Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары «Патриот» паркында хәрби әҙерлек үтә
Өфө мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары «Патриот» паркында 5 көнлөк хәрби әҙерлек үтә. Программа теоретик һәм практик курстарҙы үҙ эсенә ала. Үҫмерҙәр тигеҙ сафта йөрөүҙән тыш, ҡорал менән эш итергә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә, радиация, химия, биология һөжүменән һаҡланырға, парашют менән һикерергә, пилотыһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнә. Бөгөн уҡыусылар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 16-се гимназияһындағы хәл Башҡортостан башлығы контролендә
Бөгөн унда туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға һөжүм итте. Ваҡиға тураһында хәбәр иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә килә. Уҡыу йортона Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ экипаждары сыға. Улар атыш ойойшторған үҫмерҙе ҡулға ала һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыра. Әлеге осраҡ буйынса Прокуратура тикшереү ойошторған. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында ишеткәс тә республика башлығы эш сәфәрен өҙөп ваҡиға урынына килде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр мәктәптә үҫмерҙе йәберләү, буллинг кеүек күренештәр асыҡланһа, мәктәп етәкселеге менән әңгәмәнең үтә лә ҡаты буласағын иҫкрәтте. Ләкин эмоцияларға юл ҡуйырға ярамай, ваҡиғаға аныҡ баһа бирергә һәм системала етешеһеҙлектәр бар икән, уны тулыһынса юҡҡа сығарырға кәрәклеген белдерҙе.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса сикләүҙәр
Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөгөн республиканың ҡайһы бер юл участкаларында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Исемлеккә М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассалары, Өфө-Бөрө-Яңауыл, Дүртөйлө-Нефтекама, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы, Бөрө-Таҙтүбә- Һатҡы, Дүртөйлө-Борай арауыҡтарындағы юл участкалары ингән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләүҙәр иртәгә иртәнге сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә ҡала. Синоптиктар алдағы төндә лә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуын фаразлай. Шулай уҡ киләһе тәүлектәрҙә һауа температураһы аяҙайтҡанда 33 градус тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Республика стоматология поликлиникаһында теш имплантацияһы өсөн һанлы производство асылды
Республика стоматология поликлиникаһында имплант ҡуйыуҙа ҡулланылған хирургия шаблондары етештерелә башланы. Теш техник лабораторияһында ортопедия ҡулайламаларын 3д-моделләштереү һәм әҙерләү буйынса тулы производство циклы ойошторолған, шулай уҡ бында цирконий коронкалары сығарыла.
Республика стоматология поликлиникаһында имплант ҡуйыуҙа ҡулланылған хирургия шаблондары етештерелә башланы. Теш техник лабораторияһында ортопедия ҡулайламаларын 3д-моделләштереү һәм әҙерләү буйынса тулы производство циклы ойошторолған, шулай уҡ бында цирконий коронкалары сығарыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге машиналы булды
Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге машиналы булды. Өфө районындағы «Пин һәм Пуф» ойошмаһы 7 йыл элек барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыт эсендә йөҙәрләгән хайуандарға һәм ҡоштарға ярҙам күрһәтелә. Техникаһыҙ ҡалған үҙәккә бағыусы «Лада Калина» машинаһын бүләк итте.
Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге машиналы булды. Өфө районындағы «Пин һәм Пуф» ойошмаһы 7 йыл элек барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыт эсендә йөҙәрләгән хайуандарға һәм ҡоштарға ярҙам күрһәтелә. Техникаһыҙ ҡалған үҙәккә бағыусы «Лада Калина» машинаһын бүләк итте.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Хәйбулла Батыры» көс экстримы турниры үтте
Байғусҡар ауылында Хәйбулла районының иң көслө батыры билдәләнде. Ауылда «Студент каникулдары» декадаһы сиктәрендә «Хәйбулла Батыры» көс экстримы буйынса традицион турнир үтте.
Байғусҡар ауылында Хәйбулла районының иң көслө батыры билдәләнде. Ауылда «Студент каникулдары» декадаһы сиктәрендә «Хәйбулла Батыры» көс экстримы буйынса традицион турнир үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика биләмәһенә сатлама һыуыҡтар яҡынлаша
Башгидрометүҙәк белгестәре киләһе тәүлектәргә һауа торошон хәбәр итте. Бөгөн, ҡар яуа, юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Термометр бағанаһы 5-10, төньяҡ-көнбайышта 15-20 градус һыуыҡ күрһәтә. Төнгә ҡарай һауа температураһы түбәнәйә башлар тип көтөлә.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика юлдарында индерелгән бөтә сикләүҙәр бөтөрөлдө
Көслө ҡар яуыуға бәйле, республика юлдарында индерелгән бөтә сикләүҙәр бөгөн иртән бөтөрөлдө. Яуаплы хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа көсәйтелгән режимда эшләй. Һауа шарттары боҙолоуы ҡайһы бер эҙемтәләргә лә килтерҙе.
Көслө ҡар яуыуға бәйле, республика юлдарында индерелгән бөтә сикләүҙәр бөгөн иртән бөтөрөлдө. Яуаплы хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа көсәйтелгән режимда эшләй. Һауа шарттары боҙолоуы ҡайһы бер эҙемтәләргә лә килтерҙе.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында 4 кешенең ғүмере өҙөлгән
Бәләбәй-Аксаков-Аксенов юлында «Лада Гранта» автомобиле «Камаз» менән бәрелешкән. Насар һауа торошо шарттарында еңел автомобиль водителе идара итеү һәләтен юғалтып йөк машинаһы аҫтына ингән.
Бәләбәй-Аксаков-Аксенов юлында «Лада Гранта» автомобиле «Камаз» менән бәрелешкән. Насар һауа торошо шарттарында еңел автомобиль водителе идара итеү һәләтен юғалтып йөк машинаһы аҫтына ингән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре янғындан мал-тыуарҙы һәм йортто ҡотҡарған
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Илеш районы Базытамаҡ ауылында йәшәүселәрҙең мөлкәтен һәм мал-тыуарын ҡотҡарған. Денис Дауытов менән Ғәлим Шәмсиев төнгө патруль ваҡытында ихаталарҙың береһендә янғын сығыуын күрә. Ялҡын телдәре мунса, һарай һәм йәйге йортто ялмап алған була. Был ваҡытта хужалар утҡа ҡаршы үҙаллы көрәшеп маташа. Инспекторҙар оҙаҡ уйлап тормай. Улар янғын торлаҡ йортҡа күсмәһен өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрә.

