиотиктарҙың норманан күпкә юғарыраҡ булыуын асыҡлаған.
🤔1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы үҙәгендә «Арт.Кәсептәр» тип исемләнгән яңы оҫтахана асылды

Ижади проект муниципалитет ярҙамында тормошҡа ашырыла. Урындағы хакимиәт етәкселеге ҡул эштәре оҫталары Нәфисә Ғилметдинова менән Ләйсән Низаметдинованың башланғысын хуплап, бина мәсьәләһен хәл иткән. Үҙәктә кейеҙ баҫыу, сигеү, тегеү, ағас семәрләү кеүек шөғөлдәрҙе үҙләштерергә мөмкин, күп төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йәрминкәләр уҙғарыу ҡаралған.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы хәтер сараһы үтте

Күренекле шағир, мәғрифәтсе һәм дин әһеле иҫтәлегенә. Өфөлә Ғәли Соҡорой-Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер сараһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған осрашыуҙа ғалимдар, тарихсылар, филологтар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып, шәхестең тормош юлы, ижады, ҡулъяҙмалары тураһында фекер алышты.