БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.16K subscribers
5.37K photos
9.67K videos
1 file
216 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Ғинуарҙан ике ҡатлы учреждениела педиатрҙар ҡабул итә, диагностика кабинеттары эшләй. Яңауылға эш барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы балалар сәнғәт мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Капиталь ремонт үткәрелгән бинала малай-ҡыҙҙҙарға йыр -бейеү, ижади һөнәрҙәр үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырылған.
🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, тоғро Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы төндә Башҡортостанда йәнә һыуыҡтар көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы 23-28 градусҡа етә, ә аяҙайтҡанда урыны менән 30, хатта 35 градусҡа тиклем түбәнәйә. Синоптиктар һыуыҡтарҙы республиканың материкка күскән арктик антициклонына бәйләй. Белгестәр фекеренсә, уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 9-12 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. Бөгөн дә республикала сатлама һыуыҡтар күҙәтелә.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күсемһеҙ милек менән операцияларҙы сикләү ғаризалары 2,5 тапҡырға артты

Республикала милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш күсемһеҙ милек килешеүҙәрен тыйыу осраҡтары ике ярым тапҡырға артҡан. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, 91 мең кеше ошо турала белгертеп ғариза яҙған. Бындай сикләүҙәр закон нигеҙендә ҡаралған һәм мутлашыусыларҙан һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Ғариза яҙыу менән күсемһеҙ милектең дәүләт реестрында тейешле билдәләр ҡуйыла.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Йәнгел урта мәктәбендә Хәрби Дан кабинеты асылды

Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Юлай Рәхимов башланғысы менән ойошторолдо. «Әр-Рәхим» ҡушматлы яугир 2023 йылда үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Бер йылға яҡын ут эсендә йөрөп ҡайтҡандан һуң тыуған мәктәбендә илһөйәрлек үҙәге асыу теләге уяна. Директор менән кәңәшләшкәндән һуң элекке башланғыс хәрби әҙерлек класы төҙөкләндерелә, мебель һатып алына. Бында Бөйөк Ватан һуғышы, Афған, Төньяҡ Кавказ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн айырым мөйөш булдырыла.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда пилотһыҙ ғәскәрҙәргә яугирҙар йыйыла

Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүселәр хәрби подразделениеларҙың яңы төрө. Уға яугирҙар былтыр октябрҙән алып туплана. Теләге булғандар өсөн «Черемушки» шифаханаһы базаһында асылған пунктта уҡытыу ойошторола. Контракт бер йылға төҙөлә, ошо срок үткәндән һуң хәрби хеҙмәтте туҡтатырға мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ағиҙел» хоккейсыһы Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар лигаһында тәүге лакросс-гол индерҙе

Өфөнөң «Ағиҙел» клубынан Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы тарихында лакросс-гол индергән беренсе уйынсы булды. Даими чемпионаттың сираттағы турында Башҡортостан командаһы Мәскәү өлкәһенең «Торнадо» клубы менән өсөнсө тапҡыр осрашты.
👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Киләһе аҙнала мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. 30 ғинуарҙа Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә менән сығыш яһаясаҡ. Был турала Радий Хәбиров йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашҡанда хәбәр итте. «Госстарт» тип исемләнгән йыйын икенсегә уҙғарылды, быйыл унда тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Кадрҙар менән эште нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Йәш чиновниктар алдында ҡуйылған бурыстар тураһында киләһе материалда.
3
Башҡортостанда күлгә батҡан өс тракторҙы сығарғандар

Бының өсөн Екатеринбург белгестәрен саҡыртҡандар. Техниканы күтәреү эше 4 көнгә һуҙылған. Был хәл Красная Башкирия ауылы янында була. Биләмәлә боҙҙо таҙартыу өсөн техника ебәрелә. Тәүге трактор боҙ ватылып һыуға батҡас, уны сығарыу өсөн тағы ике машина йүнәлтелә. Улар ҙа боҙло һыу эсендә ҡала, тип хәбәр итә үҙәк сығанаҡтар.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто бинаһына капиталь ремонт үткәреләсәк

Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Проектҡа «Өфө» халыҡ-ара аэропорты финанс сығымдар бүлер тип күҙаллана.
Башҡортостан башлығы Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа 1970 йылда төҙөлгән бинаны ремонтлауҙы проектлау менән шөғөлләнергә ҡушты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Новиковтар ғаиләһе берҙәмлек һәм илһам өлгөһө