Ирина Панькина махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләрен ҡабул итте
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары Ирина Панькина халыҡты ҡабул итеп, социаль һәм страховка түләүҙәре, ярҙам саралары буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Баҡалы үҙәк район дауаханыһының яңы корпусын төҙөү тамамланыу алдында
Милли проектҡа ярашлы, ҡалҡып сыҡҡан бина менән Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Александр Окатьев танышты. Үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы сменаһына 150 кешене ҡабул итә аласаҡ. Бер урында консультация-диагностика блогы, фильтр-бокс, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы урынлашасаҡ.
Милли проектҡа ярашлы, ҡалҡып сыҡҡан бина менән Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Александр Окатьев танышты. Үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы сменаһына 150 кешене ҡабул итә аласаҡ. Бер урында консультация-диагностика блогы, фильтр-бокс, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы урынлашасаҡ.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районының Ҡаран ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды
Бүздәктәр айыҡ тормош яҡлы. Районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандлауға арналған саралар йыл дауамында бара. Бүздәк ауылдары «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла даими ҡатнаша. Быйыл абруйлы ярышта Ҡаран ауылы ла үҙ көсөн һынап ҡарарға ниәтләй. «Һомай» һәм «Чемпион менән бергә» проекттары ошо конкурс сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

👍4🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 30-сы коррекция мәктәп-интернатына спорт ҡоролмалары тапшырылды
Сара «Спорт һәр кемгә лә асыҡ» хәйриә проекты сиктәрендә үтте. Быға «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фондының Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Былтыр республиканың йәмғеһе 12 дөйөм белем биреү һәм 3 реабилитация үҙәге яңы спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Яҡын арала тағы ла 5 коррекция мәктәбенең матди-техник базаһын тулыландырыу көтөлә.

