БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.17K subscribers
5.37K photos
9.67K videos
1 file
216 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә

Бөгөн Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Кесе Ватан – Рәсәй көсө» форумы ҡунаҡтары Республика идара итеү үҙәге менән танышты

«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумында ҡатнашыусы ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Делегация ағзалары заманса үҙәк мөмкинлектәрен юғары баһалап иң яҡшы тәжрибәләрҙе башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыу теләген белдерҙе.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге менталь сәләмәтлек үҙәге өс йыллығын билдәләне

Учреждениела аутизмдан яфаланған балаларға дауалау һәм реабилитация курсы уҙғарыла. Әлегә өс меңдән ашыу кескәй пациентҡа ярҙам күрһәтелгән. Улар өсөн массаж, физио-, арт-терапия кабинеттары эшләй, дауалау физкультураһы ойошторола. Телмәр үҫтереү дәрестәре ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгәндәр ҙә түләүле больничный алырға хоҡуҡлы

Был мөмкинлек быйыл ирекле страховкалау экспериментында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған. Аҡсалата компенсация алыу өсөн Рәсәй пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә теркәлергә кәрәк. Уны «Минең һалымым» ҡушымтаһы ярҙамында эшләү уңайлы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә умартасылар форумы үтә

Кәсепселәрҙе, ғилми учреждение белгестәрен һәм власть вәкилдәрен берләштергән күләмле сара 30 ғинуарға билдәләнгән. Ҡатнашыусылар бал ҡорттарын республикаға легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә

Улар йәш быуынды тәрбиәләй. Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөләге «Стеклонит» заводында яңыртылған производствоны ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге «Стеклонит» заводында булып, яңыртылған производство майҙансыҡтарын ҡараны. Шулай уҡ төбәк етәксеһе иғтибарына «Росатом» композит технологиялар дивизионының күргәҙмә экспозицияһы ла тәҡдим ителде. Предприятие биләмәһендә үткән «Сәнәғәт сәғәте»ндә тармаҡты үҫтереү, хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҙа яһалды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа Ҡоролтайҙа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда Радий Хәбиров республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы өҫтөнлөклө эштәрҙе билдәләйәсәк. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция төбәк башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә

Башҡортостанда «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Эшлекле сара сиктәрендә өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ. Бөгөн тап муниципаль киңлектәрҙә ил иҡтисадының тотороҡло үҫешенә нигеҙ һалына, бизнесҡа, социаль башланғыстарға яңы мөмкинлектәр асыла, төбәктәр һәм ил киләсәге формалаша. Республика муниципаль йүнәлештә үҫешкән алдынғы төбәк иҫәпләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында махсус хәрби операция ветерандарына арналған фольклор байрамы үтте

Шаран районы Дүртөйлө мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операция ветерандары хөрмәтенә фольклор байрамы уҙҙы. Сарала «Әхмәт» һәм «Матрос» ҡушаматлы хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, уҡыусылар, Дүртөйлө ҡатын ҡыҙҙар советы ағзалары һәм «Бетеү» ирекмәндәр клубы вәкилдәре ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещенда яңы заманса балалар поликлиникаһы асылды

Благовещен ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы медицина ярҙамын бөтөнләй икенсе шарттарҙа тәҡдим итә. Бәләкәй пациенттар өсөн иҫәпләнгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ике йыл эсендә төҙөлә. Поликлиника тулыһынса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа Вячеслав Стрижевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды

Бөгөн Милли музейҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған, мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар ордены кавалеры Вячеслав Стрижевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған экспозицияның бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғаларға, республиканың баш ҡалаһы Өфөгә һәм мәҙәниәт, дин, медицина, фән һәм спортҡа арналған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте

Быйылғы турнир тарихтағы беренсе донъя һәм Европа чемпионы Ғабдрахман Ҡадировтың 85 йыллығына арналды. Билдәле мотоуҙышсы иҫтәлегенә 27-се тапҡыр ойошторолған спорт сараһы илдең иң көслө уҙышсыларын, шул иҫәптән күп тапҡырҙар Рәсәй, Европа һәм донъя чемпиондарын йыйҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумы бара

Сараның пленар ултырышы бөгөн «Торатау» конгресс холында үтте һәм муниципаль үҫешкә арналды. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы иртәгә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Иртәгә Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда Радий Хәбиров республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы өҫтөнлөклө эштәрҙе билдәләйәсәк. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция төбәк башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Тура трансляцияны  БСТ, "Сәләм" , "Башҡортостан 24" , "Вся Уфа" телеканалдарында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ.

30 ғинуар, йома, сәғәт 10-да.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплай

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплай. Улар маскировка селтәрҙәре үрә, ямғырҙан һаҡлаусы кейемдәр тегә, окоп шәмдәре эшләй. Ирекмәндәр Башҡортостан таможняһы менән хеҙмәттәшлек итә, улар аша алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк оҙата.
Рәсәй юғары уҡыу йорттарында бакалавриат-магистратура системаһы бөтөрөлә

Ошондай үҙгәреш яңы уҡыу йылынан көсөнә инә тип хәбәр итәләр Думаның фән һәм юғары белем буйынса комитетынан. Юғары белем нигеҙ һәм махсус өлөштәрҙән торасаҡ. Студенттар һайланған һөнәргә ҡарап 4 йылдан 6 йылға тиклем уҡый. Махсус юғары белем 3 йүнәлеште эсенә ала - профессиональ квалификация, идара итеү һәм тикшеренеүҙәр алып барыуҙы һайларға була.
Өфөлә "Урал батыр" эпосы көнөнә әҙерлек башланды

Ошо темаға кәңәшмә уҙғарылды. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, эпосты ныҡлап өйрәнеп, уны мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә генә түгел, туризм, кәсепселек, төҙөлөш, сауҙала ҡулланырға була. "Урал батыр" беҙҙең көс, хәтер һәм яуаплылыҡ, - тине ул. Башҡортостанда 8 июнь Республика Башлығы указы менән "Урал батыр" эпосы көнө тип иғлан ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Берҙәмлектә-көс. Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Ошо уңайҙан төбәктә күләмле мәҙәни-спорт сараһы үтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйылдан Рәсәйҙә күп фатирлы яңы йорттар төҙөгәндә дәүләт стандарты ҡабул ителәсәк

Быйылдан Рәсәйҙә күп фатирлы яңы йорттар төҙөгәндә дәүләт стандарты ҡабул ителәсәк. Һүҙ ремонт-биҙәү эштәренең сифаты, уларҙы ҡабул итеү һәм иҫкәрмәләрҙе бөтөрөүгә берҙәм талаптар индереү тураһында бара. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына, шул иҫәптән торлаҡ хаҡына нисек йоғонто яһаясаҡ?
🥰1