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булған пар биш балаға ғүмер биргән. Марина музыка колледжында башланғыс класс уҡытыусыһы, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Андрей геолог, «Роснефть»компанияһында етәксе вазифаларҙың береһендә эшләй. Ғаилә башлығына Рәсәй энергетика министрлығынан рәхмәт хаты ла тапшырылған. Ә 2025 йылдың декабрендә Новиковтар ғаиләһе юғары наградаға-Рәсәй Президенты Владимир Путиндан «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ була.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районында ағинәйҙәр ҡоро яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй

Ағинәйҙәр ҡоро яугирҙарҙың ныҡлы терәге. Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе ирекмәндәре шундай фекерҙә. Улар фронҡа ярҙам эшмәкәрлеген барлап, йыл йомғаҡтарына арналған осрашыу уҙғарҙы. Сараға әле Ватан һағында торған егеттәребеҙҙең ата-әсәләре лә саҡырылғайны.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы үҙәгендә иғтибарлы граждан иҫерек водителде ҡулға алырға ярҙам иткән

Ул полицияның дежур бүлегенә шылтыратып Ульяновтар урамында «Лада Гранта» автомобиле менән эскән ир идара итеүе тураһында хәбәр итә. Урынға шунда уҡ уҡ юл-патруль хеҙмәте экипажы сыға. Шаһиттың мәғлүмәте тулыһынса раҫлана. Алкотестер һөҙөмтәһе Ейәнсуранан 55 йәшлек водителдең эскән булыуын күрһәтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты инновациялы фильтр уйлап сығарған

Һыуҙы ул таҙартып ҡына ҡалмай, ә иммунитетты көсәйтеү өсөн витамин һәм минералдар менән байыта ала. Был проект авторы «Студенттар стартабы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренең береһе һәм 1 миллион һумлыҡ грант аласаҡ.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Росреестр иҫкәртә: кадастр документтары электрон форматта ғына ҡабул ителәсәк

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ҡайһы бер коммерция булмаған ойошмалар кадастр иҫәбенә документтарҙы тик электрон форматта ғына бирергә бурыслы. Был үҙгәреш баҡсасылыҡ, гараждар, торлаҡ кооперативтарына һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә ҡағыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы халҡы инфраструктураны үҫтереү буйынса дәүләт программаһына ҡушылды

Төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, йәмәғәт саралары өсөн урындар булдырыу. Баймаҡ районы халҡы үҙҙәренең проекттары менән йәнә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ҡушылды. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй районының Максим Горький ауыл советы Бөтә Рәсәй «Ҡаҙаныштар шыршыһы» акцияһында ҡатнашҡан

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програмаһы республикала ун йылдан ашыу эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә районда инфрастуктураны яҡшыртыу буйынса байтаҡ эштәр атҡарылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә яңы мәсет төҙөлә

Әле иман йортоноң стеналары күтәрелгән, ҡыйығы ябылып манараһы күтәрелгән. Изге башланғысҡа урындағы халыҡ ҡына түгел, сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтар, бағыусылар ҙа дәррәү ҡушылған. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр төҙөлөш материалдары, техника, ҡул көсө менән ярҙам итә. Ураҙа Ғәйетендә мәсеттә тәүге аҙан тауышы яңғырар тип көтөлә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында радиоидаралы моделдәрҙә уҙыш буйынса асыҡ ярыштар үтте

Сарала республика район-ҡалаларынан 20-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Өфө районың Михайловка мәктәбендә ойошторолған уҙышты үткәреү өсөн спорт залына махсус ковролин түшәлгән. Пульт менән идара ителгән машиналарҙа ярышта өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Уларҙан техника менән идара итеү оҫталығы, бар кәртәләрҙе тиҙ һәм аварияһыҙ үтеү талап ителә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО яугирҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса системалы эш башлана

Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙарының һәм тыл ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү башлана. Был турала Республика етәксеһе бөгөн Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров быйыл Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон проекталауҙы ла башларға ҡушты. Был эшмәкрлекте финанслау бурысы «Өфө» аэропортына йөкмәтелә. Оператив кәңәшәмлә ҡаралған ошо һәм башҡа темалар тураһында репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта

Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта. Былтыр республика Рәсәйҙең туристик йәлеп итеүсәнлек рейтингында 9-сы урынға күтәрелде. Башҡортостан ил кимәлендә ваҡиғалар туризмы төбәге булараҡ та танылыу алды. Властарҙың иғтибарын һәм ярҙамын күреп, эшҡыуарҙар глемпингтар, кэмпингтар аса. Юл буйы сервисында яңы объекттар сафҡа индерелә.
3