БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.17K subscribers
5.37K photos
9.67K videos
1 file
216 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ветерандарына реабилитация, эш һәм социаль адаптация

Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн республикала махсус хәрби операция ветерандары менән эш өс йүнәлештә алып барыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәр яугир менән иғтибарлы һәм һаҡсыл эшләү мөһимлеген билдәләне. Республика һуғыш ветерандары госпиталендә алып барылған һөҙөмтәле эш алымдары һәм төбәктә тормошҡа ашырылған «Көслө кешеләр» социаль проекты тураһында репортаж.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» Бөтә Рәсәй премияһына лайыҡ булды

Бөгөн Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көнө. Ошо көндәрҙә Дәүләт Кремль һарайында Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй премияһы менән бүләкләнде. Абруйлы награда илдең иң яҡшы табиптарына һөнәри оҫталыҡ һәм яман шешкә ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индереүселәргә тапшырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде

Бер ғаилә-бер ипотека. 1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде. Хәҙер льготалы кредитты юллағанда ир менән ҡатын заемсылар булып һанала, шулай уҡ баланың ата-әсәһе менән бер урында теркәлеүе шарт. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына нисек йоғонто яһаясаҡ?
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Күпер» мәғариф проекты тамамланды

Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында республика күләмендәге «Күпер» мәғариф проекты тамамланды. Проект сиктәрендә Башҡортостандың төрлө-район ҡалаларынан 25 дин әһеле белемен камиллаштырҙы. Улар «Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән эшләү» программаһы буйынса рухи һәм психологик ярҙам күрһәтәсәк. Социаль проект хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
3🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Ботаника баҡсаһында яңы сортлы сирень үҫтерелә

Гөлнәзирә, Шәүрә, Айгөл, Нәфисә, Салауат Юлаев-был исемдәрҙе нимә берләштерә. Улар бөтәһе лә Өфөләге Ботаника- баҡсаһында үҫә һәм сәскә ата. Һүҙебеҙ Башҡортостан селекционерҙары сығарған яңы сорт сирендәр тураһында. Институт лабораторияһында декоратив ағастар, сәскәләр, «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәр үрсетелә.
3🥰2
Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 9 миллион 800 мең һум йүнәлтелә

Ул юғары уҡыу йорто һәм агрокласс уҡытыусыларына ҡағыла. Программа “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда Башҡорт дәүләт аграр университетынан 42 уҡытыусы был мөмкинлек менән файҙаланған. Аҡса күләме 1 миллион 400 мең һумға еткән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл мәғариф инфраструктураһын үҫтереү ҡаралған. Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө уҡыу корпусын тәртипкә килтереү, өс мәктәптә агротехнологик кластар булдырыу һәм йыһазландырыу планлаштырылған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһендә бөгөн 150-ләп афған һуғышы ветераны хәрби хеҙмәт үтә

Уларҙың өс тиҫтәләбе «Башҡортостан» полкында. Яугирҙарға медицина ярҙамы кеүек һәм башҡа мәсьәләләр бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә күтәрелде. Рәсми ултырышта Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулыуға арналған саралар планы билдәләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡышҡы осорҙа янғын хәүефе көсәйә: инспекторҙар рейдтар уҙғара

Быйыл Башҡортостанда 400-ҙән ашыу янғын сыҡҡан, егерме кешенең ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ статистика 2025 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда тағы ла артҡан.
Ҡышҡы осорҙа электр селтәрҙәренә һәм йылытыу системаларына көсөрәгеш арта. Шуға ла инспекторҙар шәхси сектор һәм баҡса ширҡәттәре буйлап даими рейдтарға сыға, кешеләргә хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала

Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала. Республикала медицина күрһәткестәренә ярашлы, «Әсә һәм бала» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, балаларҙы һауыҡтырыу өлкәһендә ойошторолған саралар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҡыусылар Сталинград һуғышы тарихын уйын форматында өйрәнә

Өфөләге Республика Хәрби дан музейында мәктәп уҡыусылары өсөн Бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғаларына арналған интеллектуаль турнирҙар ойошторола. Был юлы балалар Сталинград һуғышына бағышланған 30 һорауға яуап бирҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө сәнғәт галереяһында Рәйеф Баҙыҡовтың фотокүргәҙмәһе асылды

