Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған
Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған. Улар Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан планлы тикшереүҙәрҙең береһендә асыҡлаған. Лаборатор тикшеренеүҙәр ҙә антибиотиктарҙың норманан күпкә юғарыраҡ булыуын асыҡлаған.

🤔1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы үҙәгендә «Арт.Кәсептәр» тип исемләнгән яңы оҫтахана асылды
Ижади проект муниципалитет ярҙамында тормошҡа ашырыла. Урындағы хакимиәт етәкселеге ҡул эштәре оҫталары Нәфисә Ғилметдинова менән Ләйсән Низаметдинованың башланғысын хуплап, бина мәсьәләһен хәл иткән. Үҙәктә кейеҙ баҫыу, сигеү, тегеү, ағас семәрләү кеүек шөғөлдәрҙе үҙләштерергә мөмкин, күп төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йәрминкәләр уҙғарыу ҡаралған.

🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы хәтер сараһы үтте
Күренекле шағир, мәғрифәтсе һәм дин әһеле иҫтәлегенә. Өфөлә Ғәли Соҡорой-Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер сараһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған осрашыуҙа ғалимдар, тарихсылар, филологтар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып, шәхестең тормош юлы, ижады, ҡулъяҙмалары тураһында фекер алышты.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Ғинуарҙан ике ҡатлы учреждениела педиатрҙар ҡабул итә, диагностика кабинеттары эшләй. Яңауылға эш барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы балалар сәнғәт мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Капиталь ремонт үткәрелгән бинала малай-ҡыҙҙҙарға йыр -бейеү, ижади һөнәрҙәр үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырылған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, тоғро Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.

Алдағы төндә Башҡортостанда йәнә һыуыҡтар көтөлә
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы 23-28 градусҡа етә, ә аяҙайтҡанда урыны менән 30, хатта 35 градусҡа тиклем түбәнәйә. Синоптиктар һыуыҡтарҙы республиканың материкка күскән арктик антициклонына бәйләй. Белгестәр фекеренсә, уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 9-12 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. Бөгөн дә республикала сатлама һыуыҡтар күҙәтелә.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күсемһеҙ милек менән операцияларҙы сикләү ғаризалары 2,5 тапҡырға артты
Республикала милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш күсемһеҙ милек килешеүҙәрен тыйыу осраҡтары ике ярым тапҡырға артҡан. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, 91 мең кеше ошо турала белгертеп ғариза яҙған. Бындай сикләүҙәр закон нигеҙендә ҡаралған һәм мутлашыусыларҙан һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Ғариза яҙыу менән күсемһеҙ милектең дәүләт реестрында тейешле билдәләр ҡуйыла.

Әбйәлил районы Йәнгел урта мәктәбендә Хәрби Дан кабинеты асылды
Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Юлай Рәхимов башланғысы менән ойошторолдо. «Әр-Рәхим» ҡушматлы яугир 2023 йылда үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Бер йылға яҡын ут эсендә йөрөп ҡайтҡандан һуң тыуған мәктәбендә илһөйәрлек үҙәге асыу теләге уяна. Директор менән кәңәшләшкәндән һуң элекке башланғыс хәрби әҙерлек класы төҙөкләндерелә, мебель һатып алына. Бында Бөйөк Ватан һуғышы, Афған, Төньяҡ Кавказ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн айырым мөйөш булдырыла.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда пилотһыҙ ғәскәрҙәргә яугирҙар йыйыла
Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүселәр хәрби подразделениеларҙың яңы төрө. Уға яугирҙар былтыр октябрҙән алып туплана. Теләге булғандар өсөн «Черемушки» шифаханаһы базаһында асылған пунктта уҡытыу ойошторола. Контракт бер йылға төҙөлә, ошо срок үткәндән һуң хәрби хеҙмәтте туҡтатырға мөмкин.

«Ағиҙел» хоккейсыһы Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар лигаһында тәүге лакросс-гол индерҙе
Өфөнөң «Ағиҙел» клубынан Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы тарихында лакросс-гол индергән беренсе уйынсы булды. Даими чемпионаттың сираттағы турында Башҡортостан командаһы Мәскәү өлкәһенең «Торнадо» клубы менән өсөнсө тапҡыр осрашты.

👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Киләһе аҙнала мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. 30 ғинуарҙа Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә менән сығыш яһаясаҡ. Был турала Радий Хәбиров йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашҡанда хәбәр итте. «Госстарт» тип исемләнгән йыйын икенсегә уҙғарылды, быйыл унда тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Кадрҙар менән эште нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Йәш чиновниктар алдында ҡуйылған бурыстар тураһында киләһе материалда.

❤2👎1