Быйыл Башҡортостанда 3 миллион 300 мең квадрат. метр торлаҡ сафҡа индереләсәк
Был 2030 йылға төбәк алдына ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мотлаҡ шарт. Был хаҡта республика төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында Радий Хәбиров хәбәр итте. Былтыр тармаҡ күп төбәктәргә хас булған ҡатмарлыҡтар менән осрашты, әммә торлаҡты сафҡа индереү буйынса йыллыҡ план үтәлде. Беҙгә тупланған темптарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу мөһим. Бының өсөн власть, бизнес һәм профессиональ берләшмәнең берлектәге системалы эше кәрәк, тине Башҡортостан етәксеһе.

Радий Хәбиров креатив индустриялар сәғәтендә ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Квартирник» тип аталған музыкаль майҙансыҡта ойошторолған креатив индустриялар сәғәтендә ҡатнашты. Күсмә форматта үткәрелгән осрашыуҙа республика киң танылған йырсылар, артистар, музыкаль төркөмдәр ойоштороусы белгестәр ҡатнашты. Сарала Башҡортостанда креатив индустриялар йүнәлешен үҫтереү, был тармаҡта эшләүсе йәштәргә ярҙам юлдары ҡаралды.

Республикала ҡар таҙартыуға 1700 берәмек техника һәм 3900 самаһы юлсы сығарылған
Бөгөн республикала ҡар таҙартыуға 1700 берәмек техника һәм 3900 самаһы юлсы сығарылған. Өфөлә ҡар эҙемтәләре менән көрәш төндә үк башланған. Иртәнге сәғәттәрҙә Өфө урамдарында 400-ҙән ашыу берәмек коммуналь техника һәм меңдән ашыу юл эшсеһе һәм урам һепереүселәр эшләгән.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ветерандарына реабилитация, эш һәм социаль адаптация
Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн республикала махсус хәрби операция ветерандары менән эш өс йүнәлештә алып барыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәр яугир менән иғтибарлы һәм һаҡсыл эшләү мөһимлеген билдәләне. Республика һуғыш ветерандары госпиталендә алып барылған һөҙөмтәле эш алымдары һәм төбәктә тормошҡа ашырылған «Көслө кешеләр» социаль проекты тураһында репортаж.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» Бөтә Рәсәй премияһына лайыҡ булды
Бөгөн Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көнө. Ошо көндәрҙә Дәүләт Кремль һарайында Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй премияһы менән бүләкләнде. Абруйлы награда илдең иң яҡшы табиптарына һөнәри оҫталыҡ һәм яман шешкә ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индереүселәргә тапшырыла.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде
Бер ғаилә-бер ипотека. 1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде. Хәҙер льготалы кредитты юллағанда ир менән ҡатын заемсылар булып һанала, шулай уҡ баланың ата-әсәһе менән бер урында теркәлеүе шарт. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына нисек йоғонто яһаясаҡ?
Бер ғаилә-бер ипотека. 1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде. Хәҙер льготалы кредитты юллағанда ир менән ҡатын заемсылар булып һанала, шулай уҡ баланың ата-әсәһе менән бер урында теркәлеүе шарт. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына нисек йоғонто яһаясаҡ?
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Күпер» мәғариф проекты тамамланды
Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында республика күләмендәге «Күпер» мәғариф проекты тамамланды. Проект сиктәрендә Башҡортостандың төрлө-район ҡалаларынан 25 дин әһеле белемен камиллаштырҙы. Улар «Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән эшләү» программаһы буйынса рухи һәм психологик ярҙам күрһәтәсәк. Социаль проект хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

❤3🥰2