Ул авторҙың 80 йәшлек юбилейына арналған. Рәйеф Карам улы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты. Ижадсының объективынан тупланған архивта ил һәм республика етәкселәре, танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, табиптар, спортсыларҙың фотоһүрәттәре лә байтаҡ. Экспозицияла оҫтаның уҙған быуаттың 80-се йылдарынан йыйылған иң яҡшы хеҙмәт емештәре менән танышырға мөмкин.
Башҡортостанда йәшәүсе 18 миллион һумға алданған

Салауат ҡалаһынан 43 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылдың ноябрендә ул социаль селтәрҙә аралашыу барышында инвестиция ярҙамында ҙур аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында белеп ҡалған. Ошондай компания етәксеһе менән таныштырғандар, уҡытыу курстары уҙғарылған. Инвестицияны бәләкәй генә суммаларҙан башлағандар. Һуңынан, яҡшы табыш алыу өсөн ҙур аҡса һалырға күндергәндәр. Ялған инвестиция белгестәренә ышанған ҡатын 10 миллион һумын һәм уға өҫтәп 8 миллион һум кредит аҡсаһын инвестиция иҫәбенә күсергән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡатын табышын сығарып алырға ниәтләгән, унан өҫтәп тағы 3 миллион һум һорағандар, ошонан һуң ғына мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлап ҡалған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы уңайынан тантаналы сараларға старт бирҙе

Был йыл изге эштәр, үҙ-ара аңлашыу һәм берҙәмлек менән көслө сараларға бай буласаҡ. Башҡортостан халҡының 90 проценттан ашыуы милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшы тип иҫәпләй. Бер-беребеҙгә ихтирам, халыҡтар дуҫлығы илебеҙҙе нығыта, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, алға барырға ярҙам итә. Тап ошо эске берҙәмлек, бөгөн һәр төрлө тышҡы хәүефтән ышаныслы ҡалҡан булып тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Андрей Назаров Сухумда Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Абхазия президенты Бадра Гунба менән Сухум ҡалаһында Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты. Объектты төҙөкләндереүҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика белгестәре ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һанын арттырҙы

Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалында еңеүсе уҡыусылар Рәсәй ВУЗдарына имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Әммә призлы урындарҙы яулау-ул талант һәм уҡыусының тырышлығы ғына түгел. Был һәләтле балалар менән системалы, етди эш һөҙөмтәһе тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу планын әҙерләй

Мәҙәниәт учреждениелары Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын әҙерләй. Бөгөн төп эш йүнәлештәренә арналған ултырыш үтте, уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай «Башҡортостанда балалар хәүефһеҙлеге тураһында» закон проектын тәҡдим итте

Яңы закон проекты бөгөн парламент тыңлауҙары үтте. Йыйылышта билдәләнеүенсә, биш йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 313 бала һәләк булған. Интернетта кибер булинг төркөмдәре, питбайктар, квадроциклдар ҙа йыш ҡына балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үлеменә килтерә. Хәүефһеҙлек проекттарын комплекслы эшләүҙең һөҙөмтәлелеге тураһында әйтелде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда янғындар 21 процентҡа кәмегән

Башҡортостанда янғындар һиҙелерлек кәмегән, ҡотҡарылған ғүмерҙәр артҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2025 йылға йомғаҡ яһаны. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыу инфраструктураһын яңыртыу арҡаһында янғындар 21 процентҡа кәмегән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә

Студент саҡтан уҡ хәрби һөнәргә. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә. Үҫмерҙәр менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп тәжрибә туплаған инструкторҙар эшләй. Әле үҙәктә икенсе төркөм студенттар белем ала. Уҡып сыҡҡас улар оборона министрлығының мобилизация резервына индерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация киңәйтелә

Бөгөн республикала 248 мең инвалид иҫәппәнә, уларҙың 21 меңе балалар. Был категорияның тормош сифатын яҡшыртыу-төбәктәге социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше. «Салют» реабилитация үҙәге асылыу менән меңдәрсә бала комплекслы реабилитация программаһын үтеп, сәләмәтлеген нығытты. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгән баланың реабилитацияһы өсөн сертификаттар ҙа бүленә. Быйыл уның күләме 48 мең 21 һум.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде

Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде. Был төрлө маркетплейстарҙа составы йөндән тип һатылған, әммә ысынбарлыҡҡа тура килмәгән продукциянан һаҡлау маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Документты нисек алырға?
2👍1